RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өфөлә шашка буйынса донъя беренселеге башланды

19.10.2010 Өфөлә шашка буйынса донъя беренселеге башланды

Өфөлә шашка буйынса донъя беренселеге башландыБашҡортостандың баш ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя беренселеге старт алды. Төп приз өсөн Рәсәй, Голландия, Украина һәм Латвиянан алты спортсы көрәшкә сыға.
Рәсәй намыҫын Башҡортостандың билдәле шашкасыһы, халыҡ-ара шашка буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы, ике тапҡыр Европа беренселеге еңеүсеһе Тамара Танһыҡҡужина менән яҡут ҡыҙы, донъя кубогын яулаусы 18 йәшлек Матрена Наговицына яҡлай. Шулай уҡ бәйгелә Голландия өсөн сығыш яһаған, СССР заманында ике тапҡыр чемпион булған, күп тапҡыр донъя беренселеге призеры, ветеран Нина Хукман-Янковская ла ҡатнашасаҡ. Ғөмүмән, һәр дәғүәсе чемпион исеменә лайыҡ. Шуға күрә бәйге бик көсөргәнешле булмаҡсы.
Аҡсалата бүләктәр ҙә ҡәҙимге. Дөйөм фонд – 1 млн 50 мең һум. Еңеүсе 300 мең һумға байыясаҡ. ҡалған сумма, спортсыларҙың һөҙөмтәһенә ҡарап, һәр береһенә бүленәсәк.
Әле үк тәүге һөҙөмтәләр билдәле. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүге турҙа яҡташыбыҙ Тамара Танһыҡҡужина, Нина Хукмандан еңелергә мәжбүр булды. ҡалған осрашыуҙар тигеҙ иҫәпкә тамамланды. Шулай итеп, әлегә Голландия спортсыһы – лидер.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына