RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Кредитты алыуы ғына рәхәт

27.12.2011 Кредитты алыуы ғына рәхәт

Кредитты алыуы ғына рәхәт
Студент саҡта сит ил әҙәбиәтен айырыуса күп уҡырға тура килде. Донъя классикаһының шедеврҙары ара­һында бер ҡатындың ауыр яҙмышын һүрәтләгән китап та ҡулға эләкте. Унда төрлө урындарҙан кредитҡа аҡса алып, муйындан бурысҡа батҡан, әммә уны түләрлек аҡса таба алмаған һәм, шул арҡала депрессияға бирелеп, яҡты донъя менән хушлашҡан яңғыҙ ҡатын тураһында һүҙ бара ине. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ, бер ерҙән дә кредит ала алмаған студенттар, ни өсөн был яҙмыштың китап булып яҙылырлыҡ икәнлеген аңлап та бөтмәнек шикелле. Күршеләрҙең алған кредиттарын ваҡытында түләй алмағаны өсөн машиналарын тартып алғандарын күргәс, шул роман иҫкә төштө.
Ысынлап та, бөгөнгө көнитмеште кредитһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Халыҡтың нисә процентының бер тапҡыр йәки даими рәүештә кредитҡа аҡса алыуын тикшереүселәр булмаһа ла, эшләгән кешеләрҙең күпселегенең сығымдарын ҡаплау өсөн бурысҡа аҡса һорап тороу өсөн банкыларға мөрәжәғәт итеүе билдәле. Бөгөн Башҡортостанда 80 кредит ойошмаһы эшләй. Уларҙың туғыҙы − республиканыҡы. Улар бер ҙә кәмемәй, артҡандан-арта ғына бара.
2011 йылдың туғыҙ айында беҙҙең республикала кредит биреүсе ойошмаларҙың һаны бишәүгә артҡан. Хәҙер республикабыҙ территорияһында 1351 банк бүлексәһе бурыс­ҡа аҡса биреү менән шөғөлләнә. Йыл башынан уларҙың һаны ныҡ ҡына күбәйгән. Тимәк, кредит алыу популярлашҡандан-популярлаша бара, халыҡ та, банкылар ҙа бер-береһенә ҙур ышаныс күрһәтә, тип әйтергә мөмкин. Быны яҡшы йүнәлеш тип әйтеп булмаһа ла, халыҡҡа эш хаҡтарының тотороҡло түләнеүе күрһәткесе тип билдәләргә мөмкин.
Шуныһы ҡыуаныслы, халыҡ кредит алыуҙың етди яуаплылыҡ икәнлеген хәҙер нығыраҡ аңлай. Тәүҙә кешеләр бурыстарын ваҡытында түләүгә әллә ни әһәмиәт биреп бөтмәй ине. Шуға ла тәүҙәрәк ваҡытында түләнмәгән айлыҡ суммаларҙың күләме юғары булды. 2011 йылдың башынан ваҡытында түләнмәгән кредит бурысының күләме 18,6 процентҡа кәмегән. Был бик ҡыуаныслы күрһәткес, тимәк, кешеләр юрғанға ҡарап аяғын һуҙырға кәрәк икәнлеген етди аңлай. Банкылар клиенттарын ныҡлы тикшергәндән һуң ғына аҡса бирергә өйрәнгән. Шуныһы ҡыҙыҡ: кредитҡа ҙур сумма алған граждандар айлыҡ түләүҙе кисектермәй, ваҡытында түләп бара. Ә инде аҙыраҡ сумма алғандар, нимәгәлер өмөт итеп, бурысын түләмәй аптырата. Банк хеҙ­мәткәр­ҙәре әйтеүенсә, ваҡытында түләнмәгән иң күп кредиттар 20 − 50 мең һум күләмендә бурыс алғандар иҫәбенә тура килә. Ә банкынан ҙурыраҡ суммала аҡса алған кешеләр әллә ни проблемалар тыуҙырмай икән. Романда яҙылған ҡатын кеүек, төрлө ерҙән кредит йыйып, һуңынан ни эшләргә белмәй йонсоғандар ҙа етерлек. Бер үк кешенең бер нисә банкыға түләргә тейешле бурысы булған осраҡтар етерлек.
Башҡортостан Республика­һы­ның Милли банкыһынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар ҙа кредит алыу өсөн быйыл үткән йылдағынан йышыраҡ мөрәжәғәт итә башлаған. Әлбиттә, быға эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән махсус программаларҙы тормошҡа ашырыу ҙа булышлыҡ итә.
1 октябргә алынған мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортос­тан халҡына 112,4 миллиард һум аҡса кредитҡа бирелгән. Ағымдағы йылдың туғыҙ айында ғына банкылар ябай граждандарға бурысҡа 84,9 миллиард һум аҡса биргән. Был, үткән йылғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, бер ярым тапҡырға күберәк!
Әлбиттә, банкыларҙың беҙ­гә йөҙө менән боролоп, кредит алыуҙы еңелләштереүе, кредит биреү ойошмаларының артыуы – ыңғай күренеш. Әммә банк хеҙмәткәрҙәре буласаҡ клиенттарына үҙенең матди мөмкинлектәрен дөрөҫ баһаларға кәңәш бирә. Йүнләп тикшереп тә тормай бирелгән кредит алып, үҙҙәрен насар хәлгә ҡалдырмаҫҡа саҡыра. Алған аҡсаны барыбер түләргә тура киләсәк, башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Һәм иң мөһиме − башҡа кеше өсөн кредит алыуҙан бөтөнләй баш тартырға кәрәк. Сөнки банкылар түләргә мөмкинлеге булған граждандарҙы кире бороп сығармай. Танышығыҙ кредит ала алмай икән, тимәк, уның ниндәй ҙә булһа матди проблемаһы бар.
Бурысты ваҡытында түләй алмау кешене ауыр хәлгә ҡуйған, нервыларҙы ҡаҡшат­ҡан проблема ул. Юҡҡа ғына донъя классиктары был проблеманы өйрәнеп, бестселлер булырлыҡ әҫәрҙәр яҙмағандыр. Шуға ла бөгөнгө көн иҡтисады тәҡдим иткән матди мөмкинлектәрҙе дөрөҫ файҙаланып, тыныс ҡына йәшәү − иң һәйбәте.

Лилиә СИРАЕВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған