RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

14.08.2010 Хыялдар ҡанат ҡуя

Бигерәк ҡыҙыҡ был тормош. Кемдер мәктәп йылдарында уҡ кем буласағын аныҡ белеп, шул юлды ҡыуа. Яратҡан һөнәренә эйә булып, эшенән ҡәнәғәтлек алып йәшәй, яңы ижади үрҙәр яулай. Ә икенселәр, йәше ҡырҡ-иллегә етһә лә, һаман үҙ-үҙен эҙләй. Сөнки тәбиғәт тарафынан әҙәм балаһына шул тиклем икһеҙ-сикһеҙ һәләт-мөмкинлек бирелгән, һәм кеше ғүмере буйы шул һәләттәрен, ошоға бәйле тормоштоң да яңы, быға тиклем бөтөнләй таныш булмаған матурлыҡ-хазиналарын берәм-берәм асып, ғәжәпләнеп тә, дәртләнеп-илһамланып та ижад итә башлай, төрлө ниәттәр ҡороп, уға тиҙерәк ирешергә, өлгөрөп ҡалырға тырыша. Һалған көс-тырышлығының емештәрен татып, үҙе лә ҡыуана, яҡындарын, әйләнә-тирәләгеләрен дә шатландыра, һоҡландыра.
Минең геройым да шундайҙарҙан. Бик бәләкәйҙән йырсы, музыкант булырға хыялланған һәм был мораҙына һикәлтәле-соҡорло урау-урау юлдар аша тик дүртенсе тиҫтәгә аяҡ баҫҡанда саҡ яҡынлашҡан һәүәҫкәр йырсы, композитор – Күгәрсен районының Үрге Бикҡужа ауылы егете Риф Бикбаев ул. Ихласлығы, эскерһеҙлеге, күңел матурлығы лирик йырҙарында ла ярылып ята.

Гармун ене ҡағылғаны

Атайым башҡарған «Уйыл» йырын, ул уйнаған ҡурай моңдарын бишектән үк күңелемә һалып ҡуйғанмын һәм улар һаман да ҡолағымда сыңлап тора төҫлө. Мәктәпкә бармаҫ борон күршебеҙҙә йәшәгән уҡытыусы Фәниә апай менән уның ире Альберт ағай Айҙарбәковтарҙың концерттарҙа гармунда уйнап, йырлап-бейеүенә ҡыҙыға торғайным. Ағайҙың гармунын бер тапҡыр ғына булһа ла ҡулымда тотоп ҡарағым килә ине. Баланың ҡыҙығыуын күрептер инде, бер көндө күршеләр гармундарын минең ҡулға тотторҙо. ҡулымда хәс тә гәлсәрме ни – төшөрөп ватыуҙан ҡурҡҡан шикелле, бик һаҡ ҡына уға ҡағылдым да, ҡайыштарын ипләп кенә иңемә кейеп, көмөш сыңдар тулы шыма гармун телдәрен бармаҡтарым менән һыйпап алдым. Апай менән ағайҙың шундай ҙа ҡиммәтле хазиналарын миңә ышанып тапшырыуынан башым, гүйә, күккә тейҙе. Баҙнатһыҙ ғына телдәренә баҫып, бер-ике бысҡылдатып алдым. Ниңә һуң гармун Альберт ағайҙың ҡулында саҡта уның бармаҡтары биттәренән һарылып-һарылып матур көй сыға ла, минекенән бысҡылдау ғына сыға икән? Их, өйрәтһәләр ине мине лә ошо сергә!
Ошо мәлдән һуң миңә гармун ене ҡағылды ла инде. Теләгемдең шул тиклем дә ҙур икәнен күргән атайым бер көндө өйгә ялтырап торған гармун тотоп ҡайтып инде лә миңә һуҙҙы:
– Мә, улым, хыялың тормош­ҡа ашһын. Һинең оҫта гармунсы булып китеүеңә ышанам, – тип, башымдан һыйпаны.
Минән бигерәк әсәйемдең шатланыуы!
Шул көндән гармуным минең иң яҡын дуҫыма, серҙәшемә әйләнде. Ә телемдән йыр-моң китмәне. Хәтеремдә, беренсе класҡа барғанда тәүге тапҡыр кеше алдына сығып йырланым.

Әрмелә лә музыканттар почетта
Атай-әсәйемә рәхмәт инде: һәләтемде үҫтерергә тигән теләктәре ҙур булды – мине Өфөләге Нариман Сабитов исемендәге республика музыка мәктәбенә уҡырға ебәрҙеләр. Тынлы ҡоралдарҙа уйнау серҙәрен үҙләштерҙем. Бында уҡыған егеттәр өсөн шуныһы бик ҡулай булып сыҡты – уҡытыусыларыбыҙ беҙгә әрмелә лә музыкант булып хеҙмәт итәсәгебеҙ тураһында алдан киҫәтеп ҡуйҙы. Шунлыҡтан да бар көстө тынлы ҡоралдарҙа уйнарға өйрәнергә йүнәлттек. Тырышлыҡ бушҡа китмәне – Ленинградта урынлашҡан хәрби частың тынлы оркестрына эләктем.
Һанаулы ғына ваҡыт ни, үтте лә китте. Тик әрмелә тынлы оркестр­ҙың минеке түгел икәнлегенә төшөндөм. Күңелгә ятып етмәне. Кемлеккә уҡырға хәҙер?
Бер аҙ аңҡы-тиңке килгәс, тоттом да... тегенсегә уҡырға индем. Күңел төпкөлөндә барыбер бер өмөт быҫҡый ине: берәй ваҡыт артист булып китһәм, сәхнә кейемен, исмаһам, үҙем тегермен. Шулай итеп, тегенсе һөнәрен дә үҙләштерҙем. Халыҡта, эштең бер ниндәй ҙә ояты юҡ, тигән төшөнсә бар бит. Алдан шуны әйтеп китеү мөһим: был һөнәрем бер килке мине һәм ғаиләмде аҫраны.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ
Йырсы, музыкант булыу теләге үҙенекен итте. Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә инеп, ике йыл уҡыным – тауышым етмәне. Сәнғәт институтының театр бүлегендә лә һәләтемде һынап ҡараным. Тик ниңәлер барыһы ла минең өсөн бик уң булманы – унан да киттем. Ошо уҡыу йылдарында ауылдан килгән йәштәрҙең – егеттәрҙең генә түгел, ҡыҙҙарҙың да дөйөм ятаҡта эсеүен, тәмәке тартыуын күреп, эс бошто. Шуға ҡаршы көрәш ойоштороп ебәрҙек һәм, әйтергә кәрәк, яҡшы ғына һөҙөмтәгә өлгәштек. Тик яҙмыш мине еңел генә итеп кире ауылға ташланы. Өлкән йәштәге әсәйем дә түшәккә йығылғайны.
Тегенсе һөнәрем нәҡ ошо мәлдә ҡотҡарҙы ла инде: ауылыбыҙҙан да, тирә-яҡтан да күлдәк-халат, башҡа кәрәк-яраҡ тектереүселәр шул тиклем күп булып сыҡты – өлгөр генә.
Өфөлә йәшәгән саҡта, кәрәге тейер тип, бәйләү машинаһын да үҙләштергәйнем. Был һөнәремдең дә файҙаһы тейҙе: ауылдаштарыма, таныш-белештәремә нимә кәрәк, шуны бәйләнем. Ойоҡбаш-бейәләйҙән башлап свитер-кофталарға тиклем бәйләттеләр. Епте Ырымбурҙан барып, Минскиҙан яҙҙырып алдым. ҡыҫҡаһы, үҙемдең бәйләү-тегеү һәләтемде тулыһынса бойомға ашырҙым.
Үҙ һәләт-мөмкинлектәреңде асыу, үҫтереү өсөн ҡала ере шул тиклем дә ҡулай. Унда ниндәй генә уҡыу йорто юҡ та, ниндәй генә курс эшләмәй.
Өфөлә ваҡытымды бушҡа әрәм итмәгәнемә һөйөнөп бөтә алмайым. Массажсылар курсын тамамлағайным. Был һөнәрем түшәккә йығылған әсәйемде аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итте. Өс йыл аяғына баҫа алмаған ғәзиз кешемә ай буйы өҙлөкһөҙ массаж эшләй торғас, ул йүгереп китте. Әле лә, 81 йәштә булыуға ҡарамаҫтан, үҙ аяғында, зиһенендә.
Өлкән кешенең ни, зиһене юғалған саҡтар ҙа булғылап ала. Шул саҡ башына массаж яһап, көйләп ебәрһәм, әсәйем һин дә мин булып китә.
Булмышым менән ауыл кешеһемен
Ауыл ерендә кеше асҡа үлмәй ул, тигән һүҙҙәрҙең раҫлығын ауыл тормошо үҙе үк иҫбатлай. Иренмәйенсә, мал, ҡош-ҡорт аҫраған, баҡса үҫтергән, башҡа кәсепселек менән булған кеше рәхәтләнеп йәшәй генә. Шөкөр, ауылыбыҙға иман, ҡот ҡайта башланы. Сөнки ауылдаштарымдың күңеле көндән-көн таҙарып, сафлана бара. Өҫтәүенә, меценат Марс Хәбибулла улы Юлбарисов ауылыбыҙҙа мәсет һалдырырға булғас, бөтә ауыл менән бураһын күтәреп ултырттыҡ. Иман йорто хәҙер тирә-яҡҡа нур сәсеп ултыра.
Ғөмүмән, ойоштороу­сыһы, әйҙәп йөрөүсеһе булһа, ауылдаштарым шул тиклем әүҙем, булдыҡлы. Өмәләр үткәреп, зыяратты кәртәләнек, урамдарҙы таҙартып, төҙөкләндерҙек. Тирә-яҡтағы шишмә-йылғаларыбыҙҙы сүп-сарҙан әрсеп, төҙөкләндереп ебәрһәк, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Беҙҙең эргәлә шул уҡ меценатыбыҙ башланғысы ме­нән турбаза төҙөлә башлауы – ауыл халҡы өсөн үҙе бер яҡшы яңылыҡ, тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеп ебәреү өсөн этәргес көс буласаҡ, яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Маҡсатыбыҙ – унда эскелек менән мауыҡмаған, эшлекле кешеләрҙе эшкә йәлеп итеү. Ауылдаштарымдың һәр береһе быға лайыҡ, тип иҫәпләйем. Алла бирһә, тиҙҙән беҙҙең ауыл эргәһенә ял итергә тип эркелеүселәр күбәйәсәк. Үрге Бикҡужа ауылы халҡының бурысы – үҙҙәренең йәшәйеш-көнкүрешен лайыҡлы итеп күрһәтеү, булдыҡлылыҡтарын, йүнселлектәрен раҫлау.

Һынылыш
Йәшәйем тигән кешегә кәсебе сығып ҡына тора. Ауыл советы, урман хужалығы менән килешеп, урмандан миндек, ялан-ҡырҙарҙан селек һеперткеләр әҙерләп, ҡалаға илтеп тапшыра башланым. Бөрйән районынан йүкә ағасы алып ҡайтып, һалабаш һалам. Көрәк-һәнәк һаптары эшләйем. Һәр кәсеп, ҙур булмаһа ла, үҙ килемен килтерә. Бер яҡтан, ошо продукцияны һатыу­ҙан аҡса килһә, урман хужалығы тирә-яҡты селектән таҙартҡан, ағастарҙы секатор менән ҡырҡып йәшәрткән өсөн дә аҡса түләй. Күреүебеҙсә, халҡыбыҙ кәсепселеге тәби­ғәттең үҙе өсөн дә отошло. Ә был миңә синтезатор һатып алыу форсатын бирҙе.
Урмандың шундай сихри көскә эйә икәнлеген төшөндөм. Миндеккә япраҡ әҙерләп йөрөйөм, ә күңелгә әллә ниндәй илаһи көй-моңдар килә. Яңы ғына тыуған көйөмдө диктофонға яҙа һалам һәм, өйгә ҡайтҡас, синтезаторҙа уйнап ҡарайым. Шул рәүешле утыҙлап көй яҙҙым. Шуларҙың егермеһенә һүҙҙәрен таптым – халыҡ араһына сығып йырларлыҡ йырҙар ҙа барлыҡҡа килде. «Моң» студияһына рәхмәт, йырҙарыма аранжировкалар эшләп, мөмкинлектәремде киңәйтеүгә булышлыҡ итә. Студия хеҙмәткәрҙәре бик ихлас булып сыҡты – йырҙарым дискыһын сығарыу теләген күтәреп ала һалдылар.
Шулай итеп, бала саҡтан йөрәгем түрендә ҡәҙерләп, бәпләп кенә йөрөткән уй-ниәттәремде дүртенсе тиҫтәгә аяҡ баҫҡас бойомға ашырыуға өлгәшә башланым. Бының менән үҙемде бик бәхетле тоям.

Йырҙың йыртығы юҡ
Йыр-моңға күңеле сарсаған ауыл халҡы йырҙарымды, көйҙәремде яҡын ҡабул итте. Һәр концертта, сараларҙа сығышымды алҡышлап ҡаршы алалар һәм оҙаталар. «Сорғояҙ нурҙары» тигән вокаль төркөмө ойоштороп, ауылдарҙан таланттарҙы йәлеп итәбеҙ. Йәше-ҡарты, төрлө милләт вәкилдәре – барыһы ла бар беҙҙең төркөмдә. Сөнки беҙҙең яҡтарҙа элек-электән төрлө милләт кешеләре бер туғандай йәшәгән һәм, мин башҡорт, һин сыуаш, ул урыҫ, тигән нәмә булмаған һәм юҡ. Беҙ барыбыҙ ҙа – тәбиғәт тарафынан яратылған әҙәм балалары. Эскән һыуыбыҙ, һулаған һауабыҙ, ашаған икмәгебеҙ ҙә бер. Барыбыҙ ҙа ошо ерҙә бәхетле йәшәү өсөн тыуғанбыҙ. Шунлыҡтан беҙ бер ғаилә булып йәшәйбеҙ, бер-беребеҙҙе, хатта йырҙарыбыҙҙы ла аңлайбыҙ, яҡын ҡабул итәбеҙ.

Өмөттәр ҙур, хыялдар яҡты
Уйлап-уйлап, асылында шундайыраҡ фекергә киләһең: беҙ барыбыҙ ҙа быға тиклем алдаҡ донъяла йәшәгәнбеҙ һәм шуға күнегеп киткәнбеҙ. Беҙҙең өсөн барыһын да кемдер уйлап, йәшәйеш-көнкүрешебеҙҙе ҡороп, ата-бабаларыбыҙҙан изге мираҫ итеп ҡалдырылған йолаларыбыҙҙы онотоп, яһалма байрамдар ойоштороп йәшәп ятҡанбыҙ. Әйтәйек, йылға инешенә ферма ул­тыр­тып, етмәһә, та­ма­ғын быуып, хәҙер һыуыбыҙҙы фильтр­лап эсәбеҙ.

ҡайһыһы дөрөҫ: йылға-шишмәләребеҙҙе беҙгә нисек бирелгән, шул килеш һаҡларға тырышыумы, әллә булмаһа, тәүҙә бысратып, аҙаҡ фильтр­лап эсергә маташыумы?
Ошо һорау тормош-йәшәйебеҙҙең һәр өлкәһенә лә ҡарата урынлы. Беҙ ысын тормош менән йәшәйбеҙме, әллә асылыбыҙҙан, булмышыбыҙҙан айырылғанбыҙмы?
Элек бит беҙҙең ауылда һыу тирмәне булған. Әсәйемдең һүҙҙәренсә, уның ононан бешерелгән икмәк тәме менән айырылып торған. Әле шуны тергеҙергә ине.
Ауыл халҡы һарыҡ, һыйыр тиреһен ҡайҙа ҡуйырға белмәй. Шуға күрә тире эшкәртеү цехы асып ебәреү ҙә бик һәйбәт булыр ине.
Үҙем ҡуян да үрсетеп ҡараным. Был эш артыҡ көс тә, сығым да талап итмәй. Серенә бер төшөнөп алһаң, әйҙә, рәхәтләнеп, ҡуян ите аша, тиреһен эшкәртеп, балаларға тунын, бейәләйен тек.
Һауын кәзәһен үрсетеп, кәзә һөтөнән ҡымыҙ эшләп һатырға ла була. ҡыҫҡаһы, эшләйем, йәшәйем, тигән кешегә ҡырҡ эш ҡырылып ята. Тәүәккәлләп, тотон ғына. Был эштәргә бигерәк тә йәштәрҙе йәлеп итеү арыу булыр ине. Ауыл кешеһенең үҙ сабынлығы, һөрөнтө ере булһа, ул үҙен ҡол итеп түгел, үҙе йәшәгән, эшләгән еренең хужаһы итеп тойоп, ергә берегеп йәшәйәсәк. Шулай булмай ни, ерҙән айы­рылһаҡ, ул икенселәр ҡулына төшһә, аҙаҡ урман-ҡырҙарға сыға ла, бара ла алмаясаҡбыҙ бит. Күңел күҙе асылһын ине халыҡтың.

Рифтең бәйнә-бәйнә һөйләгәндәрен
Рәшиҙә Мәхийәнова яҙып алды.


АВТОР фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы