RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 Сәскәләр ҙә өшөй инде…

Сәскәләр ҙә өшөй инде…
Георгин һәм гладиолустарҙы ни тиклем генә яратһағыҙ ҙа, артығын алмағыҙ. Сөнки улар­ҙы икенсе миҙгелгә тиклем һаҡлау ауырға төшә. Баҡсасылар көҙ айҙарында сәскә һуғанбаштарын күп итеп ҡалдырырға тырыша. Ләкин яҙ етеү менән күңелһеҙ күренеш күҙгә ташлана: һуғанбаштар юҡҡа сыҡҡан, серегән була. Бындай хәл һирәк булһын өсөн маҡсат менән мөмкинлекте дөрөҫ самаларға ғына кәрәк. Әгәр мөгәрәп, гараж йәки верандағыҙ юҡ икән, юрғанды аяҡҡа ҡарап һайларға тура киләсәк. Һуғанбаштар һаҡланасаҡ урында һәр ваҡыт тиерлек 5 – 8 градус йылы булырға тейеш. Икенсе мәсьәлә лә бар: киләһе йылда сәселәсәк орлоҡ саҡ ҡына булһа ла боҙолһа, шундуҡ ырғытығыҙ. Үҙе лә серейәсәк, эргәһендәгеләрҙе лә зарарлаясаҡ.
Һуғанбаштарҙы ҡыш буйы тикшереп тороу талап ителә. Боҙолған урындарын ҡырҡып ташларға,”зеленка” менән таҙартырға онотмағыҙ. Ә инде ул яртылаш тиерлек боҙолһа, сүпкә ырғытырға ғына ҡала.
Бегония. Уның һуғанбаштарын көслө ҡырауҙарға тиклем ҡаҙып алырға кәрәк. Һаҡлар өсөн сәскәнең һабағын 2 – 3 сантиметрға тиклем ҡырҡып ташлайҙар. Һуғанбаштарҙы көрәк менән ҡаҙып алып, йәшниккә һалырға ла, һауа алған, әммә йылы урынға күсерәләр. Ике аҙна самаһы үткәс, ҡалған ботаҡтарҙы алып ташларға, йәбешеп торған тупрағынан һәм башҡа кәрәкмәгән сүп-сарынан таҙарталар. Бегония һуғанбаштарын һаҡлау өсөн 6 – 8 градус йылы кәрәк. Уларҙы торф йәки ағас вағы менән ҡаплап ҡуйыу ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә.
Георгин. Был сәскәне башлыса октябрь урталарында ҡаҙып алалар, ул ҡырауға бирешеп, ҡарая башлаған булырға тейеш. Ҡаҙып алыр алдынан һабаҡтарын 10 сантиметр самаһы ҡалдырып ҡырҡалар. Георгиндың тупрағын ҡырып таҙарталар, насар бүлбеләрен ҡырҡып ырғыталар. Артыҡ нәҙек күренгән тамырҙарын да өҙгөләп ташлайҙар. Бынан һуң уны ярты сәғәт марганцовка иретмәһендә тоталар. Һаҡ­ларға ҡуйыр алдынан георгиндарҙы аҙна-ун көн һыуыҡта тотоп алыу файҙалы. Сәскә бүлбеләре йәшниктәрҙә йәки кәштәләрҙә һаҡлана. Һауала 80 процент дым булырға тейеш, дым етмәгән урында улар кибә һәм эшлектән сыға. Әгәр был тиклем дымды булдырыу ҡулдан килерлек эш түгел икән, георгинды йәшниктәргә ҡом, торф йәки ағас вағы менән бутап һалырға була. Әллә ни күп булмаған бүлбеләрен бер нисә ҡат дымлы гәзиткә төрөп һаҡларға була, крафт-ҡағыҙ ҙа ҡулланыла. Тик был осраҡта сәсеү материалын һыуытҡысҡа ҡуялар. Гәзитен әленән-әле алмаштыралар.
Гладиолус. Уны һаҡ ҡына ҡаҙып алалар ҙа, сорттары, ҙурлыҡтары буйынса бүлеп сығалар. Сәсеү материалын тәүҙә “Интавир” йәки “Искра” иретмәһендә йыуалар, аҙаҡ марганцовкаға һалалар. Бынан һуң һуғанбаштарҙы гәзиткә теҙеп һалып киптерәләр. Бер аҙна самаһы йылы урында тоторға кәрәк, шулай уҡ бина даими елләтелһен. Бынан һуң сәсеү материалын бер ай буйы 18 – 20 градус йылыла киптерәләр. Гладиолусты һаҡлау өсөн картон йәшниктәр йәки ҡапҡаслы ҡаптар ҡулланыла. Уларҙың эсе дихлофос менән эшкәртелә. Кипкән гладиолус­тарҙы капрон ҡаптарҙа, гәзиткә төрөп һаҡлайҙар.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар