RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Берәү булһын – берәгәйле булһын

22.01.2011 Берәү булһын – берәгәйле булһын

Берәү булһын – берәгәйле булһынКалендарь буйынса ҡыштың уртаһына ла еттек, шөкөр. Тимәк, көндән-көн яҙға яҡынлашабыҙ. Быйылғы яҙ, иҫләүегеҙсә, ауыл хужалығының «мәрткә китеүенән» һуң уҙған ике тиҫтә йылды түңәрәкләп, өсөнсө тиҫтәне башлауы менән билдәле. Тап үткән быуаттың туҡһанынсы йылдары башынан ауыл эшсәндәре яйлап ҡына эш хаҡы урынына етештергән продукцияһын алып эшләргә өйрәнде, техника паркының яңыртылыуын мөғжизә кеүегерәк итеп ҡабул итә башланы, эшкә илке-һалҡы ҡарарға ғәҙәтләнде. Уның ҡарауы, шәхси хужалыҡтарға йәм инде! 5 – 6 һауын һыйыр, йә булмаһа шуның сама йылҡы малы тотоу менән берәүҙе лә аптырата алмаҫһың хәҙер. Көнөң шул мал-тыуарға ҡалғас, тырышаһың инде.
Шулай ҙа күптән түгел бер танышымдан ике ятып бер төшкә лә инмәгән проблема хаҡында ишетергә тура килде. Ул да булһа – шәхси хужалыҡтарҙа тоҡомсолоҡ эшенең алып барылмауы. «Йә әле, әйт, ниндәй һыйыр тоҡомдарын беләһең? Айырып һөт тоҡомлоларын, ит тоҡомлоларын әйтеп бир, ауырһынмаһаң. Йорт ҡоштарынан, ҡаҙ-тауыҡтан ниндәйҙәре менән ҡыҙыҡһынғаның бар?»
Ауылда үҫкәс, ыҡ-мыҡ итеп булһа ла, һыйырҙарҙың ит-һөт йүнәлешле симменталь тоҡомон иҫләнем. Тауыҡтың һимеҙерәктәре бройлер була, кәкүк кеүегерәктәре өй тауығы инде. Һарыҡтар иһә ике төргә бүленә: меринос һәм ябай һарыҡ.
– Башҡаларҙың да мәғлүмәте шундайыраҡ кимәлдә. Тауыҡ икән, тимәк, йорт тауығы йә бройлер, һарыҡ икән – ябай һарыҡ, һыйыр икән, тимәк, симменталь һыйыр. Тоҡомсолоҡ эше алып барылмай шәхси хужалыҡтарҙа.
Сәмләндерҙең бит, ағай! ҡайтып, темаға ярашлы мәғлүмәттәрҙе ҡарарға ултырҙым. Маҡсатым – уҡыу­сыларыбыҙҙың күңеленә ошо сәмдең бер өлөшөн булһа ла һеңдерергә, үҙҙәренең шәхси хужалыҡтарында яңылыҡтар индереү хаҡында хыялланыуға этәрергә. Кәңәшләшергә, тәжрибә уртаҡлашырға, уй-фекерҙәр­ҙе гәзит биттәре аша башҡаларға еткерергә.
Тәүге, «ойотмос» мәғлүмәт, бәлки, уҡыусылар тарафынан әкиәт кеүегерәк ҡабул ителер, әммә, рәхим итеп, башта яҙғандарымды уҡып сығығыҙ.
Һарыҡсылыҡ өлкәһендәге күңелһеҙ ысынбарлыҡ
Яҙмаларымды һарыҡтан башлау­ҙың сәбәбе был малдың универсаллығына бәйле. Ер йөҙөндә 600-гә яҡын һарыҡ тоҡомо бар икән, баҡтиһәң. Уларҙы шартлы рәүештә ит, һөт, йөн, тире йүнәлештәренә бүлеп билдәләйҙәр. Шулай уҡ ҡатнаш һыҙаттарын үҙ эсенә алған йүнәлешле тоҡомдары ла бар: ит-йөн, йөн-ит, йөн-тире һ.б. СССР ваҡытында беҙҙә күпләп үрсетелгән совет мериносы йөн-ит йүнәлешенә ҡараған булған: йөнө – хөкүмәткә, ите – чабанға, йәғни уйын һүҙҙе ситкә ҡуйһаҡ, һарыҡсылыҡ, файҙаһы күп булһа ла, һыйыр малына ҡарағанда насарыраҡ йәйелдерелгән. Һарыҡтың, итенән тыш, йөнө лә, тиреһе лә хужалыҡта ҡулланыла ала, әммә былар иғтибарҙан ситтә тороп ҡалған. Һарыҡ тиреһен эшкәртеү түгел, уны йыйыу ҙа яйға һалынмаған, йөнөн мал хужалары ойоҡбаш-фәләнгә ҡуллана-ҡулланыуын. Бер һарыҡтан 2 – 3 килограмм йөн ҡырҡып алһаң (1 – 2 пар быймалыҡ), яҡшы тип иҫәпләнә (был минең һүҙем түгел, ә йөн йыйып эшкәртеүселәрҙең күҙәтеүҙәре), элек иһә әлеге совет мериностарынан 11 – 12,5 кило йөн (5 – 6 пар быймалыҡ) ҡырҡып алып булған.
Һыйыр малын яҡшы тоҡомло орлоҡ менән яһалма ҡасырыу этеп-төртөп булһа ла ғәмәлдә ҡулланыла, айырыуса ҙурыраҡ ауылдарҙа. Һарыҡтың иһә тоҡомон яңыртыу тигән төшөнсә юҡ: көтөүҙән сәгәй-сөгәй генә тәкә эйәреп ҡайтһа, тоҡомсолоҡ эше шуның менән тамам. Уныһы булмаһа, үҙ һарыҡтарың араһында ла тәкәләр етерлек. Элегерәк, зоотехник һарайыңа мал көйҙөртөргә ингәндә ололар уны күҙәтеп торорға ҡуша ине: «ҡарамаһаң, Мансур ҡусты тәкә малының береһен дә имен ҡалдырмай, рәттән көйҙөрөп сыға ла китә». Күрәһең, Мансур ағай, белгәнен тормошҡа ашырып, шул рәүешле ҡан буталыу, тоҡом кәгезләнеүен булдырмай йөрөгәндер. Уға ярҙамға чабандар килгән: баяғы йөнөн ҡырҡып алғандан һуң хөкүмәткә «кәрәге бөткән» быҙау ҙурлыҡ мериностарҙың береһен бер «ярты»ға алмаштырып, ауылдағы һарыҡ көтөүенә яңы ҡан индереп торғандар. Хәҙер иһә был меңәрләп йөрөгән мериностар бөттө һәм ауылдар­ҙағы һарыҡтар береһе-береһенә «әсәй-атай», «ҡоҙа-ҡоҙағый», йә, «апай-ағай» булып бөткән.

Тормошҡа ашырҙай хыял
Был хәлдән нисегерәк сығырға була? Әлбиттә, тоҡомдо яңыртыу эше менән даими шөғөлләнеп кенә. интернет селтәрендәге ауыл хужалығы форумдарына иғтибар менән күҙәтеү яһап, һарыҡсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнеүселәрҙең тәжрибә уртаҡлашыуҙарын гәзит уҡыусыларға еткерергә булдым.
Беренсе фекер: тоҡомсолоҡ эше менән айырым бер хужа ғына шөғөлләнә алмай, бында кооперация кәрәк. Тәкә көйҙөртөү икән, был эш бөтә ауыл кимәлендә башҡарылырға тейеш. Варфоломей төнө, тип әйтәйемме икән, сағыштырыу өсөн. Һарыҡтарҙы яһалма ҡасырыу менән берәү ҙә булышып йөрөмәҫ, әлбиттә. Әммә яҡшы тоҡомло тәкә алып, 1 – 2 сезонға дөйөм көтөүгә ебәреп, артабан уны яңы тәкәгә алмашты­рыу­ҙы бөтә хужалыҡтар ҙа уртаҡ фекергә килеп эшләгәндә генә ыңғай һөҙөмтәләргә ирешеп буласаҡ.
Икенсе фекер: тоҡом малын тик махсус тоҡом заводтарынан ғына һатып алыу. Ошо осраҡта ғына һатып алынған малда теге йәки был тоҡом­ға хас һыҙаттарҙың тулы күләмдә булыуы гарантиялана.
Һарыҡ тоҡомдары менән танышып ултырғандан һуң, ҡыҙыҡ өсөн бер нисә тоҡомдоң характеристикаһын, фотоларын күрһәтергә булдым.

Йөнтәҫ һарыҡ – меринос
Совет мериносы – 1920 – 1950 йылдарҙа СССР-ҙың Европа өлө­шөн­дәге көньяҡ райондарында Төньяҡ Кавказ мериностарын һәм мазай мериностарын ҡушыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килтерелгән тоҡом. Йөн һәм йөн-ит йүнәлешле мериностар була. Беҙҙең зонаға яраҡлаштырылған, сыҙамлы мал. Тәкәләре уртаса – 95 – 115 килограмм, орғасылары 70 – 90 килограмм тарта. Йөнө тигеҙ, 7 – 10 сантиметрлыҡ, яҡшы сифатлы. Тәкәләренән яҙлы-көҙлө – 13 – 16, орғасыларынан 5 – 7 килограмм йөн алып була. Түллек күрһәткесе – 120 – 140 процент (100 орғасынан 120 – 140 бәрәс алына). Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә байтаҡ ҡына тоҡомсолоҡ заводтарында совет мериностары үрсетелә.

Хаҡы һыйырҙыҡына торошло һарыҡ – тексель
Тексель – Голландияның Тексель утрауында барлыҡҡа килтерелгән ит-йөн тоҡомло һарыҡ. Тоҡом һыҙаттарының иң күҙгә ташланғаны – аҡ йөн, ҡарағусҡыл морон. Орғасы­ларының уртаса ауырлығы – 65 – 70, тәкәләренеке – 90 – 100 килограмм. Түллек күрһәткесе – 150 – 170 процент (100 орғасынан 150 – 170 бәрәс алына). Дүрт айлыҡ бәрәндәре 38 – 45 килограмм ауырлыҡта була. Ике айға тиклем бәрәстәр көнөнә 600 грамм ауырлыҡ йыя, һуңынан был күрһәткес 300 грамғаса кәмей. Ит сығышы – 55 – 60 процент. Тоҡомсолоҡта әүҙем ҡулланыла. Сөнки беренсе быуында уҡ үҙенең тоҡом һыҙаттарын бирә. Сыҙамлы, ауырыуҙарға бирешмәй. Тәкәлә­ренән – 5 – 6, орғасыларынан 3,5 – 4 килограмм йөн ҡырҡып алына.
Етешһеҙлектәре: йылына бер тапҡыр ғына ҡаса, көтөүгә ҡарағанда, яңғыҙ йөрөүҙе хуп күрә. Тағы ла бер түшкәһенең туңдырғысты тултырыуына ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә бар.
ҡыҙыҡ өсөн, тексель тоҡомло һарыҡтарҙың хаҡтарына иғтибар иттем. Мәскәү янындағы тоҡомсолоҡ хужалыҡтарында тере ауырлығының бер килоһын 150 – 200 һумға тәҡдим итәләр, документтар, тоҡом таныҡлыҡтары бирмәйҙәр (баяғыса, «апаһы»на ғашиҡ булып, «ағаһы»на бажа булған мал булыуы бик ихтимал). Голландиянан рәсми рәүештә индерелеп, бөтә прививкалары, тоҡом таныҡлыҡтары, генетик паспорттары теүәл булғандарының хаҡы 20 000 мең һумға барып баҫа. Һыйыр хаҡы! Берәй район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы инициативаһы менән, ошоноҡо кеүек тоҡомло, затлы һарыҡ тәкәләрен һатып алып ҡайтып, ауыл көтөүҙәренә ебәреүҙе ойошторғанда, ауыл халҡы һарыҡ малына бөтөнләй икенсе төрлөрәк ҡарай башлар ине, моғайын. Һарыҡ көткән 150 йортлоҡ ауыл халҡына йорт башынан 500 һум аҡса йыйғанда, ыһ та итмәй ауыл көтөүенә өс тәкә алып ебәрергә була. Зоотехния нигеҙҙәре менән таныш белгестәргә тоҡомсолоҡ эшен күҙәтеү буйынса планлы эш алып барғанда, ауыл көтөүҙәрендә ырыҡта мал кәмеп, юғары продуктивлыға әйләнер ине, моғайын.
Ауыл хужалығы проблемаларына бәйле мәҡәләне аңлы рәүештә ят, элиталы һарыҡ тоҡомо тураһындағы мәғлүмәт менән тамамланым. ҡытай коммунистары ла бит, коммунизмға етер өсөн һәр бер өйҙә металл иретеү мейесе булырға тейеш, тип оран һалған. Утыҙ-ҡырҡ мең һумлыҡ ЖК-телевизор алырға аптырап тормаған кешеләр булғанда, бәлки, 20 мең һумлыҡ һарыҡ алырға теләүселәр ҙә барҙыр, кем белә. Һарыҡсылыҡ ҡына түгел, һыйыр малын, ҡош-ҡортто тәрбиәләүҙә, ғөмүмән, шәхси хужалыҡтан максималь файҙа алырҙай мәғлүмәттәрегеҙ булһа, уртаҡлашығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

Илшат ҡАНСУРИН.
Сибай ҡалаһы.
P S. һарыҡ тоҡомдары хаҡындағы мәғлүмәттәр БСЭ (совет мериносы) һәм www.fermer.ru порталынан алынды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”