RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Был һөнәрҙе һайлаған йәштәр отолмаясаҡ»

02.04.2011 «Был һөнәрҙе һайлаған йәштәр отолмаясаҡ»

Иртәгә Рәсәй геологтары үҙҙәренең профессиональ байрамын билдәләй. Һеҙҙең иғтибар­ға Башҡортостан Республикаһының Ер аҫтын файҙаланыу буйынса идаралығы етәксеһе Рәсих Әғзәм улы Хәмитов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
«Был һөнәрҙе һайлаған йәштәр  отолмаясаҡ»– Башҡортостан геологтары үҙҙәренең профессиональ байрамын нисек ҡаршылай?
– Беҙ ҡатмарлы реформалар заманында тау- геология һәм яғыулыҡ-энергетика өлкәһендә кадрҙар, ғилми эҙләнеүҙәр һәм етештереү ҡеүәтен һаҡлап ҡала алдыҡ.
2010 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә ер аҫты байлыҡтарының ҡиммәтлегенең артыуы планға ҡарата – 103, углеводтарҙы прогнозлау ресурстары – 100, урандыҡы – 108, ташкүмер­ҙеке – 170, алтындыҡы 91 процент тәшкил итте. Республикала 13,4 млн тонна нефть сығарылды, 4,57 млн тонна баҡыр колчеданы мәғдәне, уның составында 71,3 мең тонна баҡыр, 76,6 мең тонна цинк, 7,6 тонна алтын, 84,5 тонна көмөш табылып эшкәртелгән. «Башнефть» компанияһы ике ҙур ятҡылыҡ асты.
Былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса нефть запастарының күләме 4,7 млн тоннаға артты. Ләкин был нефть сығарыу күләменән күпкә түбән, тимәк, запастар кәмей бара.
Дөйөм алғанда, тау-геология һәм нефть-энергетика өлкәһендә эшләүсе предприятиеларҙың эшмәкәрлеге ҡаҙнаға 32 млрд һумдан ашыуыраҡ һалым килтерҙе.

– Бер нисә йыл элек, Башҡортостандың ҡаҙылма байлыҡтарын баһалап, уны яҡынса 150 млрд доллар тирәһе, тип билдәләнеләр. Бында үҙгәрештәр бармы? Даими мониторинг алып барыламы? Һуңғы арала ниндәй яңы асыштар яһалды?
– 1999 – 2000 йылдарҙа беҙ, Башҡортостан­дың геологик-иҡтисади картаһын төҙөп, уның ер аҫты ҡеүәтен барланыҡ – 154 млрд доллар. Республика геологтарының фиҙакәр хеҙмәте арҡаһында был быуатта байтаҡ геологик асыш яһалды. Улар республика «амбары»на бер нисә йөҙ миллиард һум өҫтәне, тип ғорурлыҡ менән әйтә алабыҙ.
Әммә шуны онотмайыҡ: дәүләт бюджетынан финанслау кәмеүе арҡаһында геолог хеҙмәте яңы ятҡылыҡтарҙы разведкалау темптарын кәметте. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ һаман да совет заманынан ҡалған запастарҙы «ашайбыҙ». Геология һәм разведкалау эштәрен күтәрергә һәм йәнләндерергә тейешбеҙ.

– Бер нисә йыл элек республиканың төньяҡ-көнсығышында үтә тәрән скважинаны быраулап ҡаранылар. Был эштең һөҙөмтәләрен белергә мөмкинме? Уның һымаҡ эксперимент СССР-ҙа Кольск ярымутрауында ла үткәрелде. Уның да һөҙөмтәләре ябай халыҡ өсөн бик ҡараңғы. Бик тәрәндә тамуҡҡа барып төртөлгәндәр, тигән имеш-мимештәр ҙә бар. Был хәлде асыҡлап үтһәгеҙ ине.
– 1971 – 2004 йылдарҙа республикала 2500 метрҙан тәрәнерәк ҡатламда нефть бармы-юҡмы икәнен белер өсөн 15 тәрән скважина бырауланды. Тәрәнлектәре 2690-дан 5521 метр­ға тиклем тәшкил итте. Уларҙың геология фәнен үҫтереүҙә һәм түбәнге ер аҫты ҡатламдарын өйрәнеүҙә әһәмиәте бик ҙур. Ғалимдарҙың фаразлауынса, Башҡортостан­дың нефть һәм газ ресурстары запастарының 80 проценты әле тәрән ҡатламдарҙа урынлаш­ҡан.
Ә Кольск тәрән параметрик скважинаһы 12 262 метрға етте. Уны быраулау 1971 йылдың майынан 1995 йылға тиклем дауам итте һәм проект тәрәнлегенә (15 км) барып етмәйенсә туҡтатылды. 12 км тәрәнлектә температура 220 градусҡа еткән, унда 14 микроорганизм һәм метан барлығы асыҡланған. Был эксперимент Ерҙең барлыҡҡа килеү тарихын 1,5 млрд йылға оҙонайтҡан.

– Рәсәйҙә беренсе тау уҡыу йортона нигеҙ һалған атаҡлы башҡорт мәғдәнсеһе Исмәғил Тасимовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү эштәре нисек бара?
– Башҡорттарҙан иң беренселәрҙән тау-геология сәнәғәтен булдырыусы һәм Санкт-Петербургтағы тау уҡыу йортона нигеҙ һалыусы Исмәғил Тасимов – ысынлап та, легендар һәм бөйөк шәхес. Уның эшмәкәрлеген өйрәнеүгә һәм исемен мәңгеләштереүгә иғтибар артты. Был тәңгәлдә күп эш башҡарылды.
2001 йылда, Рәсәйҙең тау-геология хеҙмәтенең 300 йыллыҡ юбилейын билдәләгән көндәр­ҙә, Санкт-Петербургтың тау-техника университетының акт залында И. Тасимов тураһындағы докладымда уны телгә алдым – быға тиклем һаҡланған китапхана-архив материалдарына, күренекле ғалим Рәшит Шәкүрҙең һәм геолог Миңләхмәт Моталовтың яҙмаларына таяндым. Күптәргә был, ысынлап та, яңылыҡ ине.
Һуңғы арала уның исеме Аҡъяр тау колледжына бирелде. Исмәғил Тасимов исемендәге дәүләт премияһын булдырыу ниәте менән Башҡортостан хөкүмәтенә мөрәжәғәт иткәйнек, әлегә яуап юҡ.
Беҙ Геология институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге) менән ике йылға бер тапҡыр төбәк-ара геология конференцияһы уҙғарабыҙ һәм уның бер секцияһын «Тасимов уҡыуҙары» тип атағанбыҙ. Ул дүртенсе тапҡыр үткәрелде.

– Башҡорт халҡының йәшәйеше элек-электән мәғдәнселек менән бәйле. Географик атамаларҙың күбеһе мәғдәнгә бәйле: мәҫәлән, Баҡырүҙәк, Тимерарҡа. Был топонимдарҙы өйрәнеү геологтарға файҙа килтерәме?
– Был исемлекте дауам итергә мөмкин: Башҡортостанда ла, күрше өлкә-республика­лар­ҙа ла, Рәсәйҙә лә һәм донъяла ла. Мәҫәлән, Янғантау (Салауат районы, термаль газ), ҡурғашлы (Белорет һәм Бөрйән райондарында), Красноусол һәм Усолка (Ғафури районы), Торф һәм Баҡыртау (Баймаҡ районы), Мейәстән алып Учалы – Миндәккә тиклемге уйһыулыҡты элек һәм хәҙер ҙә «Алтын үҙән» (Золотая долина) тиҙәр.
Бөтә донъяға билдәле Стәрлетамаҡтағы тау- шихандар – боронғо диңгеҙҙең (350 – 370 млн йыл элек) риф ҡалдыҡтарынан (эзбизташтан) тора һәм химияла, төҙөлөш материалдары һ.б. өлкәләрҙә ҡулланырға мөмкин. Әммә иң мөһиме – беҙ уларҙы һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ. Башҡа ятҡылыҡтар етерлек. Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк: урындағы халыҡ атамаларын рәсми географик и топографик карталарға күсергәндә хаталар күп, тип уйлайым. Мәҫәлән, Шатаҡ тауы (дөрөҫө – Биш итәк), Бретяк (дөрөҫө – Бер итәк), Худолаз йылғаһы (дөрөҫө – Төйәләҫ).

– Геологтарға һәм киләсәктә ошо һөнәрҙе һайларға йыйынған йәштәргә теләктәрегеҙ...
– Быйыл профессиональ байрам – Геологтар көнөн 45-се тапҡыр бергәләп ҡаршылайбыҙ. Күреп-ишетеп беләһегеҙ. Бөгөнгө халыҡтың тормошо ошо романтик профессияны һайлаған, тау-геология һәм яғыулыҡ-энергетика өлкәһендә эшләгән бер нисә быуын кешеләренең фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһенә бәйле.
Яңы рудниктарҙың барлыҡҡа килеүе (Учалы, Баймаҡ, Белорет, Хәйбулла райондарында), санаторий-курорт системаһының урындағы минераль һыу һәм ләмде файҙаланыу арҡаһында үҫешеүе лә, нефть сәнәғәтендә һөҙөмтәле үҙгәрештәрҙең барыһы ла беҙҙең эшмәкәрлегебеҙҙең һөҙөмтәлелеген иҫбатлай.
Беҙҙең тармаҡта эшләгән бөтә геологтарға, геофизиктарға, быраулаусыларға, таусыларға, нефтселәргә иҫәнлек-һаулыҡ, тулы тормош, яңы асыштар һәм ғаилә именлеге теләйем.
Йәштәргә теләк – ошо профессияларҙы һайлағыҙ һәм илебеҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итегеҙ.
Байрам менән, ҡәҙерле геологтар һәм тау-геология тармағы хеҙмәтсәндәре!

Илдар Ғәбитов әңгәмәләште.
Р. S.
– Интернетта Мәләүездә булған ер тетрәүҙе Ямантау аҫтында төҙөлөп ятҡан йәшерен ҡалалағы шартлатыу эштәре менән бәйләйҙәр. Был хәбәр дөрөҫмө?
– Әлбиттә, юҡ. Ул объектты гәзит уҡыусылар­ға күрһәтергә була. Әйҙәгеҙ, сканвордты дөрөҫ сисеп ебәргән ун кешегә беҙҙең иҫәпкә ошо ҡалаға экскурсия ойошторайыҡ.
– Яуаптар күберәк килә бит әле.
– Улай булғас, уҡыу­сылар «яман» һәм «тау» һүҙҙәренә бәйле ҡы­ҙыҡ­лы нәмәләр яҙып ебәр­һен. Шулар араһынан 10 кешене һайлап алырбыҙ. Текс­тың күләме 20 – 25 һүҙҙән артмаһын.
Геология фә­нен яратҡан мәктәпкә суперприз – «Баш­ҡор­т­ос­тан йәшмәләре» ти­гән фототека (фото). Бының өсөн мәктәп урынлашҡан төбәктән геологияға бәйле топонимдар аңлатмаһын ебәрегеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”