RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Елкә булһа, ҡамыт табыла

20.08.2011 Елкә булһа, ҡамыт табыла

Елкә булһа, ҡамыт табыла
Миәкә районының “Илсеғол” ауыл хужалығы етештереү кооперативы хеҙмәтсәндәре быйылғы мул уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн ең һыҙғанып эшләй
Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ шул тиклем теңкәгә тейгән икән. Быйылғы йәй ямғыры менән дә, салт ҡояшы менән дә күңелдәрҙе һөйөндөрҙө, киләсәккә ышанысты арттырҙы.
Миәкә районы ауылдары урамдарында ла, баҫыуҙарында ла йәнлелек бөгөн. Һәр ерҙә эш ҡайнай, ҡайҙа ла ҡот-бәрәкәт тантана итә. Был йәнлелек күңелдә совет осорон хәтерләтеп тә ҡуйҙы. Ул осорҙа ла август аҙағында урамдар – аҡ ҡаҙҙар, ырҙын табағы иген менән тула ине. Бер-бер артлы урамдан иген йә силос, бесән тейәгән ылауҙар үтә. ҡулын кеҫәһенә тығып йөрөүсе кешене күрмәҫһең. Шау-шыуһыҙ ғына ниндәйҙер ҙур эштәр башҡарылғаны күҙгә ташланып бара.
«Илсеғол» ауыл хужалығы етештереү кооперативын ҡасандыр «Большевик» исемле ҙур һәм данлыҡлы хужалыҡтың вариҫы тип ҡабул итергә кәрәктер. Күп ерҙә колхоз-совхоздар бөткәндә, илсеғолдар әле лә ҙур һәм берҙәм коллектив булып йәшәп ята.
Хужалыҡ етәкселеген дә, эшселәрен дә беҙ ауылдан йә кантурҙан эҙләмәнек, тура комбайндар, машина-трак­тор­ҙар шаулап йөрөгән баҫыуға юлландыҡ. Уларҙың эҙе – саң болото туҙҙырып эшләп йөрөүҙәре әллә ҡайҙан уҡ күҙгә ташлана ине. Ысынлап та, барыһы ла бында. Етәксе яңы утыҙын ҡыуған йәш ир уҙаманы булып сыҡты.
– Бар башҡорт араһында бер русмын инде бына, – тип ҡаршыланы Роман Васильевич Жнейкин, башҡорт гәзитенән килгәнемде белгәс. – Һеҙҙең телде өйрәнеп булманы нишләптер…
Ул үҙе күрше Сергеевка ауылынан. Ваҡытында хужалыҡты был ауылдан етәкләүселәр әҙ булмаған. Йәш Роман ана шул данлыҡлы етәкселәрҙең эшен дауам итеүсе лә. «Урыҫ ауылы булһа ла, башҡорт телен белгән урыҫ ҡарттары бар әле унда, башҡортоңдо һатып ебәрерлек», – тип көлә ауыл хакимиәте башлығы Тәлғәт Ғүмәров.
Былтырғы ҡоролоҡто бик ауыр кисерә хужалыҡ. Роман юлдан ҡайтманы ул, ти колхозсылар. Мал һанын кәметмәҫ өсөн Ырымбур өлкәһенән, Дәүләкән, Ауырғазы, Архангел райондарынан ҡайта белмәй етәксе. Һалам-бесәнен, башҡаһын уларҙан ала. Үҙҙәре сәскән бар байлыҡ ҡороп бөтә. Комбайндарҙың үткән йыл баҫыуға сығырлығы ла булманы инде, тиҙәр.
– Шул саҡта ошо крәҫтиәндәр терәк булды, – тип янындағы механизаторҙарға күрһәтә Роман. – Ауыр хәлде аңлап эш итә белеүҙәре һоҡландыра. Барыбер уңыш юҡ, тип ҡул һелтәмәнеләр, ҡушҡан эште еренә еткереп үтәнеләр. Эш хаҡы түләрлек мөмкинлек самалы булғанын аңлап, артыҡ һораманылар, буй етмәҫтәйҙе талап итмәнеләр. Шулай бергәләп күтәрҙек ҡоролоҡто ла, һыуыҡ ҡышты ла, башҡа ауырлыҡтарҙы ла. ҡояш ҡыҙҙыра, тип ергә асыуыбыҙҙы төшөрмәнек.
Түҙгәнгә – түш, тигәндәре ошолор. Быйыл бына Хоҙай уларға ҡот-бәрәкәт ебәргән. Шуға һәр береһе ең һыҙғанып эшкә тотонған. Түккән тир бушҡа китмәгән – арыш, арпа, бойҙай, һоло гектарынан утыҙ центнерға яҡын тарта. Күптән күргәне юҡ илсеғолдарҙың бындай уңышты. Һүҙ ҙә юҡ, заманында унан да шәберәк уңыш алған саҡтары ла булған. Беҙ килгән баҫыуҙы талғын ғына өс комбайн иңләй. Күршелә берәүһе арпаға төшкән.
– «Россельхозбанк»тан кредитҡа өр-яңы «Нива» комбайны алдыҡ. Әле йыйыу, майлау эше менән булалар. Ул да иртәгә баҫыуға килеп төшһә, эштәр тағы ла уң китәсәк. Был тиклем уңышты нисек тә юғалтыуһыҙ йыйып алырға кәрәк, – ти етәксе күҙгә күренер дәрт менән.
– Был тиклем уңышты һатаһығыҙмы?
– Юҡ, үҙебеҙгә кәрәк, – тип аптыратты хужа. Баҡһаң, хужалыҡта малсылыҡ тармағы бик үҫешкән икән. Эре мал һаны ғына ике мең баш, йылҡы малы – 140. Игенде шуға һаҡлайҙар, үҙҙәрендә мал аҙығы етештерелә. Иткә тип һимертелгән малдар өсөн үҫтерәләр ашлыҡты. Симменталь тоҡомло малдар был яҡта береһендә лә юҡ әле. Әлбиттә, иген халыҡҡа ла таратыласаҡ.
Елкә булһа, ҡамыт табыла
– Шуға артып ҡалмай ул, – тип һүҙен дауам итә рәйес. – Беҙҙең төп килем һөттән һәм иттән бит. Район үҙәгендәге, Туймазы, Октябрьский ҡалаларындағы заводтар менән эшләйбеҙ. Шуға күрә бик күп ҡорамалды яңыртырға тура килә. Үҙебеҙсә шулай эшләргә, йәшәргә тырышабыҙ.
Шулай инде, минең күрше әйтмешләй, ауыл кешеһенең бәхете ҡара ерҙә лә һыйыр телендә.
Берәй шәп кенә комбайнсығыҙҙы фотоға төшөрәйек, тигәс, етәксе, беҙҙә барыһы ла егәрле, тип ҡуйҙы. Шул саҡ баҫыу уртаһында йәшел «Дон», бункеры тулыуын белдереп, туҡтап ҡалды. ҡул болғаусы ла табылды. «КамАЗ» ҡуҙғалып китте. Көтөп ултырған, тимәк. Уның артынан етәксе «Нива»һында беҙ саптыҡ. Ялан батыры машина арбаһына иген ҡойолғанын бер аҙ диҡҡәт менән ҡарап торҙо ла ергә төштө. Күҙҙәрен йылтыратып, йылмайып, тәүҙә етәксе менән күреште. Һуңынан киң устарын миңә һуҙҙы. Таныштыҡ. Раян Булатов икән. Дүртенсе йыл штурвал артында. Өс бала атаһы. Әле ярҙамсы итеп улы Данисты алған.
– Кәйефтәр нисек?
– Шәп! – тип йылмая комбайнсы. Иген таҫмаһынан бер нисә башаҡ һолоно услап алды ла, еҫкәп ҡуйҙы. – ҡара, уңыш нисек, ус менән генә ыуып йыйырлыҡ бит. Күптән бындай байлыҡты күргән юҡ. Иң мөһиме, йыйып алырға көнө булһын, – иген бушатылып бөткәс, ашыға-ашыға, комбайнына үрмәләне. Мин тиҙ генә бер нисә кадр төшөрөп өлгөрөп ҡалам. – Уңышты йыйып бөткәс, рәхәтләнеп һөйләшербеҙ, – тип йылмая Раян ағай, ашығыуына уңайһыҙланғандай.
Оло трактор, саң-туҙан борҡотоп, алға ынтылды. Роман менән икәү саң-ҡылсыҡ буранында көлөп тороп ҡалдыҡ.
– Бәйгегә сыҡҡан саптарҙармы ни, ҡалай ашығалар, – тим.
– Ер, ҡояш ҡәҙерен белгән крәҫтиәнде был көндә ваҡыт үҙе ҡыуып етә алмай, – тип ҡуйҙы хужалыҡ етәксеһе. Саң эленгән керпеге аҫтынан күҙҙәре ҡалай шат йылмая үҙенең. Уңышҡа барыһының да күңеле һөйөнә шул.
Таҫма һалыуға көйләнгән тәгәрмәсле трактор янында мәж килгән ағайҙар янына барабыҙ. «Руле­вой»ға ниҙер булған, дүртәүләшеп нимәлер килештерергә тырышалар.
– Техника иҫкерәк бит. Боҙолоп та китә, шунһыҙ булмай, – тип ҡуйҙы хужалыҡтың баш инженеры Заһир Зәбир улы Расаев.
– Хәҙер запчасть табыуы ауыр түгел дә. Элек кенә ул бер ҡайыш өсөн генә инженерҙар ҡаланан ҡалаға эҙләнеп йөрөй торғайны. Тап итһә, алтын тапҡандай һөйөнә. ҡыуанып ҡайтыуына икенсе бер механизм сафтан сыға. Инженер тағы юлға сыға, – тип элекке совет осорон иҫкә төшөрәм.
– Эйе, элек шулай ине. Хәҙер, аҡсаң булһа, теләгәнеңде табып була. Тик... сифаты бик түбән запчастарҙың. Элек уларҙы еренә еткереп эшләйҙәр ине.
Бер нисә минуттан трактор әҙер ине. ҡайтыр саҡта түбәтәй кейгән, сал сәсле Мәүлетбай ағай Минийәровтан һорай ҡуйҙым:
– Урындағы хужалыҡ тарҡалмағас, һәйбәттер һеҙгә? Башҡа ерҙә эшһеҙ интегә бит ауыл кешеһе.
– Һе, – тип ҡуйҙы ағай. – Елкә булһа, ҡамыт табыла ул. Ауылда эш булмай буламы һуң? Әлбиттә, ойош­ҡан эш дәррәү бара, уныһы бәхәсһеҙ! Беҙгә был йәһәттән зарланаһы түгел.

Мөнир ҡУНАФИН.
Миәкә районы.
Автор фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”