RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

20.08.2011 Иткә тиң аҙыҡ

Иткә тиң аҙыҡ
Республикабыҙҙың урман һәм болондары бәшмәк йыйыусылар өсөн ожмахҡа тиң. Бөтә Рәсәйҙә 200-гә яҡын төр ашарға яраҡлы бәшмәк үҫһә, Башҡортостанда ла уларҙың күпселеге бар. Һеҙҙе, хөрмәтле гәзит уҡыу­сылар, уларҙың йыш осрағандары менән таныштырып китмәксебеҙ. Рәхәтләнеп һайлап, дөрөҫ итеп йыйып алығыҙ.
Ябай көләпә (шампиньон). Ул беҙҙең республикала май айынан сентябргә тиклем үҫә. Баҡсаларҙа, болондарҙа, тиреҫле тупраҡта, яландарҙа күп була. Урманда һирәк осрай. Был бәшмәктең эшләпәһе алһыуыраҡ төҫтә, шыма һәм ҡоро була. Йомшаҡ урынын һындырған осраҡта алһыулана, ҡыҙара. Аяҡсаһы төпкә ҡарай ҡалыная. Табала ҡыҙҙырып ашау өсөн көләпәнән дә тәмлерәк бәшмәкте тампаҫһың, уны киптерергә лә мөмкин.

Уҫаҡ бәшмәге. Уның эшләпәһе 30 сантиметрға тиклем етә, төҫө ҡыҙыл, ҡыҙғылт-һары, һары булыуы ихтимал. Уҫаҡ бәшмәгенең бер нисә төрө бар. Тополь ағасы үҫкән урындарҙа бәшмәктең эшләпәһе көлһыу була, тик уҫаҡ ағастары ғына үҫкән ерҙә ҡыҙыл һәм ҡуйы ҡыҙыл, ә инде ҡатнаш урмандар­ҙа ҡыҙғылт-һары эшләпәле бәшмәктәр табыла.
Уҫаҡ бәшмәгенең йомшаҡ урынын бүлеп ҡараһаң, бүленгән урын тәүҙә зәңгәрләнә, һуңынан ҡарая. Уның аяҡсалары 26 сантимерға тиклем етә, киңлеге 5 сантиметр, аҡ төҫтә, ҡара нөктәләре булыуы ла ихтимал. Әлбиттә, был бәшмәк, күпселек осраҡта, уҫаҡ ағастары үҫкән урынды үҙ итә. Шулай ҙа уны ҡарағас, ҡайын урмандарында ла табырға була. Уҫаҡ бәшмәге бик тиҙ үҫә, ҡатнаш урмандарҙа әллә ни күп түгел. Ә инде урмандағы һуҡмаҡтар янында был бәшмәкте бик күп табырға мөмкин. Тәүге бәшмәктәр июндә үк күренә башлай һәм көҙҙөң һуңғы көндәренә тиклем беҙҙе ҡыуандыра.
Уҫаҡ бәшмәген ҡыҙҙырып ашарға, консерваларға, бешерергә мөмкин. Артыҡ ныҡ өлгөргәндәрен ырғытыуы яҡшыраҡ, ул һаулыҡҡа зыян килтерә башлай. Уҫаҡ бәшмәге тәме һәм сифаты буйынса аҡ бәшмәктән һуң икенсе урында килә.

Баллы бәшмәк (опенок обыкновенный). Был бәшмәк Башҡортостанда бик күп. Ул ағас төпһәләрендә, тамырында, ылыҫлы һәм япраҡлы ағастар­ҙың олондары янында август аҙағына өлгөрә. Көҙ аҙағына тиклем була. Эшләпәһе төрлө төҫтә, диаметры 15 сантиметрға тиклем етә. Аяҡсаһы – 5 – 12, киңлеге – 0,5 – 0,25 сантиметр. Был бәшмәк бик йомшаҡ һәм тәмле. Уны төрлөсә әҙерләп ашарға мөмкин.
Көҙгө баллы бәшмәккә ныҡ оҡшаған ағыулы бәшмәктәр бар. Шуға ла бик иғтибарлы булырға кәрәк.

Майлы бәшмәк (масленок). Уның көләпәһе аҡһыл-һоро, еүешерәк, диаметры 10 сантиметрға тиклем етә. Аяҡсаһы 8 сантиметр. Ул, башлыса, яңғыҙы ғына үҫмәй, янында башҡа бәшмәктәр ҙә табыла. Июль – сентябрь айҙарында өлгөрә. Майлы бәшмәкте ҡыҙҙырып йә бешереп ашау һәйбәтерәк. Ул ҡеүәтле бәшмәктәр иҫәбенә инмәй, сифатһыҙыраҡ. Майлы бәшмәк консерваларға, тоҙларға бармай.

Һары бәшмәк йәки селтәр бәшмәк (лисичка желтая). Был бәшмәктең эшләпәһенең ситтәре ҡабарыңҡырап тора, уртаһы эскә баҫылған кеүек. Пластинкалары ҡалын, аяҡсаһы йыуан. Ул тулыһынса сағыу һары төҫтә була, оҙонлоғо 12 сантиметрға етә. Ылыҫлы һәм япраҡлы ағастар үҫкән урмандар­ҙа июндән сентябргә тиклем үҫә.
Һары бәшмәк әкрен өлгөрә. Уны ҡыҙҙырып ашарға, маринадларға мөмкин.

Имән бәшмәге (дубовик оливково-бурый). Уның мендәргә оҡшабыраҡ торған көләпәһе шоколад төҫөндәрәк була һәм диаметры 20 сантиметрға тиклем етә. Йомшаҡ өлөшө лимон кеүек һары, аяҡсаларында селтәр кеүек биҙәктәр бар.
Уны саҡ ҡына иҙһәң, зәңгәр төҫкә инә башлай. Имән ағасы булған урмандарҙа июль – сентябрь айҙарында өлгөрә. Имән бәшмәге тәмле лә, еҫе лә әллә ни ҡырҡыу түгел. Сифатлы бәшмәк һанала. Уны төрлөсә әҙерләп ашар­ға мөмкин.
Тик иғтибарлы булығыҙ: имән бәшмәге ағыулы шайтан бәшмәгенә ныҡ оҡшаған. Ағыулы бәшмәкте иҙгән осраҡта тәүҙә ҡыҙара, һуңынан зәңгәрләнә, уның эшләпәһе лә аҡһылыраҡ. Бынан тыш, ағыулы бәшмәктең еҫе ҡырҡыу, тәмһеҙ.

Гөрөздә (груздь). Башҡортостанда йыш осрай торған бәшмәк. Аҡ итле эшләпәләрен япраҡтар аҫтына йәшереп үҫә. Тоҙларға бик шәп.

Аҡ бәшмәк. Был бәшмәктең эшләпәһе ҡеүәтле, итле. Аҡ бәшмәкте уйлап тормай «Башҡортостан бәшмәктәренең батшаһы» тип атарға мөмкин. Сөнки уның аҙыҡ сифаты юғары, кулинарияла киң ҡулланыла. ҡиммәтле бәшмәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”