RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

20.08.2011 Вәғәҙә – иман

Көрәшсе Марсель Йосопов, һүҙендә тороп, Учалы балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә күңелле лә, файҙалы ла ял ойошторҙо
Вәғәҙә – иман
Беренсе июндә Учалы балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен байрам менән ҡотлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының элекке рәйесе Илгиз Солтанморатов, «Учалы гәзите»нең баш мөхәррире Фәнисә Таһирова, «Латифа» башҡорт балалар студияһы педагогы Гөлнара Сәхибгәрәева, шағирә Шәүлиә Зөлҡәрнәева, Силәбе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, көрәш буйынса ике тапҡыр Европа чемпионы Марсель Йосопов килеп ҡайтҡайны. Балаларҙы төрлө-төрлө бүләктәр генә түгел, һүрәт төшөрөү буйынса мастер-класс та, ҡунаҡтарҙан автографтар алыу ҙа, бергә фото төшөү ҙә, Европа чемпионының миҙалын кейеп ҡарау ҙа һөйөндөргәйне. Тик көндөң боҙолоуы арҡаһында иң мөһим сара – футбол матчын үткәреп булмағайны. Быға ҡунаҡтар ҙа, хужалар ҙа бошондо, әлбиттә. Әммә, вәғәҙә иткәнбеҙ икән, уйнайбыҙ, тип, Марсель Йосопов ошо аҙнала ниәтен барыбер тормошҡа ашырып ҡуйҙы. Учалы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән мини-футбол уйнар өсөн ул командаһына ҡустыһын, көрәш буйынса донъя чемпионы Русланды, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллинды, синыфташы, БР-ҙың иң йәш район советы депутаты Илмир Ғәзизовты, тарих фәндәре кандидаты Сергей Климаковты, көрәшселәр Рәсүл Мөхәммәтов һәм Айҙар Баҡыевтарҙы саҡырғайны.
Вәғәҙә – иман
Уларға ҡаршы тренер Азамат Әхмәҙиевтың йәш футболсылары сыҡты: Флүр Аҡбулатов, Дима Смольников, Айвар Вәлиев, Ғәзинур Шакиров. Уйын тәүҙән үк ҡыҙыу башланды. Батырҙар арлы-бирле иткәнсе, балалар уларҙың ҡапҡаһына туп артынан туп индерҙе. Ҡунаҡтар бөтөнләй ныҡ бирешеп киткәс (иҫәп 6:0 булғас), ун ете йәшлек уйынсыларҙы кесерәк Саша Никифоров, Олег Ғилфанов алмаштырҙы. Аҙаҡ ун ике-ун өс йәшлек Тимур Хәйбуллин, Арсен Алтынов, Айҙар Ғәйфуллин, Никита Никифоровтар ҙа футбол яланында батырҙар менән көс һынашырға йөрьәт итте. Ҡыҙҙар ике яҡ команда өсөн дә берҙәй көйҙө, лагерь шат тауыштарҙан яңғырап торҙо. Хужалар ҡунаҡтарҙы 8:1 иҫәбе менән еңгәс, изге йөрәкле көйәрмәндәр: «Зинһар, гәзиткә иҫәпте яҙмағыҙ, дуҫлыҡ еңде, йә, исмаһам, 4:1 булды, тип яҙығыҙ, юғиһә егеттәр, үпкәләп, беҙгә башҡа килмәй ҡуйыр», – тип борсолдо. Юҡҡа борсолалар, сөнки бынан ары Марсель Йосопов балалар йорто менән дуҫлыҡты артабан нығытыу яғында. Ошо йәһәттән уның тағы бер идеяһы бар – үҙенең исемендәге премия булдырыу. Тырышып уҡыған, балалар йорто тормошонда әүҙем ҡатнаш­ҡан, яҡшы тәртибе менән айырылып торған баланы Силәбегә ҡунаҡҡа алып ҡайтып, уға ҡала буйлап экскурсия ойошторасаҡмын, баштан-аяҡ кейендерәсәкмен, иҫтәлеккә бүләктәр алып бирәсәкмен, ти. Ә әлегә ул, футболдан тыш, балалар йортоноң йәйге лагерында милли көрәш буйынса турнир уҙғар­ҙы. Шартына килтереп, ярышта еңеүсегә бүләккә тәкә әҙерләнгәйне. Уға майҙанда бил бирмәгән Флүр Аҡбулатов лайыҡ булды.
Балалар йорто таланттары тарафынан әҙерләнгән концерттан һуң ҡунаҡтар лагерь менән яҡындан танышты. Учалы балалар йортонда әлеге ваҡытта ҡырҡ бер бала тәрбиәләнә (утыҙ һигеҙ бала патронат ғаиләгә алынған). Ҡыҙҙар һәм малайҙар хеҙмәт һәм ял лагерында йәшелсә-емеш үҫтергән, ҡаҙҙар, ҡуяндар аҫраған, ремонт эштәрендә лә ҡатнашҡан. Эшенә күрә эш хаҡын да алғандар.
– Балалар еләккә лә ихлас йөрөнө, – тип, балалар йорто директоры Ансар Хәйруллин бер көндөң бушҡа үтмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Еләкте киптерҙек, туңдырҙыҡ, ҡайнаттыҡ. Ҡышҡылыҡҡа етерлек миндек тә әҙерләнек. Эш бөткәс, уйнар­ға ярай, тип, аҙна һайын тәбиғәт ҡосағында ял иттек.
Киләһе йыл декоратив күгәрсендәр аласаҡбыҙ, тип серҙәре менән бүлешкән балаларҙың оло ҡыуаныс­тары бар – улар быйыл, ниһайәт, үҙҙәренең йортона күсеп ҡайта!
– Учалы ауылындағы балалар йортоноң бинаһы мөшкөл хәлдә булғас, уны биш йыл элек ябып, беҙҙе Сәфәр ауылының интернатына күсергәйнеләр, – тип аңлатты ҡунаҡтарға директор урынбаҫары Резеда Мырҙина. – Ҡасан ғына капиталь ремонт бөтә инде, тип зарыҡҡан балалар ҡайтырға дәртләнеп йөрөй. Улар ғына түгел, беҙ үҙебеҙ ҙә ҡайтыр көндәрҙе һанайбыҙ.
Вәғәҙә – иман
Ҡунаҡтар балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең уңышын үҙ күҙҙәре менән күреп, тырышлыҡтарын юғары баһаланы: «Кеше елкәһендә йәшәргә күнеккән әҙәм булып түгел, ә донъя көтөргә тулыһынса әҙер хужалар, хужабикәләр тәрбиәләнә икән бында». Был, ысынлап та, шулай: ҡыҙҙар аш-һыу әҙерләргә, бәйләм бәйләргә, тегергә, һыйыр һауырға, ҡош-ҡорт аҫрарға өйрәнә, егеттәр бесән саба, утын яра, мал ҡарай... Тәрбиәләнеүселәребеҙҙең тормошо уңһа, шул беҙгә иң оло баһа, тип, Учалы балалар йортонда эшләгән һәр хеҙмәткәр бала күңеленә асҡыс табып, уларҙың яралы яҙмыштарын рәтләргә ынтыла, кешеләргә ышанысын кире ҡайтарыуға бар көстәрен һала. Марсель һәм Руслан Йосоповтар, Эльбрус Ниғмәтуллин, Илмир Ғәзизов кеүек шәхестәрҙең өлгөһөндә лә балалар­ҙы тәрбиәләйҙәр: «Кем үҙенең маҡсатына ынтыла, шул мотлаҡ үрҙәрҙе яулай». Шуға ла егеттәрҙең балалар йортона һуҡмаҡ ярыуы юҡҡа түгел, һис тә юҡҡа түгел...

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Учалы районы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған