RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Аҡса һеҙҙе яратамы?

24.08.2010 Аҡса һеҙҙе яратамы?

1. Һеҙ затлы һәм күркәм әйберҙәр мөхитендә генә йәшәйһегеҙме?
А. Эйе, һәр ваҡыт.
Б. Минеңсә, иң мөһиме – үҙеңде ҡайҙа ла яҡшы тойоу.
В. Төрлөсә була.

2. Аҡсаны һәр ваҡыт ҡыҙғанмайынса тотонаһығыҙ һәм алған әйберегеҙгә ысын күңелдән шатланаһығыҙмы?
А. Эйе.
Б. Төрлөсә.
В. Юҡ, сығымдар мине бик һирәк шатландыра.

3. Һеҙҙә байлыҡ һәм аҡса амулеты бармы?
А. Эйе, ул һәр ваҡыт үҙем менән.
Б. ҡайһы ваҡыт булғылай, ләкин минең уға әллә ни иғтибар итмәйем.
В. Юҡ, мин амулеттарға ышанмайым.

4. Карьера яһайһығыҙ һәм бай булғығыҙ киләме?
А. Эйе.
Б. Минең өсөн карьера әһәмиәтле түгел.
В. Юҡ. Байлыҡ аҡса һәм биләгән урын менән үлсәнмәй.

5. Мөмкинлек сығыу менән күпмелер сумманы йыйып ҡуяһығыҙмы?
А. Эйе. Һәм аҡса йыя белмәгән кешегә аптырайым.
Б. Эйе, әммә запас ҙур түгел – йыя торам, ала торам.
В. Бер ҡасан да йыйғаным юҡ.
6. Һеҙ бер ай эсендә тотонорға йыйынған аҡса...
А. Бер аҙнала «осоп» китә.
Б. ҡайсаҡ етә, ҡайсаҡ – юҡ.
В. Тейешенсә бүлергә тырышам.

7. Аҡса янсығығыҙҙа һәр ваҡыт тәртипме?
А. Һәр ваҡыт.
Б. Һирәк.
В. Янсығым бөтөнләй юҡ.

8. Тормош иҫ киткес гүзәл, тигән һүҙ менән килешәһегеҙме?
А. Эйе.
Б. ҡайһы саҡ.
В. Бик һирәк, юҡ, тиһәң дә була.

9. Махсус блокнотҡа сығымдарығыҙҙы яҙып бараһығыҙмы?
А. Эйе.
Б. Яҙып барырға тырышам.
В. Юҡ.

10. Йырып сығып булмаҫлыҡ хәл юҡ, тип һанайһығыҙмы?
А. Эйе.
Б. Йыш ҡына.
В. Барыһы ла конкрет хәлгә бәйле.

Балдарҙы иҫәпләгеҙ, А – 3 балл, Б – 2 балл, В – 1 балл.

25 – 30. Аҡса һеҙҙе бик ярата (һеҙҙең дә уны яратыуығыҙҙы белә, ахырыһы). Һеҙ – аҡса тотоу мәсьәләһендә эксперт булырлыҡ кеше. ҡайтарып бирелгән аҡсаны һанау, ҡағыҙ аҡсаны тәртиптә тотоу – иң яратҡан шөғөлдәрегеҙҙең береһе. Ләкин байлыҡ артынан ҡыумағыҙ – бөтә аҡсаға ла эйә булып бөтөп булмай.

19 – 24. Һеҙгә аҡса дуҫ мөнәсәбәттә. Һеҙ бер-берегеҙ менән яҡшы таныш, әммә «ҡунаҡҡа йөрөшөрлөк» үк дәрәжәлә түгел. Аҡсаны «көйләп-сөйләп ҡунаҡ итергә» иренәһегеҙ. Аҡса менән бик еңел хушлашаһығыҙ, ул һеҙгә нисек инһә, шулай еңел генә сығып та китә. Шуға күрә аҡсаның да ҡарашы һеҙгә шундайыраҡ.
14 – 18. Аҡса һеҙгә ҡарата битараф. Ә ул һеҙҙең өсөн – ни бары иң кәрәкле ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү сараһы. Һеҙ уны тиҙерәк тотоноп бөтөрөүҙе артығыраҡ күрәһегеҙ. ҡулығыҙҙа аҡса булыу үҙегеҙгә ышаныс хисе бирһә лә, аҡса һеҙҙә оҙаҡ тормай. Ләкин аҡсаға тыныс ҡарайһығыҙ: юҡ икән – юҡ, бар икән – бар. Һеҙ – аҡса йыйырға теләмәүсе һәм йыя ла белмәүсе кеше.

10 – 13. Аҡса өсөн һеҙ мөһим түгел. Уның менән бәйле барлыҡ нәмәнән дә ситләшеү яғын ҡарайһығыҙ. Һеҙҙең фекерегеҙсә, аҡса яратыу нормаль кешеләр эше түгел. Моғайын, үҙегеҙҙе тормошта «аҡ ҡарға» кеүек хис итәһегеҙҙер – матди муллыҡҡа ынтылыусыларҙы өнәмәй­һегеҙ.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған