RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙ үҙебеҙ ғәйепле

30.10.2010 Беҙ үҙебеҙ ғәйепле

Башҡортостан иң ҙур шау-шыу ҡуптар­ған коррупцион эштәр буйынса Рәсәйҙә икенсе урында килә. Күптән түгел мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр иткән был яңылыҡ шаҡ ҡатыра. Беренсе урында – Мәскәү өлкәһе. Унда төбәк бюджетынан 25 млрд һум аҡса урланған, тиелә. Икенсе урынды 1 млрд 64 млн һум аҡсаны үҙләштереүҙә ғәйепләнеүсе Башҡортостан Республикаһы биләй. Бер ҙә генә лә бындай яңылыҡты ҡабул итке лә, ышанғы ла килмәй. Беҙҙең республикала ундай хәлдең булыуы мөмкин түгел кеүек. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, коррупция бармы, уны бөтөрөп буламы? Ошо һорау менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

А. ҒӘЗИЗОВ, коммерция фирмаһы етәксеһе:
– Рәсәйҙә коррупция элек тә булған, бар һәм буласаҡ. Хатта йырҙа ла йырлайҙар бит – «Воруй, Россия» тип. Биләгән вазифаһы менән файҙаланмаған чиновник бик һирәктер. Үҙемдең дә туранан-тура улар менән осрашҡаным булды. Берәүҙәренә асыуландым, икенселәренә кешесә аңлатырға тырыштым, ҡайһыларын бер аҙ ҡурҡытып алырға ла тура килде. Аңлағандары аңланы, һуңынан улар менән яҡшы мөнәсәбәттә ҡалдыҡ.
Бер генә миҫал килтереп үткем килә: вузда уҡып йөрөгәндә йәш кенә аспирант дәресте ҡалдырғаным өсөн зачет ҡуймай, һинең менән булышырға ваҡытым юҡ, тип, туранан-тура ниндәй сумма түләргә тейешлегемде әйтте. Мин, фәнде яҡшы белгәнлектән, риза булманым, өҫтәүенә, проректор менән дә мөнәсәбәттәр яҡшы ине, тура уға барып, хәлде аңлаттым. Ул иһә үҙ сиратында аспирант менән һөйләште. Хәҙер мин яңы эш башлаған вуз уҡытыусыһына был ҙур ғына һабаҡ булғандыр, тип уйлайым. Әгәр ҙә шунда өндәшмәй ҡалған булһам, ул уҡытыусы артабан да коррупция менән шөғөлләнеүен дауам иткән булыр ине. Йыш ҡына беҙ үҙебеҙ ҙә коррупцияға булышлыҡ итәбеҙ. Мәҫәлән, шул уҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән. Улар штраф яҙмаһын өсөн, йыш ҡына водителдәр үҙҙәре аҡса тәҡдим итә бит. Мин инде бер өс-дүрт йыл был аҙымға бармайым. Әлбиттә, үҙемдең ғәйебемде аҡларға тырышып, һөйләшеп ҡарайым, әммә бер ҡасан да инспекторҙарға аҡса тәҡдим иткәнем юҡ.
Хәҙер йәштәр ҙә аңлы рәүештә етәксе урындарға, муниципалитеттарға эшкә урынлашырға тырыша. Әлбиттә, статус өсөн генә түгел, ә матди яғын да уйлай улар. Ғөмүмән, коррупцияны бөтөрөү еңелдән түгел, хатта мөмкин дә түгелдер.

Г. ВӘЛИЕВА, юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы:
– Коррупция бар, нишләп булмаһын ти. Тик беҙ генә уны күрмәйбеҙ, түбәнерәк ҡатламдағыларға ул һиҙелмәй генә. Ни тиклем өҫкә, юғарыраҡ киткән һайын, ул бар, тип иҫәпләйем. Уҡыу йорттарында коррупция көслө, тип баралар. Минең ундай нәмәлә бер ҙә ҡатнашлығым булмағас, бер ҙә әйтә алмайым. Әлбиттә, халыҡ араһында төрлө һүҙҙәр ишетелеп ҡала. Әммә уҡыу йортондағы уҡытыусыға аҡса биргән икән, бында иң беренсе сиратта ата-әсә үҙе ғәйепле. Балаһының кимәлен тейешенсә баһалап бөтмәүҙәнме, әллә ҡурҡышынанмы, бәғзе бер ата-әсәләр аҡса менән уҡырға индерергә тырыша. Ә, бәлки, ул аҡсаһыҙ ҙа уҡырға инә алыр ине. Өҫтәүенә, хәҙер уҡыу йорттарында коррупцияны бөтөрөү өсөн берҙәм дәүләт имтиханын уйлап сығарҙылар. Әммә беҙҙең илдә һәр нәмәнән дә юлын табалар, шуның кеүек, БДИ менән дә нисек килеп сығыуы хәҙер бер кемгә лә сер түгел. Коррупцияны бөтөрөп булмайҙыр, уның өсөн кешенең аңын тамырынан үҙгәртергә кәрәк.

Рәғиҙә, яңғыҙ әсә:
– Кемдең мөмкинлеге бар, шул аҡса түләйҙер. Бер кемгә лә, бер ҡасан да аҡса тәҡдим иткәнем юҡ. 90-сы йылдар башында юғары уҡыу йортонда уҡыған саҡта уҡ ҡыҙҙар «өслө» алыу өсөн дә әллә кемдәр аша уҡытыу­сыға аҡса бирә ине. Мин нисек тә үҙ көсөм менән имтихандарҙы йырып сыға торғайным. Кешенең холҡона ла бәйлелер ул, бәлки. Бер ҡасан да кешегә ярамһаҡлана ла белмәнем, һәр ваҡыт ғәҙеллек яҡлы булдым. Шуға күрә уҡығанда ла ғәҙел юл менән алған баһам минең өсөн ҡәҙерлерәк ине.
Әле яңғыҙым бала тәрбиәләйем. Үҙегеҙ аңлауығыҙса, яңғыҙ әсәнең сығара һалып тотторорға аҡсаһы ла юҡ. Шуға күрә ҡыҙым мәктәпте үҙе уҡып бөттө, БДИ-ны ла үҙ көсө менән тапшырып, юғары уҡыу йортона уҡыр­ға инде. Бары тик имтихандарҙы уңышлы тапшырыу өсөн бер аҙ репетиторҙарға ғына йөрөнө. Минеңсә, иң дөрөҫ юлы шул. Түләп уҡытырға ла, кемгәлер ришүәт бирергә лә аҡсам юҡ. Коррупция бармы, юҡмы – һәр кемдең үҙенән тора. Минең өсөн ул – юҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”