RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

19.10.2010 Өс һөйләм менән

20 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Башҡор­тостан Республикаһы буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиленең йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә «тура бәйләнеш» ойошторола. Унда халыҡ иҫәбен алыуға бәйле үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындыр­ған һорауҙарҙы бирә алаһығыҙ. «Тура бәйләнеш» өсөн телефон: 251-69-03.

Кисә Өфө ҡалаһында һуҡырҙар өсөн китапхана директорҙарының Бөтә Рәсәй семинары башланды. Ул Башҡортостанда һуҡырҙар өсөн иң тәүге китапхана асылыуға 75 йыл тулыу­ға арнала. Семинарҙа эште автоматлаштырылған режимда ойошто­роу­ҙы камиллаштырыу мәсьәләләре ҡараласаҡ.

11-се янғын һүндереү часының янғын һүндереүсеһе, сержант Денис Ғилметдиновҡа Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ҡаһарманлыҡ ордены тапшырҙы. Ул быйыл йәй урман янғындарын һүндереүҙә күрһәткән батырлығы һәм юғары профессионализм өсөн дәүләт наградаһына лайыҡ булыусы 46 кеше иҫәбенә ингән. Бүләкләү тантанаһы Кремлдең Георгий залында үтте.

19 – 20 октябрҙә баш ҡаланың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Дентал – Экспо. Урал стоматологияһы – 2010» күргәҙмәһе үтә. Уның барышында хәҙерге заман стоматологияһының көнүҙәк мәсьәләләренә арналған республика ғилми-ғәмәли кәңәшмәһе лә ойоштороласаҡ. Сараның ойоштороусылары – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм БР стоматологтар ассоциацияһы.

«Ағиҙел» фабрикаһы алтын туйын билдәләүсе парҙарға Президент бүләген әҙерләй башлаған. Комплектҡа сигелгән таҫтамал, ике плед һәм биҙәп эшләнгән ағас ҡалаҡтар инә. Фабрика шулай уҡ икенсе дәүләт заказын үтәүен – яңы тыуған сабыйҙарға 800 һумлыҡ комплекттар әҙерләүҙе лә дауам итә.

Өфө ҡалаһында Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының гастроле башлана. ҡаҙан артистары Өфө тамашасыһына «Йәш йөрәктәр», «ҡурсаҡ туйы», «Диләфрүзгә дүрт кейәү», «Диуана», «Тәҡдир», «Мылтыҡ», «Бәпәй», «Люстра» спектаклдәрен тәҡдим итмәксе. Гастролдең һуңғы көнөндә драматург Зөлфәт Хәкимовтың 50 йәшенә арналған концерт буласаҡ.

Донор көндәре айҡанлы «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Йәш гвардияһы» Башҡортостан төбәк бүлексәһе юғары уҡыу йорттарында донорҙар акцияһы ойошторҙо. 12, 14 октябрҙә Башҡорт дәүләт медицина университетында һәм Башҡорт дәүләт аграр университетында ошондай акциялар үтте. Дөйөм алғанда, уҡыу йорттарының уҡытыусылары һәм студенттары 40 литрҙан ашыу ҡан тапшырған.

20 октябрҙә республикала мәктәп уҡыусылары өсөн информатика буйынса дистанцион олимпиада башлана. Был проект БР Мәғариф министрлығы тарафынан алтынсы тапҡыр ойошторола. Быйыл олимпиада бер турҙа үтәсәк, уның һорауҙары Мәғариф министрлығының сайтында «Мәғарифты информатизациялау» бүлегендә урынлаштырыла.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә