RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Боландар иленә сәйәхәт

04.09.2010 Боландар иленә сәйәхәт

Боландар иленә сәйәхәтКөтмәгәндә булды тәҡдим. Августың ундарында Ринат исемле дуҫ егет шылтыратты.
– Ялға тыуған яҡтарына ҡайт­ҡан күп халыҡ, йәйге отпускылары тамамланғас, Себер тарафтарына ашыға, шуға күрә лә поезға билет юҡ. Мин эшкә китә алмай ултырам, һин үҙ машинаңда Түбәнге Вартаға алып бара алмаҫһыңмы икән, хаҡын килешер инек?
Ринат күп йылдар инде Көнбайыш Себерҙең нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә эшләй. Ишембайҙа ғаиләһе, өс бүлмәле фатиры бар. Үҙенә етеп, өс малайы үҫеп килә. Ҙур хеҙмәт хаҡы алып эшләгәс, донъялары етеш, өҫ-баштары бөтөн, тамаҡтары һый-ниғмәттән өҙөлмәй уларҙың. Йыл һайын, яйын тура килтереп, диңгеҙ буйҙарында ла, үҙебеҙҙең, ябай хеҙмәт кешеләре өсөн бары тик хыял ғына булған Башҡортостан шифаханаларында ла ял итеп ҡайтырға мөмкинлектәре бар.
Ике-өс көн дә үтмәне, Ринат йәнә тауыш бирҙе.
– Мин тағы өс кеше таптым, улар ҙа Вартаға бара, ҡуҙғалабыҙмы?
Тәүәккәл таш ярыр, булдыҡһыҙ баш ярыр, тигән әйтемде иҫтә тотоп, мин таш ярырға булдым. Хәйер, Себер юлдарында күп­тәрҙең баштары ярылғанын да, бәғзеләрҙең эҙһеҙ юғалғанын да беләм. Әммә журналист булмышым еңде һәм, ҡатындың ай-вайына ла ҡарамай, алыҫ сәфәргә сыҡтым.
Ишембайҙан иртәнге сәғәт алтыларҙа ҡуҙғалдыҡ. Юлдашта­рым­дың, Ринаттан башҡа, өсөһө лә бер фирмала эшләй икән. Александр менән Рөстәм – синыфташтар, Ишембайҙың 12-се мәктәбен тамамлағандар. Сергей Татарстандың Лениногорск ҡалаһынан Ишембайҙа йәшәгән Анастасия исемле һөйгән ҡыҙын күреп китергә килгән.
Беләктәрен төрлө татуировкалар менән биҙәгән Саша бәләкәй­ҙән дыуамалыраҡ булған. Мәктәптә уҡыған йылдарын әллә ни хәтерләмәй. Уҡытыусыларҙы йыш илатыуын, дәрестәрҙән ҡасып сығып китеүен, көн аралаш тиерлек тиҫтерҙәре менән дөмбәҫләшеүен генә һағынып һөйләй ул.
Этә-төртә уҡыуын тамамлаған йәш егетте яҙмыш елдәре, десант ғәскәрҙәре составында, беренсе чечен һуғышына алып барып быраҡтырған. Ул ҡан ҡойошта ҡатнашыу Александрҙың психикаһын ярай­һы ғына таушағанға оҡшай. Ишембайҙан сыҡҡанда үҙен ипле генә тотҡан егет, юлда һыра уртлап килә торғас, күҙ менән ҡаш араһында үҙгәрҙе. Күперекле шыйыҡсаға ҡатырағын да өҫтәп ебәргәс, Саша бөтөнләй аҙҙы. Йә ул, машинаны туҡтатыуымды һорап, юлда саҡрым һайын тәүлек әйләнәһенә ишектәре асыҡ булған кафела эшләгән ҡыҙҙарға бәйләнеп бер булды, йә салонда магнитола булмағанға ризаһыҙлыҡ белдерҙе, йә туҡтауһыҙ һыра һемереүҙән шартлар сиккә еткән ҡорһағын бушатыу өсөн ҡыуаҡ төптәрен һананы.
Александр срогы тулғандан һуң да хәрби хеҙмәттән тыуған яғына ҡайтырға ашығып бармаған әле, килешеү төҙөп, үҙе әйтмешләй, «черный»ҙарҙың ҡанын ағыҙырға ҡалған. Унда тағы бер нисә йыл йөрөп тә аҡылға ултырмаған ул, һаман уйында – һуйыш та үлтереш.
– Төшөмдә лә әле булһа шул һаҡалтайҙар менән һаташып, «вертлужка» саҡырып, манма тир булып уянып китәм, – ти.
Бәхетенән, һуғышта йөрөп ҡайт­ҡан Александрға класташы осраған. Саша Чечен Республикаһында конституцион тәртип урынлаштырып йөрөгән арала, юғары белемле нефтсе һөнәрен үҙләштереп, Түбәнге Варталағы «ҡара алтын» ятҡылыҡтарын эҙләүсе бер абруйлы ғына фирмала участка начальнигы булып хеҙмәт юлын башлаған Рөстәм һабаҡташ дуҫын үҙ янына саҡырған. Шул көндән бирле улар бергә эшләй, Рөстәм, бәләкәй генә булһа ла, етәксе, Александр – ябай эшсе.
Саша, әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, өйләнгән. Үҙенең һөйләүенә ҡарағанда, иҫ киткес сибәр, тыңлаусан, егәрле һәм тоғро ҡатыны, улы бар. Әммә ғаиләһендә тынсыу, ахырыһы, уға.
– Вартала тағы бер ҡатыным бар ине минең, – тип ысҡын­дырҙы килә торғас теле бөтөнләй көрмәләнгән Александр. – Уның менән, вахтаға килгән арала, өс йыл самаһы бергә йәшәгәйнек, әле мөнәсәбәттәр һыуынып тора. Хәйер, ирһеҙ бисәгә нимә, хәҙер барһам да, әйҙүкләп ҡаршы аласаҡ ул. Кеҫәңдә аҡсаң булһын да, күкрәгеңдә күптән ирҙәр йылыһы татымағандан ҡорғаҡһыған енси нәфсеһен ҡәнәғәтләндерерлек ғәйрәтең урғылһын.
Рөстәм дә күптән башлы-күҙле булған. Һүҙгә һараныраҡ, тыйнаҡ был уҙаман, башта дуҫына эйәрергә тырышып, «яғаһы аҫтына» ярайһы ғына һалғайны, һуңынан ауыҙына йоҙаҡ элде. Беренсенән, ашҡаҙаны сирле булдымы, егетте ҡолаҡты йөҙәткес осҡолоҡ тотоп алды ла китте. Свердловск өлкәһенән үк баш­ланған был зәхмәт Салым ҡалаһына тиклем Рөстәмдең дә, беҙҙең дә ныҡ ҡына теңкәгә тейҙе. Ауыҙына тәмәке төтөнө уртлап ултырыу ҙа, минераль һыу ҙа, һыра ла, араҡы ла, иптәштәренең, халыҡ медицинаһы ысулдарын ҡулланып ҡара, тип биргән аҡыллы кәңәштәре лә хәлен еңеләйтә алманы егеттең. Икенсенән, Рөстәмдең ҡатыны Себерҙә тыуып үҫкән. Өйләнешкәс, әлбиттә, егет уны Ишембайға алып ҡайтҡан. Әммә ҡыҙҙың ата-әсәһе Вартала йәшәй, имеш. Унда барып етеү менән Рөстәм, хәләл ефетенең сәләмдәрен тапшырыу өсөн, ҡайныһы йортона һуғылып китергә тейеш икән. Билдәле, кейәү булған кеше ҡатынының ата-әсәһе алдына лаяҡыл иҫерек килеш барып баҫа алмай бит инде.
Сорғотҡа еткәс, ниңә уны бығаса йәшереп килгәндер, тап ошо көндө Рөстәмдең тыуған көнө булыуы асыҡланды. Юлдашы­быҙҙың августың тап уртаһында утыҙ етеһе тулған икән. Үҙе паспортын сығарып күрһәтмәгәндә, был «тарихи ваҡиға» тураһында ун йыл буйы бергә һабаҡҡа йөрөгән класташы ла, беҙ ҙә белмәй инек. Бындай оло датаны нисек билдәләмәйһең, минең «ЛАДА-КАЛИНА» салоны банкет залына әйләнде лә китте. Рөстәмде ҡотлап, матур һүҙҙәр, теләктәр әйтелде, ике-өс төрлө тауышҡа «Ямщик, не гони лошадей» йырланды, бүләктәр тапшырылды. Йәнә араҡы һыу булып аҡты. Уныһы, әлбиттә, юбиляр иҫәбенә.
Оҙон килбәтһеҙ кәүҙәһенә алһыу төҫтәге футболка, шаҡмаҡ битле дәфтәрҙе хәтерләтеп торған шорты кейеп алған мордва милләтле Сергей – беҙҙең арала иң йәше. Ул былтыр ғына Ырымбур дәүләт университетын тамамлап, юғары белемле геолог дипломы алған. Йәш белгескә Ырымбур быраулау эштәре идаралығына йүнәлтмә биргәндәр, әммә Сергей үҙен Көнбайыш Себерҙә һынап ҡарамаҡсы булған.
Үҙе килбәтһеҙ булһа ла, башҡаларға ҡарата ихтирамлы, илгәҙәк был егет һүҙгә лә маһир булып сыҡты.
Свердловск өлкәһенең Арти ҡасабаһына етәрәк, тиҙлекте арттырған өсөн, мине юл хәүеф­һеҙлеге хеҙмәте инспекторҙары туҡтатҡайны.
– Һеҙ юл ҡағиҙәһен боҙҙоғоҙ, өс йөҙ һум штраф түләргә протокол төҙөйәсәкбеҙ, – тине ҡуйы ерән ҡаштары аҫтынан күҙҙәре саҡ-саҡ ҡына йызлап күренеп торған өлкән лейтенант.
Шул ваҡыт беҙҙең эргәгә Сергей килеп баҫты.
– Иптәш өлкән лейтенант, башта рәхим итеп үҙегеҙ менән таныштырһағыҙ ине, – тине ул ышаныслы итеп. Артабан, инспекторҙың баҙап ҡалыуын шәйләп, дауам итте. – Закон буйынса, һеҙҙең был радар тип аталған приборығыҙҙың сертификаты булырға тейеш. Мөмкин булһа, шул документығыҙ менән дә таныштырһағыҙ ине?
Өлкән лейтенанттың әле генә ҡәнәғәт йылмайып торған күҙҙәренән осҡондар сәсрәп китте.
– Һин нимә, козел! – Ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡаты итеп һүгенеп ебәрҙе.
Шуны ғына көткәндәй, Сергей, үтә лә итәғәтле булырға тырышып, һөжүмгә күсте.
– Тәк, иптәштәр, ишеттегеҙме? Мин уның менән ипле генә һөйләшәм, ә ул мине, ауыҙынан йолҡоп алып ырғытһаң, эт тә уҡшып ҡасырлыҡ һүҙҙәр менән туҙҙыра. Хоҡуҡ һаҡсылары араһындағы ошондай осраҡлы кешеләр менән күмәкләшеп көрәшергә саҡыра ла инде беҙҙе Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев. Сөнки һеҙҙең кеүек кешеләр милиция хеҙмәт­кәрҙәренең исеменә ҡара яға, иптәш өлкән лейтенант. Иптәштәрем алдында мине мыҫҡыл иттегеҙ, бына шаһиттар ҙа бар. ҡағыҙ менән ручка бирегеҙ, мин һеҙҙең өҫтән етәксегеҙгә ялыу яҙам.
Сергейҙың ялҡынлы телмәрен тыңлап торған инспектор башта бер нисә минутҡа телдән яҙҙы. Һуңынан, аңына килгәс, минең ҡулға документтарҙы тотторҙо ла, хәйерле юл теләне.
– Беҙ бит үҙебеҙҙең хоҡуҡтарыбыҙҙы насар беләбеҙ, шунан файҙалана ла инде үҙҙәрен тәртип һаҡсылары тип йөрөгән погонлы юлбаҫарҙар. Президент Медведев, әлбиттә, хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн байтаҡ тырышлыҡ күрһәтә. Мәгәр, бөтөн ил менән дәүләт етәксеһенә ярҙам итмәгәндә, Эске эштәр министрлығындағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙың фәтүәһе булмаясаҡ, – әле генә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторы менән минең өсөн яғалашҡан юлдашыбыҙ, машинаға инеп ултырып, ҡуҙғалып киткәс тә, тиҙ генә тынысланманы.
Үҙенең был «батырлығы» менән байтаҡ ара маһайып барҙы әле Сережа. Бары тик ҡаф тауҙарында «һаҡалтайҙар» менән ҡаһармандарса алышып ҡайтҡан Александр етди ризаһыҙлыҡ белдерә башлағас ҡына самаһыҙ шапырыныуҙан туҡтаны.
Мин, теге өлкән лейтенант рация аша трасса буйынса хәбәр итер ҙә, коллегалары туҡтатып йөҙәтер инде, тип шөрләй биреп тә ҡуйғайным, ләкин башҡаса ундай күңелһеҙ хәл ҡабатланманы.
Тубыл ҡалаһын үткәс, бығаса һикәлтәһеҙ генә булған юл торошо боҙолдо. Аҙым һайын осрап торған соҡор-саҡыр­ҙарҙы һанап килә-килә, күҙҙәр тондо. Рус һәм башҡорт телдәрендә булған барлыҡ һүгенеү һүҙҙәрен ике-өс тапҡыр яңыртҡанбыҙҙыр, валлаһи.
Сорғотҡа етәрәк тағы бер ҙур һынау көтөп тора ине беҙҙе. Баҡтиһәң, Обь йылғаһы аша төҙөлгән Европалағы иң мөһабәт аҫылмалы күперҙе ваҡытлыса ремонтҡа туҡтатҡандар икән. Юҡ, бөтөнләй үк ябып ҡуймағандар уны, саҡрымдарға һуҙылып киткән машиналар ағымын күперҙән теп-теүәл сәғәт ярым бер йүнәлештә сығаралар, һуңынан икенсе яҡтағы меңәрләгән транспорт колоннаһы ҡаршы яҡҡа ҡуҙғала. Төн уртаһына ҡәҙәр күперҙән сығып өлгөрмәгән машина хужаларына, күккә ҡарап, йондоҙҙар һанарға ғына ҡала. Сөнки ремонт барған объект төнгө сәғәт берҙән иртәнге дүрткә тиклем бөтөнләйгә ябыла.
Машиналар теҙмәһенең хәрәкәтен ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре күҙәтеп торһа ла, йылғырыраҡ водителдәр сиратһыҙ алға үтергә, һөмһөҙ рәүештә колонна уртаһына ҡыҫылырға тырыша. Шул сәбәпле, сәғәттәр буйы үҙ сиратын көтөп ултырыуҙан быуындары ойой башлаған шоферҙар араһында талаш-ҡысҡырыш китә, күҙҙәргә ҡан һауа, ауыҙҙарҙан күперектәр сәсрәй.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
«Йәшлек»тең үҙ хәбәрсеһе.

Ишембай – Төмән – Түбәнге Варта – Өфө.

(Дауамы бар).








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған