RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Китап» Ашхабадты таң ҡалдырҙы

09.10.2010 «Китап» Ашхабадты таң ҡалдырҙы

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Рәсәй Китап сыға­рыусылар ассоциацияһының саҡырыуы буйынса «Китап – хеҙмәттәшлеккә һәм прогресҡа юл» тип аталған халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнашты. «Китап»тың экспозицияһы Рәсәйҙең берләшкән стендына индерелде.
Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта үткән мәртәбәле йәрминкәне был илдең дәүләт хеҙмәте менән ундағы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторҙо. Быйыл күргәҙмәгә 160-тан ашыу ҡатнашыусы килгәйне. Өс көнгә Төркмәнстан бөтә донъяға билдәле нәшриәт йорттарының, полиграфия компаниялары һәм фирмаларының, иң эре фәнни-белем биреү ойошмаларының үҙәгенә әүерелде. Унда бөтәһе 25 ил ҡатнашты, Рәсәй, Америка ҡушма Штаттары, Бөйөк Британия, Франция, Польша, Һиндостан, Иран һәм башҡа бик күп илдәр үҙҙәренең экспозицияларын тәҡдим итте.
Бай һәм йөкмәткеле экспозицияһы менән «Китап» нәшриәте йәрминкәгә килгән кешеләрҙең иғтибарын йәлеп иткән. Күргәҙмәлә төрлө кешенең зауығын ҡәнәғәтләндерерлек китаптар тәҡдим ителде – туристарға Башҡортостан буйлап юл күрһәтеүсе баҫма ла, «Урал батыр» эпосының бүләк булараҡ әҙерләнгән матур баҫмаһы ла булды. Шулай уҡ ҡөрьән, кален­дарҙар ҙа күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы.
Күргәҙмә һөҙөмтәләре буйынса «Китап» нәшриәте Маҡтау дипломы менән наградланды. Республиканың данын ситтә лә күрһәтә алған яҡташтарыбыҙға «Афарин!» тип әйтәһе генә ҡала.

Л. СОЛТАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә