RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Эйе"ме "юҡ"мы үәт һорау!

08.02.2011 "Эйе"ме "юҡ"мы үәт һорау!

ҡайһы бер банкылар кешегә йәки ойошмаға кредит биреү өсөн поручителдәр талап итә. Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөн һинең бурысың өсөн яуап бирергә теләүселәрҙе табыуы еңел түгел. Үҙең ризалыҡ бирер алдынан да төрлө уйҙарға күмеләһең. Ләкин дуҫың йәки яҡын туғаның үтенеп һораған осраҡта риза булырға ла тура килә. Ярай инде, аҡса алған кеше бурысын ваҡытында һәм тулыһынса ҡайтарып бирһә. Үкенескә күрә, киреһенсә булған осраҡтар ҙа күҙәтелә.
Кредит буйынса яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыу­сы кеше йәки юридик шәхес башҡа бер кешенең банк алдындағы бурысы өсөн яуап бирә. Әлбиттә, проблемалар бурысҡа аҡса алған кеше үҙ өҫтөнә һалынған яуаплылыҡҡа һалҡын ҡараған осраҡта башлана.
Банк кредит биреү өсөн поручителдәр һораған саҡта үҙ мәнфәғәтен ҡайғырта. Бындай ваҡытта ул клиенттары тураһында күберәк мәғлүмәт туплай. Ни тиһәң дә, поручитель булған кеше лә йәки юридик шәхес тә үҙе тураһында тулы мәғлүмәт еткерә. Банк ялған документтар ҡулланып кредит алырға маташыу­сылар менән дә шул уҡ поручителдәр ярҙамында көрәшә. Һәр хәлдә, бурысты ҡайтарып биреү өсөн башҡаларҙы ла йәлеп итеү банкылар өсөн бик уңайлы.
Һәр кем шуны аңлаһын ине: поручитель банк алдында заемсы һымаҡ уҡ яуап бирә. Әгәр заемсы бурысын ваҡытында ҡайтарып бирмәй икән, поручитель төп бурысты ла, проценттарҙы ла, суд ваҡытында түгелгән аҡсаны ла түләргә мәжбүр буласаҡ.
Әлбиттә, банкынан кредит алғанда поручитель булыу өсөн күптәр яҡын кешеләренә мөрәжәғәт итә. Тик бер кемгә лә ыңғай яуапты тиҙ генә бирергә кәңәш итмәйбеҙ. Үҙегеҙҙе генә түгел, ғаиләгеҙҙе лә ауыр хәлгә ҡалдыра күрмәгеҙ.
Поручитель булған кеше, ысынлап та, үҙенең өҫтөнә ҙур бурыс ала. Заемсы аҡсаһын түләй алмаған осраҡта банк шунда уҡ тап поручителде дер һелкетә башлаясаҡ. Был ваҡытта банкының хоҡуҡтары Рәсәй Федерацияһы Граждандар кодексының 363-сө статьяһындағы 1-се пункт менән нығытылған. Был пункт поручителлек тураһындағы килешеүҙәрҙә һәр ваҡыт күрһәтелә.
Икенсе проблема ла бар. Һеҙ поручитель булған кеше кредитын ваҡытында түләмәй икән, «кредит тарихы»ғыҙ боҙола. Һөҙөмтәлә һеҙ ышанысһыҙ клиенттар иҫәбенә инәсәкһегеҙ. «ҡара исемлек»кә ингәндәргә башҡа банкыларҙан кредит алыуы ауырлаша. Күпселек банкыларҙа бындай исемлеккә ваҡытында түләмәгән заемсыны ла, поручителде лә индерәләр.

Риза булһағыҙ ҙа...

Әгәр кемдер һеҙҙән поручитель булыуығыҙҙы үтенә икән, ниндәй сумма хаҡында һүҙ барыуы, уның процент ставкалары, кредиттың нисә айға бирелеүе һәм маҡсаты тураһында ентекләп һорашығыҙ. Аҙ таныш булған, үҙегеҙҙән алыҫ йәшәгән кешегә поручитель булыу­ҙан баш тартығыҙ, тип яҙып тороуы ла артыҡ – быны һәр кем аңлайҙыр, тип ышанғы килә.
Үҙегеҙҙең һәм ғаиләгеҙҙең мөлкәтен хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ. Әгәр заемсы бурысын түләмәй һәм һеҙҙең дә ундай мөмкинлегегеҙ юҡ икән, суд ҡарары менән мөлкәтегеҙҙе – фатир, машина, йорт йыһаздарын тартып аласаҡтар.
Тағы ла шуныһы ҡурҡыныс – ҡайсаҡ эшҡыуарҙар үҙендә эшләгән кешеләрҙе поручитель итеп алып, кредит юллай. Банк хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, йыш ҡына тап ошондай кредиттар менән проблемалар килеп сыға. Хеҙмәткәрҙәр, етәкселәренең банк алдындағы бурысын нисек итеп түләрен аныҡ ҡына белмәһә лә, эш урынын юғалтыуҙан йәки етәксе менән мөнәсәбәттәре боҙолоуҙан ҡурҡып, поручитель булырға ризалыҡ бирә һәм яңылыша. Шуға ла һеҙҙең алда ниндәйҙер өҫтөнлөктәре булған кешеләр өсөн поручитель булмағыҙ. Бының өсөн төрлө сәбәптәр табырға була.

Тағы ла бер нисә кәңәш:

Бер ваҡытта ла буш, тултырылмаған бланкыларға ҡул ҡуймағыҙ.
Килешеүҙең бөтә биттәренә ҡул ҡуйығыҙ. Әгәр һеҙҙең ҡултамға килешеүҙең һуңғы битендә генә тора икән, башҡа биттәрҙе һеҙҙең менән һөйләшеп тә тормай үҙгәртеүҙәре ихтимал.
Мотлаҡ рәүештә килешеүҙең бер данаһын ҡулығыҙға алығыҙ һәм һаҡлағыҙ.
Һуңынан банкынан ссуданы тулыһынса ҡаплауҙары тураһында справка алығыҙ.

ҡол түгел

Әлбиттә, поручитель дә ҡол түгел, уның да хоҡуҡтары бар. Банк поручителдең һәм заемсының хоҡуҡтарын боҙа башлаған осраҡта ул судҡа мөрәжәғәт итә ала. Заемсының кредитын ҡаплаған осраҡта, поручитель был бурысты үҙенә түләүҙе заемсынан талап итергә хоҡуҡлы. Банк поручитель судҡа мөрәжәғәт итһен өсөн ярҙам күрһәтеү маҡсатында бөтә кәрәкле документтарҙы бирергә бурыслы.
Әгәр килешеүҙең ҡайһы бер пункттары поручитель менән һөйләшеп тормай ғына үҙгәртелә икән, ул үҙ өҫтөнә алған яуаплылыҡтан баш тарта ала. Кредит башҡа кеше исеменә күсерелгән осраҡта ла поручителлектән баш тартырға мөмкин.
Әгәр поручитель заемсының банк алдындағы бурысын үҙе ҡаплай икән, кредиторҙың ҡалдырылған залогҡа билдәләнгән хоҡуҡтары уның иҫәбенә күсә. Ябайлаштырып әйткәндә, кредитор бурысҡа аҡса биргәндә заемсынан поручителдәр генә түгел, залог та талап итә һәм, кредитты заемсы урынына поручитель ҡаплай икән, залог поручителдең мөлкәтенә әйләнә.
Нимә генә булһа ла, поручитель, заемсы үҙенең өҫтөнә алған яуаплылыҡтан ҡасҡан осраҡта банкыға уның бурысын түләмәй тороп, бер ниндәй ҙә судҡа йәки ул ҡалдырған залогҡа өмөт итә алмай.

Лилиә СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”