RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мин хәбәрһеҙ юғалманым

21.08.2010 Мин хәбәрһеҙ юғалманым

Дошман Мәскәүҙең үҙенә килеп етһә лә, илебеҙ бөйөк. Бөйөк илдең бөйөк халҡы ниндәйҙер фашист эттәренә бирешеп тә тормаҫ.
Үҙ уйҙарынан рухланып киткән старшина Нөғәмәнов «подразделение»һы менән обоздар янына әйләнеп килде. Оборона тоторға әҙерләнделәр. Сөнки разведка мәғлүмәттәре буйынса йәшеренеп ҡалып булмаясағы инде теүәл асыҡ ине.
Беҙҙекеләрҙе эҙәрлекләй барған дошман ғәскәре тик ошо урындан ғына үтә ала. Башҡаса юлы юҡ.
Шомло тынлыҡты боҙорға баҙнат итмәгәндәй, шым ғына ҡарҙа окоп ҡаҙырға тотондолар. Күп тә үтмәҫтән, ҡолаҡтарына күмәк кеше лауылдашҡан тауыштар салынып ҡалыуға, ҡысҡырып әйтмәһәләр ҙә, һәр ҡайһыһының: «Бәлки, урап үтерҙәр әле», – тигән өмөтө шунда уҡ юҡҡа сыҡты. Саҡырылмаған ҡәһәрле ҡунаҡтар машина эҙҙәрен юллап килә ине. Күренеп тора, уларҙан боҫоп ҡалып булмаясаҡ. Боҫорға йыйынмайҙар ҙа.
– Иптәш старшина, тегеләрҙең обоз­дар янына йыйылғанын көтәйек тә, көлдәрен күккә осорайыҡ, – Лоҡман, руссаны вата-емерә, Хәйривараның ҡолағына шыбырланы.
– Мин дә шулай уйлайым, – Солтан, йәһәтләп, уны йөпләй һалды.
– Ә үҙебеҙ? – Нөғәмәновтың һорауы риторик яңғыраны.
– Шаяртып маташаһыңмы, Хәйривара ағай? – был юлы туған те­лендә өндәшкән Лоҡмандың йөҙө ҡараңғыланды, – мәле ул түгел дәһа. Үҙебеҙҙең яҙмыш инде хәл ителгән, күренеп тора. Әжәлде лайыҡлы ҡаршылағанда...
Һәр саҡ көлөп кенә торған Солтандың сырайынан шәүлә үтте. Бәлки, урап та үтер әле әжәл тигәнең.
– Ана, күпме улар. Ас ҡарға көтөүеме ни! – ул бошоноп ҡуйҙы.
– ҡарғалар ҙа был хәтлем булмаҫ, – тине Лоҡман, нәфрәтен йәшермәйсә, – эх, көсөбөҙ әҙерәк, күрмәгәнегеҙҙе күрһәтергә ине лә.
– Һан менән түгел, оҫталыҡ менән, тип әйткән бер сардар... – Старшина Нөғәмәнов тегеләргә ҡарамайса ғына ошолай һөйләнде.
Күпмелер ваҡыт үтеүгә, яҫы уба артынан ҡар йырып килгән тәреле бронетранспортер күренде. Хәрәкәтһеҙ торған обоздарҙы шәйләп, ут асырғамы, юҡмы тигәндәй, туҡтала бирҙе, ҡабат ҡуҙғалды, тағы туҡталды. Уның эсендәгеләр алдарын ныҡлап күҙәтә ине, буғай. Шул арала эйәреп килгән йәйәүлеләре өймәкләшә башланы. Өҙлөкһөҙ ағылған пехота колоннаһының иҫәбе-һаны юҡ һымаҡ: ҡалҡыулыҡ ашаһынан сығалар ҙа сығалар...
«Райсоветтағы теге әҙәм уңайы тап килгән һайын, йә пан, йә пропал, тип ҡабатларға яратыр ине, бына шул осраҡ килде түгелме һуң? – Хәйривараның башынан мәҙәк кенә уй үтеп китте. – Шулай ҙа әле панға ҡарағанда пропал булыу ихтималлығы күпкә артығыраҡ. Артығыраҡ ҡынамы, нүлгә тиң». Ошо уйынан уның етди йөҙөндә, ни сәбәптәндер, йылмайыу ғәләмәте хасил булды. Командирының үҙен сәйер тотошон күргән Лоҡман ғәжәпһенде:
– Нимә, берәй ҡыҙыҡ күрҙеңме әллә, ағай? Йылмаяһың түгелме...
– Бүтәнсә ни ҡылмаҡ? Илау менән фашист барыбер йәлләп тормаҫ. Һуңғы тапҡыр булһа ла йылмайып ҡалайыҡ, ҡустым. – ҡустым, тип ул Лоҡманға, үҙенең ҡулы аҫтындағы һалдатҡа, беренсе тапҡыр өндәшә ине. Әжәл күҙеңә инеп килгәндә устав тигәнең онотолоп тора икән. – ҡара, ана, донъя ниндәй матур...
Ошо һүҙҙәрҙән бер ҡатлы Лоҡман саҡ ҡысҡырып илап ебәрмәне. Егеттең күрәләтә үлгеһе килмәй ине. Уның ошо хәлен күреп торған Хәйривара дауам итте:
– Эйе, ҡустылар, йәшәгән һайын йәшәге килә лә бит... Мин, ярай, кем әйтмешләй, йәшәрен йәшәгәнмен: ни тиһәң дә, утыҙ ете йыл ғүмер кисереп ҡалдым, бына һеҙ ул... Һеҙ бит бөтөнләй малай ғына. Балалар! Аһ, ҡәһәр һуҡҡыр һуғыш! – Ул йоҙроғон төйнәп, уртын сәйнәне. – ҡанға туймаған оңҡот фашист!
Ә донъя, ысынлап та, һәләк матур ине: салт аяҙ күк йөҙө, ихлас йыл­майған ҡояш, ағастарға ҡунған бәҫ. Тик быларҙың һәммәһе лә фашисҡа ят нәмәләр. Фашисҡа быларҙың береһенең дә хәжәте юҡ, уға икһеҙ-сикһеҙ ерҙәр генә кәрәк. Йәшәйеш киңлектәре кәрәк. Фашист ергә һыймай, ҡанға туймай!
Күп көттөрмәй, ауыр гөрһөлдәп, танкылар күренә башланы. Былар бит бөтөнләй иркенләп киләләр. Әйтерһең дә, үҙ ерҙәрендә йөрөйҙәр. Үәт, һөмһөҙҙәр.
– Әҙерләнергә! – ҡар окоп эсенән старшинаның талапсан тауышы ишетелде. – Минең командаһыҙ ут асмаҫҡа! Яҡыныраҡ килһендәр.
Хәйривара үҙенә үҙе аптырап ҡуя. Ул хәҙер элекке йыуаш ҡына ауыл кешеһе түгел. Хәҙер ул бөтөнләй икенсе. Ул – хәрби командир. Старшина. Башҡа кесе командирҙар ыңғайына кешегә ҡысҡырырға, фарман бирергә өйрәнеп алды. Тауышы ла нисектер үҙгәреп киткән кеүек. Көрөрәк сыға. Һәр хәлдә, үҙенә шулай тойола. Әүәле, кеше күңелен уйлап, ауыр һүҙ әйтергә лә ҡыймаған Хәйриварала хәҙер, миллионлаған ватандаштары кеүек, күңел ҡайғыһы юҡ. Ватанын һаҡлаған һалдаттың командир һүҙенә хәтере ҡа­лырға тейеш түгел. Командир һүҙе – закон. Ул һүҙҙең ғәҙел түгеллеген белгән хәлдә лә үтәргә тейешһең. Шулай булмағанда армия армия булмаҫ ине. Һуғыш кешенән бүре яһай икән. Хәйер, шунһыҙ фашисты еңеп тә булмайҙыр. ҡан көҫәгән фашист бүренән былайыраҡ. Шуға күрә һиңә икеләтә, хатта өсләтә бүре булыу зарур...
* * *
Дошман, күрәһең, әлегә бер ни һиҙмәй. Немец обоздарҙы ташлап кителгән тип уйланы, буғай, тыныс ҡына алға хәрәкәт итеүен белде.
– Их, пушка булғанда! – тип әсенде Лоҡман, – күрмәгәндәрен күрһәтер инек, ә.
– Былай ҙа бирешмәбеҙ. Йәшник-йәшник гранатабыҙ бар. Өсөбөҙҙә өс ПТР, патрондар тулып ята...
Үҙе шулай тиһә лә, Хәйривара эстән бошоноп ҡуйҙы: припастары артығы менән дә ул, бына кешеләре, ысынлап та, күберәк булғанда...
Иҫ киткес оҙаҡ тойолған көсөргәнешле көтөү башланды.
Йәшнигенән әле генә алынғанлыҡтан, майы ла һөртөлмәгән ПТР-ға һырыҡҡан Хәйривара нәфрәт менән алға, йыбырлашып яҡынайғандан-яҡынлаша килгән үтә еңел кейемле немец һалдаттарына ҡараған көйө уйға ҡалды. Ергә һыймай йөрөгәндәр менән йөҙгә-йөҙ тәү тапҡыр осрашыуы ине. ҡарап тормаға ҡәҙимге кешеләр икән дә, тик эстәре тулы боҙоҡлоҡ. Башҡа әҙәми заттан уларҙы шул ғына айыра.
Мәғәнәһеҙ үлем көтәме уны бөгөн? Бая башҡалар менән бергә китеп кенә барһа...
Юҡ, был аҙымға йөрьәт итә алмаҫ ине ул. Сөнки күпме трофей дошман ҡулына эләгәсәк. Ә аҙаҡ шул уҡ снарядтарҙың үҙебеҙгә ҡаршы ҡулланылыуы бар. Үҙебеҙҙең ҡоралдан күпме кешенең ҡырылыуы мөмкин. Үлемдең ошонан да мәғәнәһеҙерәге бармы?
Ярай, ҡамауҙы йырып сыға алдылар һәм старшина үҙ йәнен аяп ҡалды, ти. ҡайҙа һуң, иптәш Нөғәмәнов, һиңә ышанып тапшырылған ҡорал, тиһәләр, командирҙарының, яуҙаштарының күҙенә нисек ҡарар? Әле бит үлемесле һуғыш бара. Һуғышта бурысыңды аҙағынаса үтәп еткермәгән өсөн, ысынлап та, баштан һыйпамайҙар. Кем-кем, ә батальон старшинаһы быны яҡшы белә. Комбат ташлап китергә рөхсәт итте, тип тормаҫтар, башыңдан аша киндер тоҡ кейҙе­рерҙәр ҙә: «Һалдаттар һәм офицерҙар, ҡарағыҙ, фәһем алығыҙ, ҡурҡаҡтар менән һәр ваҡыт бына ошолай буласаҡ!» – тип, бөтә саф алдында... Бына быныһы, исмаһам, үлемдең иңдән-иң мәғәнәһеҙе һәм хурлыҡлыһы. Һуңынан ошоно ғаиләңә яҙып ебәрә торған булһалар. Уларға бит ауылдаштар менән артабан йәшәргә. Ояты ни тора?! Йу-уҡ, тиңһеҙ алышта баш һалыуың мең артыҡ. Киләсәктә, исмаһам, аталары өсөн балаларының йөҙө ҡыҙармаҫ. Бер ошоноң хаҡына ғына ла йәнеңде аямаҫҡа була.
Балалар, тигәндәй, улары әлеге мәлдә ни эшләп йөрөгән була икән? Ни эшләһендәр, өлкәндәре бар хәлдәренсә әсәләренә булышалыр. Ә ике йәшлек Фәриҙәһе, моғайын, тәпәй баҫырға өйрәнә. Ун бер йәшен тул­тырған бер бөртөк кенә улы – Мөҙәрисе уҡыуға шәп, һунарға әүәҫ ине. Ғаиләне бағыусы булыр. Зәбирәһе – баш ҡыҙҙары, инде Фәүзиәһенең ҡул аҫтына инерлек, ярҙамынан ҡалдырмайҙыр. Һәләк сос, тиктормаҫ Сәкинәһе менән Фәрзәнәһе урамдан ҡайтып инмәйҙер. Уларҙың бит әле уйнап туймаҫ саҡтары. Аһ, балаҡайҙар, атайығыҙҙың ниндәй аяныслы хәлдә тороп ҡалғаны һеҙҙең башығыҙға ла инеп сыҡмайҙыр. Инмәһен дә. Әлегә һеҙгә атайҙың инде юҡлығын белмәй тороу хәйерлерәк. Сабый йәнен ҡыймаҫ өсөн. Атай хәтерегеҙгә һуңыраҡ төшәсәк. Башығыҙға бер аҙ аҡыл ултыр­ғас. Ул мәлдә инде бирешмәҫһегеҙ. Сөнки буйтым ғына үҫерһегеҙ. Һеҙ ҙур һәм бәхетле булыр­һығыҙ. Һеҙҙе бәхетле итер өсөн ғүмеремде бирәм түгелме һуң?..
Хәйривараның әллә ҡайҙарға китеп олаҡҡан уйҙарын Лоҡман бүлдерҙе:
– Ағай, етеп киләләр ҙәһа.
Ағаһы өндәшмәне, бер күҙен ҡыҫа бирҙе лә, көсәнә-көсәнә, иң алдан шыуышҡан танкыны ПТР мушкаһына алды. Хәҙер, хәҙер беренсе пуляны сәпкә ебәрәсәк, һәм уның баһадир һалдаттары дошман пехотаһын пулемет менән һыпырырға тотонор. ҡыҙыҡ, нисәүҙе йығып өлгөрөрҙәр икән? Хәҙер, дүрт биш тиҫтә тонналыҡ тимер ғифрит саҡ ҡына ҡабырғаһын күрһәтһә. Күрһәтте...
ҡолаҡ тондорғос яңғыҙ атыу тауышы урманды яңғыратыуға күҙ асып йомған арала теге танкыны ялҡын ялмап алды. Пуля, күрәһең, тура трансмиссияға эләкте. Бер ниндәй хәүеф тоймайынса вайымһыҙ килгән йәйәүле һалдаттар ян-яҡҡа һибелә һалып, ут асыу өсөн уңайлы урындар эҙләне. Улар бит теүәл бер немец батальонына ҡаршы өс совет һалдаты торғанлығын әле белмәй. Аҡ ҡар өҫтөндә ҡапыл ғына ышыҡ урын табыуы ла анһат түгел. ҡотһоҙ-һоро фигуралар унда-бында боҫоп өлгөргәнсе ныҡыш Лоҡман менән яндырай Солтан уларҙың хәтһеҙен ҡырып һалды. Ә ул арала Нөғәмәнов йәнә бер танкыны яндырҙы. Унан сират ала-ҡола буяулы БТР-ға етте. Уныһы, ут бөркөп гөлт итте лә, эсендәге автоматсылары сатай-ботай килеп, күккә осто. Лоҡман менән Солтан айбарланып атыуын белделәр.
– Егеттәрем, бирешмәгеҙ! Афаринда-ар! – Старшина боецтарын ҡанатландырып һөрән һалды. – Туҡмағыҙ ысвулышты! Фашистың кәрәген бирегеҙ! Эҙләгәнен алһын әйҙә. Беҙ ғүмеребеҙҙе осһоҙға ғына бирергә тейеш түге-ел! ҡанға – ҡа-ан!...
Ошо мәл старшина Нөғәмәновтың артындағы ҡар өйөмө ҡапыл ойоҫҡоп өҫкә күтәрелде, ҡот осҡос ауыртыу арҡаһын өтөп алды. Нимә булғанын аңлап өлгөргәнсе ул һуштан яҙҙы...
Юҡ, һуштан яҙмаған икән. Ул әле тойорға һәләтле. Хатта күрә лә һымаҡ. Күрә шул! Ана, һалҡын таш ҡыҫалам-коридорға килеп инде. Коридор осонда һүрән генә яҡтылыҡ күренә. Шуға етеп ҡалғанда... Бәй, бында нин­дәйҙер сәйер йәндәр осоп йөрөй. Ә-ә, яуҙа шәһит киткәндәр менән яуыз­дарҙың йәндәре икән. Арыраҡ фәрештәләр күренә. Уларҙың өлкәне, иң дәрәжәлеһе, ишек янына урынлашып алған да: «Быныһын – ожмахҡа, быныһын – тамуҡҡа», – тип һамаҡлап ултыра. Ожмахҡа тигәне беҙҙең һалдаттар, тамуҡҡа тигәне фашистар икән. Шулай ҙа тамуҡ юлында совет формаһындағылары ла күренгеләп ҡала. Былары – үҙенең ғәзиз йәнен ҡотҡармаҡҡа тыуған илен һатҡандар. Эйе, яҡшылығы ла, яманлығы ла ҡасан да булһа барыбер тейешле баһаһын ала. Ғәҙел хөкөмдән ҡайҙа ла ҡотолоп булмай...
Теге фәрештә Хәйривараны күреп ҡалды ла:
– Быныһы ожмахтың иң түренә! – тип арҡаһынан ҡаҡты, – ул быға лайыҡ. Ошо ҡағылыу Хәйривараны асылына ҡайтарҙы. Иҫе килделе-киттеле һымаҡ ятҡан старшина күпме ваҡыт үткәнлеген дә самалай алмай. Ул ныҡ, ифрат ныҡ сарсаған. Аһ, бер генә йотом һыу булғанда. Уның бит Ғазраил хөкөмөн көтөп ошо хәлдә ятҡан иптәшенең кипкән иренен сылатып ултырғаны булды, ә үҙенекен сылатыусы юҡ.
Теге, райсовет рәйесенең бажаһы, һуғыштың башында уҡ һәләк булған, тинеләр. Ул да ошолайтып яттымы икән, әллә ғазапланмайынса ғына?.. Шулай, һуғыш һинең кем икәнлегеңә ҡарап тормай. Райсовет рәйесе бажаһы нимә ул яу ҡырында хатта дәү генералдар баш һала...
Яралы артыҡ көсөн туплап сикһеҙ ауырайған ҡабаҡтарын аса төшкәйне, обоздар тирәһендә ҡайнашҡан немецтарҙы шәйләне. Улар йылтырауыҡ-аҡһыл томан эсендә йыбырлайҙар. Үҙҙәре бер туҡтауһыҙ лауылдаша. Телдәрен аңлармын тимә. Хәйер, Нөғәмәнов әле ят һөйләште түгел, үҙ телен дә төшөнөрлөк хәлдә түгел ине. Уның умыртҡа бағанаһы өҙөлгән дә, кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө хәрәкәтһеҙ ҡалған. Тимәк, билен снаряд ярсығы ҡырҡа һуҡҡан. ҡыбырларға итә, булдыра алмай. Бары үҙәккә үткәргес һыҙланыу ғына. Һыҙланыу һәм үкенес. Ул һиҙә: бер ваҡытта ла һынатмаған йөрәге һуңғы тибештәрен яһай, сөнки ҡаны бөтөү өҫтөндә. Үпкәләре һуңғы һулышын ала, сөнки тишкеләнеп бөткән. Һуғышта ғүмер ахыры ана шулай килә икән. Эй, ғүмер! ҡалай ҡыҫҡа булдың һин, ә? Матур төш кеүек кенә күренеп ҡалдың да йылп үттең дә киттең. Танһыҡты ла ҡандырманың. Һуғышҡа китер алдынан күтәргән уҫаҡ өйөндә уны дүрт ҡыҙы менән яңғыҙ бөртөк улы көтөп бер булырҙар инде. Һағынып бөтөрҙәр. Ярай әле, өйөн төҙөп өлгөргән. Балалары аяҡҡа баҫҡансы ҡыйыҡлы буласаҡтар, исмаһам. ҡыш сығырлыҡ арышы менән бесәнен дә әҙерләп киткәйне...
Утыҙ биш йәшендә итәк тулы бала менән тол ҡалған Фәүзиәһе тәҙрәнән күҙҙәрен алмаҫ. Фәүзиә лә һағыныр, өмөтләнер, көтөр. Шым ғына көтөр. Ул-был тауыш ишетелеп ҡалған һайын ҡорғанды күтәрер. Тәҙрә артында бер кемде лә күрмәгәс, ҡапыл-ҡара ярһып киткән йөрәген баҫа алмайса аҙапланыр. Уның йөрәге насарыраҡ ине. Башҡа яҡындары ла өмөт өҙмәҫ. Шөкөр, туғандары күп уның, онотмаҫтар. Ошо рәүешле оҙаҡ йылдар дауам итер. Ғазраил фәрештә берәм-берәм барыһын сүпләп бөткәнсе. Ә уға тиклем әле Еңеү көнө килер, килмәй ҡалмаҫ. Рәсәй еренә баҫып ингән бер кем дә әле ошоғаса еңеүҙе байрам иткәне юҡ. Бына күреп торорһоң, был юлы ла шулай буласаҡ. Тере ҡалғандар бөтә ил менән Бөйөк Еңеү тантанаһына йыйылыр. Ана шунда, бүтәндәр рәтендә, беҙҙе лә иҫкә алырҙар. Алмай ҡалмаҫтар. Йылы һүҙ, өмөт иткән изге доға менән генә булһа ла. Беҙгә, изге юлда шәһит киткәндәргә, шуныһы ла ярап ҡалыр. Беҙгә артығы кәрәкмәҫ. Доға һуңынан, илем-ерем, тип баш һалған һалдаттарҙың рухтары әйләнеп ҡайта торор, ерҙәгеләрҙең эшен күреп, ризалыҡ менән күктең етенсе ҡатына күтәрелә торор. Әлеге хөрмәт билдәһе, бәлки, йыл да ҡабатланыр, ә, бәлки... Юҡ, юҡ, яңылыш уйлай яҙҙым, беҙҙе онотмаҫтар. Оноторға хаҡтары юҡ. Бына балалар ғына йәл, атайһыҙ үҫер. Әсәйҙәре инә арыҫлан кеүек тә ул, йәне сыҡһа-сығыр, йәбергә бирмәҫ, меҫкенләнеп ҡалырға ла юл ҡуймаҫ. Шулай ҙа атай юҡлығы үҙен һиҙҙерер. Ныҡ һиҙҙерәсәк.
Ә тегеләр ҡайҙа? Лоҡман менән Солтан? Уларға ни булған? Күренмәйҙәр. Иҫәр, нисек күренһендәр, анауындай ғәскәр ябырылғанда ике бөртөк кешең ни ҡыла алһын? Көскә ҡаршы көс кәрәк. Әлбиттә, батырҙарса һәләк булғандарҙыр. Эйе, эйе, әсир төшмәгәндәр, ә фәҡәт һәләк булғандар. Азат илдә исемеңде бысратмайым, тиһәң, әсир төшөргә ярамай. Ниндәй хәлдә булһа ла, әсир төшкән беҙҙә һатлыҡ йән һанала. Һатлыҡ йән – ниндәй ҡурҡыныс исем!
Киләсәктә балаларының бәхете хаҡына фашисты мөмкин тиклем күберәк ҡырырға ине лә бит, килеп сыҡманы. Хәйер, сыҡманы, тип... Хәйривара булмышы менән ҡулында ниҙер барлығын тоя. Ә-ә, теге, шартлатҡысҡа тағылған бауҙың осо икән. Һай, мәрҙәс, алыш алдынан шуны ҡулына урап ҡуйырға башы еткән. Бына хәҙер ҡарап ҡарарбыҙ: кемкемде?
Баҫҡынсылар, йылы һыйыр тиҙәгенә йыйылған себен ише, обоздар тирәһенә өймәкләшкән. Хәсистәр, машина­лар­ға мина ҡуйылғанлығын белмәйенсә, үҙ әжәлдәрен үҙҙәре эҙләй.
Хәйривараның былай ҙа томан­ланған күҙҙәре бөтөнләй күрмәҫ сиккә етте. Хәле мөшкөл: хәҙер, хәҙер генә тағы иҫен юғалтасаҡ. Башҡаса аңына әллә килә ала, әллә юҡ. Их, фашистар имен ҡала. Ана улар һуҙымы арауыҡта ғына мыжғыша.
ҡанға ҡойоноп ятҡан старшина ҡарға күмеп ҡалдырған бауҙы тарта бирҙе. Хәле етеңкерәмәне. Шартлатҡыс хәрәкәткә килмәне. Шул арала Хәйривараның мөсһөҙ генә ҡыймылдап ҡуйғанын күҙ ҡырыйы менән шәйләп алған немец офицеры әйләнә килеп уның маңлайына пистолеттан атты. ҡурғаш киҫәге совет һалдатының мейеһенә инеп ултырҙы. Мәңгелеккә! Хәҙер уның башы бөтөнләй эшкә яраҡһыҙ. Ул әле бары көскә һулҡылдаған йөрәге менән генә тоя – фашис­тарҙы күберәк ҡырып ҡалырға кәрәк, фашисты күберәк... Бына йөрәге лә тибеүҙән туҡтаны, шикелле. Хәҙер инде йөрәк тамырының сираты етте. Аҡтыҡ ҡан тамсыларын ул ҡыуа башланы.
Хәйривараның бау уралған ҡулы киҫкен рәүештә тартышып ҡуйҙы ла ғәзиз йәне тәненән сығып осто. Ошо мәл иҫ киткес көслө шартлауҙан ер һелкенде. Тиҫтә ярым тоннанан ашыу снаряд бер юлы ярылып, үҙҙәренең тирәһендәге бар нәмәнең ҡайһыһын һауаға сойорғотто, ҡайһыһын ҡыра һуҡты. Айбарланып, ғәйрәтле ут ҡатыш ҡар һыуы менән ҡара ҡан буталышты. Юғарыла тимер-томор киҫәктәре, таҡта ярсыҡтары араһында болғаңлап йөрөгән кеше ағзалары күренеп ҡалды ла ит ямғыры булып ергә яуҙы. Ахырҙа асыҡлыҡ тәңгәлендә ғәйәт ҙур дөм-ҡара төтөн бәшмәге хасил булды һәм... бәғерҙе иҙгес тынлыҡ урынлашты: яҡын-тирәлә тауыш биргәндәй бөртөк йән эйәһе ҡалмаған.
Был ваҡытта ҡамауҙан сыҡҡан батальон алыҫтағы ҡалҡыулыҡ түбәһендә ине. Йәмғеһе... алты кеше. Биш йөҙҙән алтау! Яман гөрһөлдәүгә тертләшеп, арттарына боролоп ҡаранылар.
– Йәнегеҙ йәннәттә булһын, яу­гирҙарым! – Кәпәсен йомарлап тотҡан комбаттың сәнскеле сикәләре буйлап ике бөртөк тамсы тәгәрәне. – ҡаһармандар, Тыуған ил һеҙҙе онотмаҫ!
Биш кешелек, әммә намыҫын һаҡлап ҡалған «батальон», уға эйәреп, батыр­ҙарға баш эйҙе.

* * *
Мәскәү янында контрһөжүм башланып, бер нисә көн уҙыуға, беҙҙең частар старшина Нөғәмәновтың беренсе һәм аҙаҡҡы алышын ҡабул иткән ергә килеп сыҡты. ҡаһарман өс башҡорттоң һуңғы яу урынындағы күренеш йән өшөткөс ине: бөтөнөһө көл-күмергә әйләнгән. Был урында кәмендә генә бер батальон немец һалдаты ҡырып һалынған. Күберәк булмаһа. Уларына һаман көйрәп ултырған бер нисә танк менән бронетранспортерҙарҙы ла ҡушһаң. Эйе, өс башҡорт егете һүҙендә тора алған, ғүмерҙәрен осһоҙға ғына һатмаған: башҡа – баш, батальонға – батальон. Аҙыҡ-түлек тейәлгән машиналар, алыш урынынан алыҫыраҡ торғанғамы, ниндәйҙер мөғжизә менән артыҡ зыян күрмәгән. ҡиммәтле ризыҡ тулыһынса тиерлек һаҡланып ҡалған. Шулай ҙа старшинаның һәм уның һалдаттарының батырҙарса һәләк булғанын бер кем дә күрмәне. Мәйеттәре түгел, хатта кейем осмоттары ла ҡалмаған. Ниндәй кейем, утлы ғәрәсәт эсендә тимер үҙе ирегәнде? Ошоларҙан сығып, тимәк, улар хә­бәрһеҙ юғалған һанала. Эй-й, ғәҙел­һеҙлек!
* * *
Дошманды Мәскәү аҫтынан баҫтыра башлаған көндәрҙең береһендә хәрби штабтарҙың ҡайһыһынандыр Баш­ҡортостан тарафтарына өсмөйөшлө хат осто. Ул ҡағыҙ остоғонда: «Фәүзиә Шәһишәриф ҡыҙы! Һеҙҙең ирегеҙ, старшина Нөғәмәнов Хәйривара Нөғәмән улы, Тула ҡалаһы өсөн барған ауыр һәм оҙайлы бәрелештәрҙә хәбәрһеҙ юғалды», – тиелгән ине. Фәүзиә ышанманы. Уның Хәйривараһымы һуң тиктомалға ғәйеп була торған кеше. Үҙ илендә ир юғалмай. Утын да үтер, һыуын да кисер, ыжғыр һыуығы менән эҫеһен дә үткәрер, барыһына сыҙар һәм бер көн, бына ҡарап тороғоҙ, ҡайтып төшөр. Юғалды, тигәндәре төптө буш хәбәр, ялған!
Ошо ялҡынлы өмөт ҡатыш татлы хыял уны ғүмер ахырынаса оҙата килер. Ләкин ул бары өмөт һәм хыял булып ҡына ҡаласаҡ. Хәйривараға ҡағылышлы башҡаса хәбәр-хәтер булманы.
ҡоштар тыуған төйәктәренә килеп ятҡан яҙғы иртәләрҙең береһендә Фәүзиәләрҙең өйө тәңгәлендә яңғыҙ торна әйләнергә тотондо. Үҙе өҙлөкһөҙ сыңрай ҙа сыңрай. Тауышы шул ҡәҙәре ҡыҙғаныс, йәнде өтөп бара, рухты һындыра. Биҙрәләрен ҡулына тотоп һыуға сыҡҡан ҡатын ихата уртаһында ҡатты ла ҡалды. Ерен ҡурсап яуҙа шәһит киткән һалдаттарҙың сыңрау торна сүрәтенә кереүе хаҡында ишеткәне бар, әллә шул дөрөҫмө икән? Бәлки, Хәйривараһы шулай аһ-зарын еткерергә килгәндер. Юҡ, булмаҫ, уның йән-киҫәге зарлана белмәне. Ә торна әйләнде лә әйләнде. Ул, гүйә: «Һаумыһығыҙ, кешеләр! Һаумы, Фәүзиәм! ҡарағыҙ, күрегеҙ, мин бына, хәбәрһеҙ юғалманым. Мин үҙ-һүҙемде лайыҡлы рәүештә әйтеп киттем. Ул һүҙем ҡыҫҡа ғына, берәү генә, әммә берәгәйле булды. Беҙ яҡты киләсәк хаҡына хатта ғүмеребеҙҙе йәлләмәнек. Беҙгә тәтемәгән бәхетте һеҙгә кисерергә яҙһын, ғәзиз балаларым, ҡаһарман ауылдаштарым, бөйөк халҡым. Бәхил булығыҙ!» – ти ине. ҡапыл-ҡара йөрәкһеп киткән Фәүзиә, күҙ йәштәре аша йылмайып, уға ҡул болғаны.

Иҙрис НОҒОМАНОВ.
Әбйәлил районы.
(Дауамы. Башы 13-сө һанда.)










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)