RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Үҙ шәжәрәһен белгән кеше тормошҡа, тарихҡа етдиерәк ҡарай башлай»

19.10.2010 «Үҙ шәжәрәһен белгән кеше тормошҡа, тарихҡа етдиерәк ҡарай башлай»

«Үҙ шәжәрәһен белгән кеше тормошҡа, тарихҡа етдиерәк ҡарай башлай»Дуҫым оҙаҡ ҡына бер ҡыҙ менән осрашып йөрөнө. Улар бер-береһенә шул тиклем ғашиҡ, мәңге бергә булыр кеүек ине. Әммә... Яҡын ғына туған булып сыҡтылар. Нисек улар оҙаҡ ваҡыт быны белмәй йөрөгән һуң, тиерһегеҙ. Сөнки туғанлыҡ ептәре хаҡында егет менән ҡыҙҙың ата-әсәһе лә белмәгән. Аптыратырлыҡ күренеш булһа ла, тормошобоҙҙа ҡайһы берәүҙәр хатта ике туғандарын да белмәй, бер тапҡыр күргәндәре лә юҡ бит. Ә кешене донъяла тап шул туғанлыҡ хистәре генә тотоп тора түгелме? Мөхәббәт, үкенескә күрә, һүрелергә лә мөмкин, дуҫтар ҙа алмашынып тора, ә туғандар һәр саҡ туған, ҡәрҙәш, ҡандаш булып ҡала. Йән тартмаһа ла, ҡан тарта, тигән мәҡәл дә тап шунан килеп сыҡҡандыр. Әлбиттә, уларҙың һәр ҡайһыһына таянырлыҡ та түгелдер. Әммә яҡын кешеләрең барлығын тойоу, уларҙың йылы һүҙҙәрен ишетеү генә лә кешене бәхетле итә ала.
Ата-бабаларыбыҙҙың тәрән аҡылына һәр саҡ һоҡланып ҡарайым. Шәжәрәләрҙе лә юҡтан ғына төҙөмәгән бит улар. Туған һүҙе лә ҡоро һүҙ генә булмаған, ә иңгә ҙур яуаплылыҡ һалған. Был матур йола оҙаҡ ҡына йылдар онотолоп торһа ла, һуңғы арала ныҡлап тергеҙелә башланы.
«Үҙ шәжәрәһен белгән кеше тормошҡа, тарихҡа етдиерәк ҡарай башлай»Һеҙҙең менән таныштырасаҡ геройым Буранбай Ишемғоловтың да шәжәрәләр менән ҡыҙыҡһынып китеүе шул ата-әсәһенең сит яҡтар­ҙа – алыҫ Себер тарафтарында йәшәгәндә туғандарын, тыуған ерен һағынып һөйләүҙәренән килеп сыҡҡандыр. Егеттең ата-әсәһе – Баймаҡ районынан Сирғәле ағай менән Рәхилә апай малайға ике йәш булғанда Төмән өлкәһендәге Сорғот ҡалаһына күсеп киткән. Ситтә йәшәһәләр ҙә, туған телдән, туған моңдан айырылмаған улар. Балаларын да, үҫкәс, Өфөгә уҡырға алып ҡайтҡандар. Буранбайҙың документтарын Өфө дәүләт сәнғәт институтына (хәҙер академия) тапшыралар. Унда рәссам Дамир Ишемғоловты күреп, Сирғәле ағай улына: «Дамир ағайың беҙгә туған булырға тейеш», – тип әйтеп ҡуя. Уҡырға ла бер юлы ике Ишемғолов инә – Буранбай һәм Дамир Ишемғоловтың улы Айҙар. Аҙағыраҡ, танышып киткәс, аралаша башлағас, улар, ысынлап та, туғандар булып сыға. Бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй башлайҙар, уртаҡ туғандарҙы барлайҙар. Ошонан һуң Буранбай ныҡлап шәжәрә менән ҡыҙыҡһына башлай, Үҙәк архивҡа йөрөй. Атаһынан ниндәй ауылдан икәнен һорашып, эҙләнеүҙәргә тотона. Әммә тәүҙә үҙҙәрен Баймаҡ районынан тип уйлаған егеткә ҡыйынғараҡ тура килә. Архивта оҙаҡ ҡына ултыра. Сөнки, баҡтиһәң, тамырҙары Ейәнсура яҡтарына барып тоташа икән.
Буранбай Сиражетдин олатаһының хәтирәләрен дә яҙҙырып ала. Быныһы бигерәк тә әһәмиәтле. Беҙ ишетеп кенә белгән нәмәләрҙең шаһиты булған кешенән боронғоларҙың тарихын ишетеү, тормоштары тураһында белеү күпкә ҡыҙыҡлыраҡ, ҡоро документ ҡына был тиклем бай, тормошсан мәғлүмәт бирә алмай бит.
Буранбай фамилияларының да тарихын өйрәнә. 1749 йылда тыуған Ишемғол ҡарттан башланып китә икән ул. «1816 йылда уҙғарылған перепись ваҡытында Ишемғол олатайым ошоларҙы үҙе әйтеп яҙҙырған булып сыға. Шул ваҡиғаны күҙ алдына килтереп, күргәндәй, тойғандай булдым. Ғөмүмән, архив менән эш итеүе күп нәмәне аңларға ярҙам итте. Үҙ тамыр­ҙарын өйрәнгән кеше тормошҡа яуаплыраҡ ҡарай башлай. Әгәр атай-олатайҙарыңды, туған-тыумасаңды беләһең икән, яуаплылыҡ тойғоһо бермә-бер арта. Сөнки һин үҙең өсөн генә түгел, ә туғандарың өсөн дә яуаплы, тарих алдында әллә нисәмә быуының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек итеп йәшәргә тейешһең», – тип бүлешә Буранбай эҙләнеү ваҡытындағы тәьҫораттары менән.
Егет һигеҙ быуынына тиклем барып етә. Аҙаҡ шәжәрәһен матур итеп, биҙәп төҙөй ҙә, туғандарына тарата. Шәжәрәне бер таныш ағай күреп ҡала ла: «Миңә лә шулай итеп эшләп бир әле, – тип һорай. – Юғиһә шәжәрәм бар, әммә ул туҙанға батып ята». Буранбай матур итеп уның да шәжәрәһен төҙөп бирә, быялалы рамка аҫтына ҡуя. Унда яңы быуын үҙ исемдәрен яҙһын өсөн урын да ҡалдыра. «Шәжәрәгә шулай уҡ кемдең ниндәй мәғлүмәттәре бар, шуны ла яҙырға була. Үҙ шәжәрәңде белеү ҙур ғорурлыҡ бит ул, ниндәйҙер берләштереү көсөнә лә эйә. Кеше үҙенең ата-бабаларының лайыҡлы улы булырға тырыша, тормошҡа, тарихҡа етдиерәк ҡарай башлай», – Буранбайҙың был эшкә юҡтан ғына тотонмауы күренеп тора. Бүтәндәргә шәжәрә төҙөү уның өсөн аҡса сығанағы түгел, ә бары тик яратҡан шөғөлө булып тора. Һәр кем үҙ шәжәрәһен белергә тейеш, тигән фекерҙә ул. Шәжәрә эшләтергә теләп мөрәжәғәт итеүселәрҙең һәр береһенә ҡабатланмаҫ матур, зауыҡлы итеп эшләргә тырыша. Уларҙы эшләгәндә, матур-матур башҡорт исемдәренә лә юлыға. Әгәр кешеләр үҙ шәжәрәләрен белһә, шул матур исемдәр ҡайтанан телебеҙгә ҡайтыр, тергеҙелер ине, тип уйлай Буранбай. Шәжәрә бу­йынса сайт та төҙөгән, унда үҙенең эштәренең өлгөләрен ҡуйған. Әлеге мәлдә фамилия китабын сығарыу хыялы менән йәшәй. Атаһының, олатаһының хәтирәләрен яңыртып, улар белгән тарихты яҙҙырып алып, шул китапҡа индерергә ниәтләй.
Мин дә, өләсәйем иҫән саҡта, үҙемдең шәжәрәмде төҙөгәйнем. ҡунаҡтар, туғандар килгәндә, уны ҡыҙыҡһынып, хатта ҡайһы саҡта аптырап та өйрәнде. Ысынлап та, әллә ҡайҙар­ҙа йәшәгән туғандарың тураһында шәжәрәгә ҡарап булһа ла белеүе һәйбәт түгелме ни? Нисәмә диңгеҙ аръяғында ла туғанлыҡ ептәре менән бәйләп тороусы ҡәрҙәшең бар, олатайың ауылдың иң абруйлы кешеһе булған, шәжәрә ағасында һинең исемеңдән китәсәк яңы япраҡтар төшөрөлгән икән – был беҙҙе саҡ ҡына бәхетлерәк тә, саҡ ҡына яуаплыраҡ та итмәйме?

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы