RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

31.08.2010 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Татарстан халҡын Республика көнө менән ҡотлап, күрше төбәк башлығы Рөстәм Миңлехановҡа телеграмма ебәрҙе.
«Татарстан тарихы бөтә ил яҙмышы менән бәйле. Бөгөн республика иҡтисади үҫештең инновация йүнәлешен һайлап, етеҙ темпта бара. Ошо нигеҙҙә төбәктең тәбиғи, иҡтисади, рухи-мәҙәни потенциалы нығына. Беҙ ике республика дуҫлығын юғары баһалайбыҙ. Киләсәктә лә күп яҡлы бәйләнештәрҙең нығыныуын теләйем», – тиелә тәбрикләүҙә.

БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов өс Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына «Еңеү» миҙалы тапшырҙы. Рәсәй Президенты ҡарары менән наградалар Республика ветерандар советы рәйесе Марат Муллағәлләмовҡа, «Трудовая доблесть России» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Ғил­ман Яҡуповҡа һәм республика ветерандар советының йәштәр менән эшләү комиссияһы рәйесе Сабир Йыһаншинға бирелде. Ветерандар­ҙың Еңеүҙең 65 йыллығын үткәреүҙә уғата әүҙем ҡатнашыуы ла билдәләнде.

Августың һуңғы көнөндә Өфөлә сираттағы донор акцияһы үтә. Табиптар ҡан бирергә теләүселәрҙе махсус трейлерҙа Ленин майҙанында көтә. Әйткәндәй, сараның ойошто­роусылары – «Йәш Рәсәй» («Россия молодая») йәмәғәт ойошмаһы менән «Вместе» йәштәр хәрәкәте.

Быйыл Башҡортостанда 230 км автомобиль юлын төҙөкләндереү күҙалланған. Әлегә ошо арауыҡтың 188 саҡрымында эштәр башҡа­рылған. Юл төҙөкләндереүгә бүленгән 1,234 миллиард һум аҡсаның 920370,6 мең һумы үҙләштерелгән.

Баш ҡаланың Калинин районы суд приставтары туберкулез менән сирләүсе балалар ятҡан дауахана­ларға шәхси иғәнә тапшырған. Был балаларҙың күбеһенең ата-әсәһе йылдар буйы алимент түләмәй, тәртипһеҙ тормош алып бара. Йыйылған суммаға китап һәм термостар һатып алырға уйлайҙар.

Өфөлә хирург-гепатолог­тарҙың XVII халыҡ-ара конгресы үтәсәк. Еңеүҙең 65 йыллығына арналған сараға Рәсәй, Әзербайжан, Әрмәнстан, ҡаҙағстан, Латвия һ. б. БДБ илдәренән 500-гә яҡын бел­гестең килеүе көтөлә. Медицина форумында ҡатнашыусылар бауыр, үт юлдары, ашҡаҙан аҫты биҙе сирҙәрен дауалау йүнәлештәре тураһында фекер алышасаҡ.

Мәләүездә «Ғорурланам һинең менән, тыуған Башҡортостаным» тигән ижади йәштәр республика фестивале үтә. Был сарала 5 – 11-се синыф уҡыусылары, студенттар ҡатнаша ала. Ете йүнәлеш буйынса ойошторолған фестиваль тураһында БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының сайтында ентекле мәғлүмәт бар.

Мәскәү Хельсинки төркөмө кеше хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә 2010 йыл өсөн премияға дәғүә итеүселәр араһында конкурс иғлан иткән. Унда кеше хоҡуҡтарын яҡлауға тос өлөш индергән Рәсәйҙә даими йәшәүсе граждандар (гражданлығы булмаған хәлдә лә), ошо өлкәлә эшмәкәрлек итеүсе ойошмалар ҡатнаша ала. Документтар ҡабул итеү 1 сентябрҙә башлана.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә