RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы йылға күтәренке кәйеф менән

16.10.2010 Яңы йылға күтәренке кәйеф менән

Яңы йылға күтәренке  кәйеф менәнШулай итеп, Рәсәй йыйылма командаһы, 2012 йылда буласаҡ Европа беренселегенә эләгеү өсөн үҙ төркөмөндә ике мөһим уйында ике еңеү яулап, быйыл­ға миҙгелде уңышлы тамамланы. Сөнки ҡайһы бер командалар ярҙамында ул үҙ төркөмөндә иң юғары баҫҡысҡа үрмәләне. Беҙҙең төп дәғүәселәр булып һаналған Ирландия менән Словакия футболсылары үҙ-ара 1:1 иҫәбенә уйнаны. Ә инде Рәсәй командаһы үткән осрашыуҙа Македония уйынсыларын 1:0 иҫәбенә отто. Ғөмүмән, осрашыу әллә ни көсөргәнешле уҙмаһа ла, Рәсәй футболсыларының һүлпән уйнауы саҡ иҫәпте тигеҙләүгә килтермәне. Ярай әле ҡапҡасы Игорь Акинфеев, ҡапҡабыҙға тәғәйенләнгән пенальтиҙы уңышлы ҡаҡлыҡтырып, иптәштәрен, дөрөҫөрәге, Рәсәйҙе юғалтыуҙан ҡотҡарҙы.
Еңдек. Шулай уҡ беҙҙең төркөмдә уңышлы старт алған Әрмәнстан футболсылары ошо уҙған турҙа Андорра командаһын 4:0 иҫәбенә еңеп ҡайтарҙы. Ә инде быға тиклем Рәсәй еңә алмаған Словакия уйынсыларын улар үҙендә 3:1 иҫәбенә отто. Ул ғына ла түгел, Ирландия менән Словакия командаларын уҙып, төркөмдә икенсе урынға сыҡты. Хәҙер инде киләһе йылдың март айы етеүен түҙемһеҙләнеп көтәсәкбеҙ. Сөнки Әрмәнстан 26 мартта үҙендә Рәсәй футболсыларына ҡаршы һынау тотасаҡ. Ә әлегә «В» төркөмөнөң турнир таблицаһы ошолай:


У. Е. Т.и. Е-леү Т. М.

1. Рәсәй 4 3 0 1 6 – 3 9
2. Әрмәнстан 4 2 1 1 9 – 4 7
3. Ирландия 4 2 1 1 7 – 5 7
4. Словакия 4 2 1 1 4 – 4 7
5. Македония 4 1 1 1 4 – 4 4
6. Андорра 4 0 0 4 1 – 11 0










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына