RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Алға! Учалынан - Манжурияға!

18.09.2010 Алға! Учалынан - Манжурияға!

Алға! Учалынан - Манжурияға!Донъялағы иң тәрән күлде (тәрәнлеге 1642 м) алыҫтан күргәс тә, йөрәк тулҡынланып тибә башлай. Тауҙарҙан төшкәндә, мискәлә бешерелгән эҫе омулде ҡабаланып-ҡарһаланып ашай-ашай, йотлоғоп Байкалға ҡарайһың – ул көткәндәгенән дә гүзәлерәк, мөһабәтерәк. Оҙонлоғо 636 км һәм киңлеге 25-тән алып 80 километрға тиклем!
Ул беҙҙе күперектәрен сәсеп, бейек тулҡындары менән ҡаршыланы.
– Байкал! Бай-кал! Бай-ка-а-ал! – ҡосаҡтарҙы йәйеп, бала-саға ата-әсәһенә осҡандай, уға табан йүгерҙек.
Шул ыңғайы салбар балаҡтарына бутала-бутала, сыр-сыу килеп сисенеп, Байкалға сумдыҡ ҡына тигәндә аяҡҡа тулҡын бәрелде һәм – боттарҙы боҙло һыу яндырып алдымы ни?! – беҙ кире елдереп ярға килеп сыҡҡанды һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ! Тиҫтәләрсә тау йылғаһы Байкалға ашҡынып һыуын ҡоя, уның температураһын һалҡын кимәлдә тота, шуға ла турбазаларға боролорға тура килде – улар күлдең йылы ҡултыҡтарында урынлашҡан. Туристарҙың барыһы ла тиерлек күл буйлап пароходта круизға сыға, утрауҙарға юллана, Өлкән Байкал һуҡмағы буйлап сәйәхәт итә...
Урындағы халыҡ Байкалға оло хөрмәт менән ҡарай. Беҙгә лә фатиха бирҙеләр: «Күлгә килгәс тә һаулыҡ һорашырға, ҡайтыр­ға сыҡҡанда рәхмәт әйтеп хушлашырға онотмағыҙ», «Йөҙөү мотлаҡ таҡ һанлы булырға тейеш: бер, өс, биш...», «Һыуға сумғанда үҙегеҙгә теләк теләгеҙ – ул тормошҡа ашасаҡ». Шуныһы ҡыҙыҡ – көн боҙоғораҡ саҡта ла ирендәр күгәргәнсе һыу индек, әммә һыуыҡ теймәне. Хушлашҡанда, күлдең дымлы һауаһын туймаҫтай булып һулап, ошо хозурлыҡты күрергә форсат биргән Хоҙайға мең-мең рәхмәт уҡыныҡ. Айырыуса ер тетрәү булмағанға ҡыуандыҡ, юғиһә бында ер тынғыһыҙыраҡ.
Бүрәттәрҙең легендаһы хәтергә уйылды: «Байкал олатайҙың 336 йылға-улы һәм Ангара исемле бер ҡыҙы булған, улар атаһының һыуын тултырып торған. Әммә ҡыҙы, Енисей атлы йылға-егеткә ғашиҡ булып, атаһының һыуын уға ҡоя башлаған. Шуға асыуланған Байкал ҡыҙына дәү ҡая киҫәген бәреп, уны ҡарғаған. Был ҡая Шаман-таш тип атала...» Был легенданы оҙаҡ ауыҙҙа әүәләнек – барыбер башҡа эш юҡ ине.

Бүрәттәр
Мин Европала ғына ят бауыр, ә Себерҙә – үҙ кеше. Ҡайҙа барһам да, азиат һыҙатлы йөҙөмә ҡарап, мине үҙҙәренеке итеп ҡабул итәләр. Мәҫәлән, Бурятияла бер кафела мәрйә, минең заказды ҡабул иткәс, һеҙ бик матур бүрәт ҡыҙы, тип комплименты менән буҙартты. Бүрәттәр иһә, бигерәк сибәр, һомғол монголка, тип тел шартлатты (ул мәлдә минең түбәм күккә тейгәйне, әллә бында ғына ҡалырға ла ҡуйырға инде, тигән ҡырын-мырын уйҙар ҙа башҡа килгәйне хатта). Машинаның номерын күргәс иһә, күҙҙәре упайҙы: «Һеҙ кемдәр? Ҡайҙан?» Башҡорттар, Башҡортостандан, тибеҙ. Берәүҙең ҡатыны ишетмәйерәк ҡалды, иренән һораны: «Ҡайҙан, ҡайҙан тиҙәр?» Ире уға: «Баш... баш.. какой-то стандан, ҡыҫҡаса», – тип яуапланы. Яныбыҙға йыйылып киттеләр, һорауҙар менән күмеп ташланылар. Ҡыҙыҡһынғас, уларға үҙебеҙҙең республикабыҙ, ҡалабыҙ, «Салауат Юлаев», «Таусы» командалары тураһында шаптырып һөйләнек. Ғәжәпләнеп тыңланылар. Баштарын сайҡай-сайҡай. Ә беҙ Ҡытайға терәлеп тиерлек ятабыҙ, тик, донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, исмаһам, бер тапҡыр ҙа барғаныбыҙ юҡ, тип үкенделәр. Бынан ары һеҙҙең менән ҡыҙыҡһынырбыҙ инде, тип туғандарҙай һаубуллаштылар. Айырылышып китеүҙәре ҡыйын булды, биллаһи.

Ил сигендә
Яҙа ла яҙа, ә әле һаман Ҡытай тураһында ләм-мим, былар барып етәме-юҡмы, тип зарығып бөткәнһегеҙҙер. Оҙаҡ була инде, алыҫ бит, ни тиһәң дә, алты мең саҡрым. Шулай ҙа, килә торғас, Забайкальскиға ла барып етер көн булды. Ил сигенең яҡынлығын выжылдап осҡан хәрби самолеттарҙың тауышынан, тегендә-бында осраған һалдаттарҙан тойомларға мөмкин ине (әйткәндәй, Байкал аръяғы крайында хәрби частар ҡалдырып киткән буш йорттар күп осрай: казармалар, фатирҙар, келәттәр – барыһы ла емерелеп-етемһерәп ултыра). Забайкальскиҙың үҙендә виза алырға мөмкин, машинаны ла ҡуйырға түләүле туҡталҡалар бар. Шунда беҙ бер төркөмгә эләгеп, ниһайәт, таможняға аяҡ баҫтыҡ. Йәмғеһе алты кордон аша үтергә кәрәк. Беренсеһендә сикте сығырға рөхсәт ҡағыҙын алаһың. Ә икенсеһендә сменаларҙың алмашҡан мәленә тура килдек. Көтөп торҙоҡ бер аҙ. Таможняла эшләүсе ханымдар төшкө аштан һуң байтаҡ ауырайып (тамаҡ ялғағандан һуң йоҡолары ла килеп киткәндер), ялҡауҙары килеп кенә үҙҙәренең кабинаһына инеп ултырҙы. Ымлап ҡына берәмләп беҙҙе саҡыра башланылар. Һары сәс, нимәгәлер йәне көйөп, паспортты алды. Йөҙгә текләп, фото менән сағыштырып, тикшерҙе. «Нимә, буржуйҙар, илдән ҡасаһығыҙмы? Аҡсағыҙҙы тығырға бында урын булманымы? Сит илде байытырға йыйындығыҙмы?» – тигән һымағыраҡ ҡараны. Өҙөп-йолҡоп, дарҫ-дорҫ һөйләште. Артығын да әйтмәне, ә шулай ҙа күңелдә көйөк ҡалды (үҙеңде бөрөшкән бер бөжәк һымаҡ хис итәһең!). Паспортҡа мисәт ҡуйылды. Өсөнсө кордонда үҙебеҙҙең пограничниктар шуны тикшереп, алдыбыҙҙа шлагбаумды асты. Ике илде айырып торған бер нисә метр буш ер, һәм ҡытай пограничниктары үҙҙәренең иленә саҡырҙы. Машинаның ишеген асып, хәрби кейемдәге һөйкөмлө егет йылмайып сәләмләне, паспорттарыбыҙға күҙ һалды. Ҡытай таможняһындағы һылыу ҡыҙ ҙа, беҙҙе күргәс, ҡояштай балҡыны: «Һаумыһығыҙ! Документтарығыҙҙы күрһәтегеҙ, зинһар!» Үҙҙәренең иленә инергә рөхсәт иткән мисәтте сәпәгәс, йәнде иретерҙәй йылмайыу бүләк итте: «Рәхим итегеҙ Ҡытайға! Матур ял итергә теләйем!» Бына бит, туристар менән дә кешесә һөйләшергә, мөғәмәлә итергә була, ә нишләп беҙҙекеләр шулай тупаҫ ҡылана икән, тип, үҙебеҙҙең таможняла эшләүселәр өсөн кәйеф ҡырылып ҡуйҙы. Беҙҙә баҫыуҙағы һәр йомран – агроном, тип мәғәнәле көлөмһөрәне төркөм етәксеһе. Бер һүҙ менән әйткәндә, таможняла үҙеңдең бахырлығыңды, юридик йәһәттән көсһөҙлөгөңдө тояһың һәм таможенниктар шуның менән файҙалана ла.
Эскалаторҙан тап-таҙа, иркен, гөлдәр менән зауыҡлы биҙәлгән залға төштөк. Әле Забайкальскиҙан Ҡытай яғына үрелеп ҡарап торғанда ундағы тәртип, таҙалыҡ күҙгә ташланғайны. Беҙҙә сүп-сар туҙып ята, бысраҡ, ҡаҡырыҡ-төкөрөк, ә унда аяҡ аҫтында бер кәнфит ҡағыҙын да күрмәҫһең. Микроавтобусты тикшергәндәрен шул залда көтөп ултырабыҙ. Ҙур телеви-зорҙан һылыу ғына ҡытай дикторы яңылыҡтарҙы һөйләй. Телен аңламаһаҡ та, нимә хаҡында һүҙ барғанын видеорәттән төшөнөрлөк. Йыйыштырыусы ирҙәр бер туҡтауһыҙ хәрәкәттә: иҙәнде бер тапҡыр йыуып сыҡтылар ҙа, шунда уҡ һыуҙарын алмаштырып, яңынан йыуырға төштөләр. Уларҙың тауыш-тыны ла сыҡмай, өндәшмәй генә үҙ эштәрен башҡарып тик йөрөйҙәр. Шулай ҙа, ат кеүек кешнәп, үҙҙәрен бик иркен тотоп һыра эсеп ултырған урыҫ ҡыҙҙарына аҫтыртын ғына асыулы ҡараш ташлағандарын абайланыҡ. Тиҙҙән машинабыҙ килде, беҙ сығып ултырҙыҡ һәм «зелёнка» тип аталған ерҙә документтарҙы күрһәткәс, Манжурия провинцияһы еренә барып индек. Юлдарҙың тигеҙлеге!.. Көҙгө һымаҡ тип-тигеҙ, ялтырап ята, ҡыҙыҡ өсөн генә машинаны бер тапҡыр һелкетһәсе...

Ыстағәфирулла, матрешка!
Юлдың һул яғында, «Матрешка» тип аталған майҙанда урынлашҡан матрешка формаһындағы ҡоролманы күреп, ауып китерлек! Юҡҡа ғына был утыҙ метр бейеклегендәге уйынсыҡ (мәрйә, ҡытай һәм монгол ҡыҙҙары үҙҙәренең илен символлаштыра) Гиннестың рекордтар китабына индерелмәгән. Матрешканың эсендә – ресторан һәм концерт залы. Төп уйынсыҡ янында саҡ ҡына бәләкәйерәк шундай уҡ һигеҙ матрешка-бина теҙелгән. Шулай уҡ ошо майҙанда бөтә донъяға билдәле кешеләрҙе һүрәтләгән ике йөҙ кескәй матрешка һибелгән. Кемдәр генә юҡ араларында: футболсы Зидан, рок-кумир Майкл Джексон, ғалим Ньютон һ.б., һ.б.
Кисен бында музыкаль фонтан эшләй – емелдәп, янып-һүнгән моңло йәйғорҙар кемдәрҙе генә әсир итмәй! Уйлап сығаралар бит шундай ғәләмәт нәмәләрҙе... Урыҫтарҙың аҡсаһын һығып сығарыр өсөн ялҡауҙары килмәй паркта һәйкәлдәрҙе лә эшләгәндәр: «Медный всадник», «Родина-мать», «Рабочий и колхозница». Улар ҙа киске ут аҫтында һушты ала. Беҙҙең туристар совет һәм урыҫ классиктарының йырҙарын тыңлай-тыңлай иҙрәп йөрөй. Әлбиттә, күбеһе иҫерек, ҡулдарында – тәмәке. Көньяҡ Ҡытайҙан килеүсе туристар тартҡан ҡыҙҙарға ерәнеп ҡарай (уларҙа тик фәхишәләр һәм лесбиянкалар ғына тәмәке менән дуҫ).
Һәйкәлдәр тураһында һүҙ сыҡҡас, Манжурия үҙәгендә, «Интурист» ҡунаҡханаһы эргәһендә геройҙар иҫтәлегенә асыл­ған паркты ла телгә алмайынса булмай. 1915 йылда асыл­ған был йәшеллек утрауы тәүҙә Манжурия паркы тип атала. Манжурияны баҫҡынсыларҙан ҡотҡарған совет яугирҙарына рәхмәтле ҡытайҙар 1945 йылдың авгусында бында 17 м бейеклегендәге мемориал төҙөй: «Советтар Союзының намыҫы һәм еңеүе өсөн яуҙарҙа һәләк булған геройҙарға дан!». Шунан алып изге урын Һәләк булған Ҡыҙыл Армия геройҙары паркы тип исемләнә. Унда һалдаттарға арналған һәйкәлдәр бар. Ошонда иртән ҡытайҙар гимнастика яһай, көндөҙ ололар ейәндәре менән уйнай, кистәрен йәштәр етәкләшеп йөрөй. Романтика...
Вокзал янында Ленинға оҡшаған һәйкәл тора. Тик яҡыныраҡ барһаң, уның Мао Цзэ Дун икәнен абайлайһың. Ҡытайҙар тарихҡа бик иғтибарлы, һаҡсыл, рәхмәтле була белә. Беҙҙең кеүек үткәндәргә бысраҡ яғырға ашыҡмайҙар, һабаҡ алалар ҙа, артабан хаталарға юл ҡуймаҫҡа тырышалар. Уларҙан өлгө алырға ине беҙгә лә...

Манжурияла «Манжурия»
Манжурияла утыҙлап ҡунаҡхана бар. Хәйер, уларҙың (һәм ресторандарҙың да) аныҡ ҡына нисәү икәнен бер кем дә белмәй шикелле – берәүҙәре асыла, икенселәре ябыла. Беҙ ҡаланың уртаһында балҡыған «Манжурия» ҡунаҡханаһына урынлаштыҡ. Дүрт урынлыҡ бүлмә тәүлегенә 240 юань тора ине (1080 һум), тик Көньяҡ Ҡытайҙа эҫе көндәр башланып, унан халыҡ һыпырылып Манжурияға эркелгәс, хаҡтар күтәрелде лә ҡуйҙы. Ошо көтөлмәгән хәл Харбинға барыу пландарын юҡҡа сығарҙы – аҡсаны ҡунаҡхана «ашаны». Тик беҙ үкенмәнек: беренсенән, Ҡытайҙа бөтә ҡалалар ҙа игеҙәк кеүек бер-береһенә оҡшаған; икенсенән, ҡытайҙарҙың күплегенән (ә бит улар миллиард!) ныҡ арыта, тиҙерәк ҡайтҡы, иркенлектә йөрөгө килә.
Беҙ һайлаған ҡунаҡхананы 1904 йылда урыҫ генералы төҙөткән. Хәҙер ул – заманса матур, таҙа, иркен биналарҙың береһе. Номерға килеп инеү менән шаяра-көлә дүртебеҙ ҙә киң карауаттарҙа һуҙылдыҡ – Манжурияға килеп етеүебеҙгә һөйөндөк. Шунан номер менән таныша башланыҡ: телевизор, кондиционер, икенсе бүлмәһендә кресло, эскәмйә, журнал өҫтәле, аш өҫтәле (уның өҫтөндә кескенә Рәсәй һәм Ҡытай флагтары, батмуста түләүле эсемлектәр һәм ашамлыҡтар). Душ кабинкаһы туалет менән берләштерелгән, унда көҙгө, таҫтамалдар, бәләкәс кенә тюбикта теш пасталары һәм щеткалар, һабындар, тараҡтар... Аһ, эйе, иҫтә саҡта башҡаларҙы иҫкәртәбеҙ: инеү менән бар нәмәне лә тикшерергә, тапочкаларҙы, таҫтамалдарҙы иҫәпләп алырға кәрәк. Беҙҙең номерҙа бер ҙур таҫтамалдың етмәгәнлеген кисен генә аңғарҙыҡ, һуңынан ҡайтыр саҡта беҙҙән шуның өсөн аҡса түләтерҙәр инде, тип шөрләп бөттөк. Әммә бер нисә көндән беҙҙең башҡа ла килмәгән телевизор пультын эҙләтә башланылар. Ә беҙ номерҙы алғанда тик кондиционерҙың ғына пульты бар ине. Урыҫ телен аңламаған горничная, телевизорҙың да пульты булды, ти ҙә ҡуя. Көс-хәлгә ҡунаҡхананың һаҡсылары менән аңлашып, үҙебеҙҙең сит ил паспорттарын алдыҡ. Берәй нәмәне юғалтыу, боҙоу, урын кәрәк-ярағын бысратыу ҙа байтаҡ ҡына штраф менән янай уларҙа.

Матурлыҡ салондары
Һәр бер ҡунаҡханалағы кеүек, «Манжурия»ла ла матурлыҡ салоны бар. Мине иң ныҡ ҡыҙыҡһындырғаны шул булды. Иртәнән ҡарауыллайым бикле салонды. Үҙемде, алама өйрәк балаһын, ҡытай оҫталары ҡулына тапшырып, аҡҡош булып ҡайтҡым килә. Хыялға сумып, үҙемдең ҡала урамдарынан үтеүемде күҙ алдына килтерәм. Ҡытай елпеүесендәй оҙон, ҡуйы итеп йәбештерелгән керпектәрем менән берҙе елпеп ебәр­һәм, ир-егеттәр шапылдап асфальтта ятып ҡала... Минең ҡыҫҡа сәскә өйрәнгән ҡатын-ҡыҙҙар, тулҡындай толомдарымды күреп, көнсөллөктән тырнаҡтарын сәйнәп, үҙҙәренең сәсен йолҡа... Әбей-һәбей кендегемдә ялтыраған пирсинг һырғаһына йәне көйөп ҡарай... Ә перманент макияждан һуң ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге ирендәрем, баҙыҡ күҙҙәрем кемде битараф ҡалдырыр... Үҙем үҙемә оҡшайым инде, хатта хыялланыу ғына ла оло ләззәт.
Көтөп көтөккә әйләнгәс, асылды бит салон! Өкө һымаҡ төндә эшләйҙәр, имеш. Ә миңә, йоҡо сүлмәгенә, төндә йоҡонан да ҡәҙерле бер нәмә юҡ. Бар түҙемлегем массаж яһатыуға ғына етте (матур булайым тип, төнө буйы косметологтар янында ултырғым килмәгәс, нисек бармын, шул килеш ҡайттым инде). Ә массажды ҡытайҙарҙан да яҡшыраҡ эшләүсе юҡтыр! Тәнде генә түгел, йәнде иретәләр, биллаһи! Үҙеңде таушалған тип түгел, ә өр-яңынан тыуғандай тояһың. Шуның өсөн генә лә Ҡытайға сәйәхәтте ҡабатларға теләк бар.
Манжурияла бар нәмә лә туристарға тәғәйенләнгәс, мунсалары ла үҙенсәлекле. Һәр хәлдә, беҙҙекеләрҙән ныҡ айырыла, тиҙәр (үҙебеҙ инмәнек, башҡаларҙың һүҙе буйынса). Унда йыуынып, сабынып, массаж, макияж, прическа яһатып, тамаҡ ялғап сығырға мөмкин.

(Дауамы. Башы 21, 22-се һандарҙа).

Баныу ҠАһАРМАНОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған