RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Америка полицияһына эйәрәйекме?

19.10.2010 Америка полицияһына эйәрәйекме?

«Полиция тураһында» закон проектын эшләп бөтөрөргә ҡушып: «Һеҙгә ике аҙна ваҡыт: ҡарағыҙ, тикшерегеҙ, тәртипкә килтерегеҙ!» – Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев эске эштәр министрына шулай тигәйне, был ваҡыт үтеп тә бара. Ил башлығы, полицияла осраҡлы кешеләр ҡалмаҫҡа тейешлегенә баҫым яһап, иң эшсән, белемлеләрҙе социаль һәм матди яҡтан дәртләндереү зарурлығын билдәләне. 2012 йылдың 1 ғинуарынан полиция лейтенантының иң түбән хеҙмәт хаҡы 33 мең һум буласағын Дмитрий Анатольевич үҙенең шәхси ҡарары менән нығытып та ҡуйҙы. Министр Рәшит Нурғәлиев әйтеүенсә, zakonoproekt2010.ru сайтында фекер алышыуҙар һөҙөмтәләре, граждандарҙан килгән тәҡдимдәр ҡуйылған, хәҙер шуларға ҡарап проектҡа үҙгәрештәр һәм төҙәтмәләр индерергә кәрәк.
Ә тәнҡитселәр раҫлауынса, барлыҡ яңылыҡтар «милиция» һүҙенең тәүге ике хәрефен алмаштырыуҙан һәм сит ил, тәү сиратта Америка тәжрибәһен иҫәптә тотоуҙан ғына ғибәрәт. Океан аръяғында полицейскийҙарҙың күп төрлөлөгө, улар­ҙың һайлаусыларға бәйлелеге беҙҙекеләрҙе ҡыҙыҡтыра икән. Әлбиттә, американдарҙың барыһы ла «Минең полициям мине һаҡлай» тип иҫәпләмәй, шулай ҙа илдәрен полицияһыҙ бер ҙә генә күҙ алдына килтерә алмай. Түбәндә бер аҙ шул турала.

Шериф, рейнджер һәм констебель
АҡШ-та бөтәһе 18760 полиция департаменты һәм участкаһы бар. Уларҙа миллионға яҡын кеше хеҙмәт итә. Тотош армия! Һәммәһе өсөн дә йылына 51 миллиард доллар самаһы аҡса тотонола. Шуныһы ҡыҙыҡ: был сығымдарҙың 15 проценты ғына федераль бюджеттан килә, ҡалғаны – урындарҙан (штат, округ, ҡала бюджеттарынан). Шулай финанслауҙың үҙ логикаһы бар, имеш: полиция бит президентты, йә түрәләрҙе һаҡламай, ә ябай халыҡ өсөн тир түгә.
Муниципаль һәм округ полициялары айырым. Штат хакимиәте ҡарамағында махсус бүлектәр, мәҫәлән, спецназ йә патруль-хайвей хеҙмәте эшләй. Округтар хакимиәтенә иһә тимер юл полицияһы йә индеецтар резервацияһын патрулләүсе хеҙмәттәр буйһона. Муниципа­литеттар порт, вокзал, тораҡ райондар, мәктәптәр өсөн айырым полиция «тота». Күп кенә эре университет һәм колледждарҙың үҙ полиция участкалары бар. Бынан тыш, һәр штаттың тәртип һаҡлау үҙенсәлектәре төрлөсә. Флоридала, мәҫәлән, урман һәм көнкүреш янғындарын контролләү өсөн айырым махсус хеҙмәттәр эшләй, алкоголле эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнешен, уларҙы ҡулланыуҙы күҙәтеүҙә – айырым. Бер сағыштырыу ҙа урынлы булыр: беҙҙә транспортта иҫерткес эсемлек ҡулланыу «һәр кем өсөн ирекле» булһа, Американың иң «тәжрибәле» алкоголигы ла бындай урында эсеүҙең ҙур штрафҡа килтереүен яҡшы белә һәм тыйыла. Урамда ла шешәңде үтә күренмәгән ҡапсыҡҡа ғына һалып йөрөтә алаһың (беҙҙең буласаҡ полиция урамда һыра «имеп» китеп барған ҡатын-ҡыҙҙы ғына булһа ла тыя алһа ярар ине).
Штатына ҡарап, тәртип һаҡсыһының исем-аты ла төрлөсә. Техас менән Аризонала уларҙы рейнджерҙар тиҙәр, Колорадола – атлы рейнджерҙар, Пенсильванияла – «капитолий полицияһы» һәм констебелдәр, Нью-Мексикола атлы полиция һ. б. Ә Пентагонды хәрби полиция һаҡлай. Шериф тип аталғандары – округ кимәлендә төп хоҡуҡ һаҡлаусылар. АҡШ-та улар 3100 самаһы кеше. Күбеһе һайлап ҡуйыла. ҡайһы бер округтарҙа ике шериф эшләй, береһе криминаль хәл-торош өсөн яуап бирһә, икенсеһе – граждандар секторында. Бурыстарына килгәндә, ошолар ҙа өҫтәлә: шерифтар округ төрмәләре менән идара итә, судҡа повесткалар тарата, суд биналарын һаҡлау өсөн яуаплы. Американың муниципаль полиция департаменттарының күпселегендә тиҫтәгә яҡын ғына хеҙмәткәр һанала. Полиция участкаһында уртаса 25 «коп» эшләй. ҡайһы бер бәләкәй ҡаласыҡтарҙа бер генә хеҙмәткәрле бүлексә лә осрай. Шундайҙар Америкала 800 икән. Бөтөнләй полиция бүлексәһе булмаған ҡаласыҡтар ҙа бар.
Бер күрһәткескә лә туҡталып китәйек: 2010 йылдың июнендәге мәғлүмәт буйынса, Рәсәйҙә 100 мең кешегә 975,7 милиционер тура килә. Белоруссияла – 1441,6, Польшала (иң түбән күрһәткес) – 328,3.

Кадрҙар нисек әҙерләнә?
Америка урамдарында полицейский­ҙарға «officer» тип өндәшәләр. Был урыҫсаның «начальник» тигәненә тура килә. Офицер тип иһә уны дөрөҫ тәржемәлә­мәйҙәр. «Коп» офицер түгел, ә рядовой, сержант йәки капрал. Полиция начальниктары – комиссар, чиф, суперинтендант, шериф. Офицер рангыһының иң таралғаны – лейтенант. Сағыштырыу өсөн: беҙҙә рядовойҙан генералға тиклем «үҫәләр», сержант, прапорщик, лейтенант, майор һ.б. – һанап тороу ҙа кәрәкмәй.
Полицейский булып яңы эш башлаусының хеҙмәт хаҡы Америка иҫәбе буйынса күп түгел. Мәҫәлән, Нью-Йоркта патруль «коп»ының тәүҙә эш хаҡы йылына 32 мең доллар тәшкил итә (башҡа ҡалаларҙа күберәк булыуы ла ихтимал). 10 – 15 йыл намыҫлы эшләһәң, ул ике тапҡырға күтәрелә. Чифтар йылына – 100 мең, бәғзеләре хатта мең доллар ҙа хеҙмәт хаҡы ала (беҙҙең һумға әйләндерһәң, 100 мең доллар яҡынса өс миллион һум була инде).
Ошонда йәнә Рәсәйҙәге бер күрһәткесте атап китеү урынлылыр – 2008 йылда территориаль бүлектең милиция капитаны уртаса 12 мең һум эш хаҡы алған, 2009 йылда Рәсәйҙең субъект буйынса Эске эштәр идаралығы аппаратының милиция майоры дәрәжәһендәге өлкән оперуполномоченныйының уртаса айлыҡ эш хаҡы 16 мең һум тәшкил иткән.
АҡШ-та полицияға конкурс бигүк ҙур түгел. Талаптар шундай: урта белем тураһында диплом булыуы мотлаҡ, федераль йә штат кимәлендә иһә бакалавр дипломы кәрәк. Колледждарҙың байтағы үҙҙәренә полиция һөнәрен һайлағандарға «енәйәти эш» программаһын тәҡдим итә. Физик яҡтан ныҡтар ғына полицияла эшләргә хоҡуҡлы. Шулай уҡ реакцияға, көслөлөккә, күреү һәм ишетеү һәләтенә тест үтергә кәрәк. Бынан тыш, досьең «таҙа» булырға тейеш. Жетон алыуға дәғүә иткәндәрҙең барыһын да хоҡуҡ боҙоусылар базаһы аша тикшерәләр. Әгәр берәй тапҡыр булһа ла «эш боҙһаң», юл ҡағиҙәләрен инҡар итеүҙә йыш то­толған булһаң, полицейский исеменә өмөт тә итмә. Ул кәртәләрҙе уңышлы үткәндәрҙән телдән һәм яҙма имтихан алына. Яҡшы баһалаһалар, әңгәмәгә һәм департамент етәксеһе менән осрашыуға әҙерләнергә кәрәк. Ә инде «бәхетле исемлек»кә эләкһәң, алда 3 – 4 ай полиция академияһында белем туплау көтә. Бында уҡыу процесы бик тығыҙ: дәрестәр, физик әҙерлек, сетерекле хәлдәрҙе тикшереү, атырға өйрәнеү, беренсе медицина ярҙамы һәм үҙеңде яҡлау ысулдарын үҙләштереү. Әйткәндәй, отпуск тәүҙә ун көн була, унан һуң әкренләп 25 көнгә етә. Тулы полиция пенсияһы алыу өсөн 20 – 25 йыл эшләргә кәрәк. Америкала «коп» 40 – 50 йәшендә отставкаға китеп, үҙенә яңы карьера тураһында хәстәрләй. Пенсияның күләме зарланырлыҡ түгел. Мәҫәлән, Нью-Джерсиҙа хеҙмәттең һуңғы йылындағы эш хаҡының 65 проценты алына.
Киң мәғлүмәт саралары билдәләүенсә, «бер проблема бар» – полицейскийҙар, башлыса, аҡ тәнлеләр. Ғәйепһеҙ «ҡара» егетте туҡмаусы полицейский кинола ғына була, тиһәк тә, ысынбарлыҡта ла йыш осрап ҡуя, имеш.

Әйҙә, «өр» әле!
Беҙҙең яңы закон проектына күҙ һалайыҡ. 37-се статьяла былай тиелгән: «Полицияға эшкә, енесе, расаһы, милләте, килеп сығышы, милке, вазифаһы, йәшәгән урыны, дине, йәмәғәт ойошмаларында тороу-тормауына ҡарамаҫтан, 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге, тулы урта белеме, шәхси һәм эшлекле сифаттары булған, физик әҙерлек һәм сәләмәтлек йәһәтенән полиция хеҙмәткәре талаптарын үтәргә һәләтле Рәсәй граждандары килергә хоҡуҡлы». Эшкә алыныусылар психофизиологик тикшереү, алкоголь, наркотик йә башҡа токсик матдә ҡулланыуға бәйлелеккә тест үтә.
Ә инде енәйәт эшендә, хоҡуҡ боҙоуҙа ҡыҫылышы, йә шикле булғандар, полицияға килер алдынан ике йыл эсендә ришүәтселектә тотолоусылар, федераль законда ҡаралған сикләү-тыйыуҙарҙы, бурыстарҙы үтәү менән риза булмағандар полицияға алынмай.
Беҙҙең күпселек юлдарҙа хәл шулайыраҡ – иҫерек килеш руль артына ултырһаң да, айныҡ булып, юл ҡағиҙәһен боҙһаң да, «гаишник»ка еткәнсе аҡса бирәһең дә, вәссәләм, артабан китәһең. Ә бындай «трюк» Америкала килеп сыҡмай. Шундай ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булып ҡуя икән унда: элекке Советтар Союзынан килеүселәр штраф яҙмаһындар йә эскән килеш ҡулға алмаһындар өсөн патрулдекеләргә йыш ҡына ришүәт тәҡдим итә. Һәм, рәхим ит, «рәшәткә артына» инеп китергә лә оҙаҡ түгел. Нимәгә ул «коп»ҡа ундай аҡса?! Эш хаҡы етерлек, социаль льготалары бар, үҙенең статусын ихтирам итә.
АҡШ-та 911 телефоны буйынса ярҙам һорап шылтыратһаң, өс хеҙмәт килә – «Тиҙ ярҙам», янғын һүндереүселәр һәм полиция. Әгәр ҙә полиция тәүгеләрҙән булып килеп етһә, профессиональ рәүештә беренсе ярҙамды ла күрһәтә ала.
Шуныһы ҡыҙыҡ: бер мәл полицейский­ҙарҙың үҙҙәренә ҡарата ла алкоголгә ҡаршы кампания ойошторорға маташҡандар. Нью-Йорк полицияһы комиссары ҡул аҫтындағы хеҙмәткәрҙәрен көтмәгәндә айыҡлыҡҡа тикшереү үткәреү тураһында хатта туғыҙ битлек бойороҡ яҙған. Чикаго, Лос-Анджелес, Филадельфия, Майямиҙа ла уны хупларға уйлайҙар.

«Погонлы әүермәндәр»
Полиция хеҙмәткәрҙәре араһында иң киң таралған гонаһ – конфискацияланған наркотикты ҡулланыу йә һатыу, ҡомарлы уйын бизнесын, фәхишәләрҙе яҡлау, ҡулға алыныусыларҙың әйберҙәрен урлау, ришүәтселек һәм шантаж. Америкалағы иң эре Нью-Йорк полиция департаментының (NIPD) эске тикшереүҙәр бюроһы мәғлүмәттәре буйынса, 1992 – 2008 йылдарҙа ике мең полицейский ҡулға алынған. Әйткәндәй, был бюро хеҙмәткәрҙәрен «сыр ашаусылар», «ҡомаҡ командаһы» тип йөрөтәләр, имеш. Ришүәт алыу яғынан ҡарап ҡушҡандар инде.
Ришүәтсе коллегаларына ҡаршы көрәшеүсе киң билдәле Америка полицейскийы Фрэнк Серпико билдәләүенсә, хеҙмәт хаҡын кәметеү – коррупцияға илтеү ул. Етмәһә, унда бөтә нәмә квоталана икән. Карьера яһайым тиһәң, енәйәтсене күберәк ҡулға алырға, штраф сәпәргә кәрәк. Тотолоусыларҙың барыһы ла енәйәтсе булмай бит. Шуға ла сосораҡтар, тотолған кешенең ғәйебен иҫбат итә алмаһа, ялған ғәйеп таға, йәғни матди дәлилдәрҙе фальсификациялай, яһалма дәлилдәр ойоштора... Нишләйһең, береһе лә фәрештә була алмай. Ана, РФ Юғары суды башлығы В. Лебедевтың үткән йыл биргән мәғлүмәте буйынса, 2008 йылда ришүәтселектә ғәйепләнеп, хөкөм ителеүсе 1300 кешенең 31 процентын Эске эштәр министрлығы вәкилдәре тәшкил иткән (20,3 процентын – медицина хеҙмәткәрҙәре, 12 процентын – уҡытыусылар).
Бер һүҙ менән әйткәндә, американдар илдәрен полицияһыҙ күҙ алдына килтерә алмай. Уларҙан алыҫ торорға кәрәк, әммә уларһыҙ йәшәүе уңайһыҙ ҙа, хәүефле лә, тиҙәр, имеш.

Тарихтан бер яҙма
Максим Горький Петроградта үткән милиция конференцияһында: «Һеҙҙең менән полиция араһында ҙур айырмалыҡ... Һеҙ, милиционерҙар, һәйбәт иптәш булырға, иркәләргә, арыған, нервылары ҡаҡшаған кешегә ярҙам итергә тейешһегеҙ, йәғни полиция бер ҡасан да эшләмәгән эште эшләргә...» – тигән.
Айсын АҡБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә