RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сыуаш бабай

09.10.2010 Сыуаш бабай

Үҙенең йәшелсә-емеш баҡсаһында булып сыҡҡан малайҙарҙың береһен елтерәтеп өйөнә алып инде лә ҡулына ҡылыс кеүек ялтырап торған оҙон бысаҡ алды һәм...
Хәйер, был ваҡиға хаҡында ентекләберәк һөйләйем булмаһа.
Бер төркөм малай Биҙәүләт ауылынан алты саҡрымда ятҡан Мырҙаҡай урта мәктәбенә йөрөп уҡыйбыҙ. Икһеҙ-сикһеҙ булып тойолған алты саҡрым араны көн һайын барып урарға кәрәк. Әгәр ҙә юл уртаһындағы ҡолҡан ауылының бер саҡрымға һуҙылған оло урамын иҫәпкә алһаң, ул ете километрға барып баҫа. Ә, бәлки, артып та китәлер әле. Әммә хикмәт теңкәгә теймәле юл оҙонлоғонда түгел. Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙағы ауыр мәлдәр беҙҙе төрлөсә һынап ҡараны. Көнө буйы тип әйтерлек ас йөрөйбөҙ. Дөрөҫ, мөмкин булғанда сумкаларға мейестә тәгәрәтеп бешергән бәрәңге һалабыҙ-һалыуға. Ләкин йыш ҡына ул да булмай сыға. Булһа ла, һабаҡташтарыбыҙ менән бүлешеп ашап ҡуябыҙ ҙа, асығышып, Биҙәүләткә табан тәпәйләйбеҙ.
Бер көндө дәрестәрҙән һуң ҡайтырға сыҡтыҡ. Ашҡаҙанда эттәр олоһа ла, һыр бирмәйбеҙ, мәктәп хәлдәре, кемдең ниндәй билдә алыуы тураһында гәпләшәбеҙ. Ә Римбай үҙенән алдағы партала ултырған ҡыҙҙың сәсен тартыуы, аҙаҡ уға «Елкә» тигән шиғыр яҙыуы тураһында һөйләп маҡтана. Шулай, уйын-көлкө менән атлап, ҡолҡан ауылына ла килеп еттек. Уның дилбегәләй оҙон урамы буйлап бик оҙаҡ атлағандан һуң әлеге Римбай, урам түгел был, эт эсәге, ти. Ә асығыу юлды тағы ла оҙонайтҡан кеүек тойола. Мәгәр урамдың осона ла килеп сыҡтыҡ. Ә был башҡорт ауылының ситендә ике-өс сыуаш ғаиләһе лә йәшәй. Шуларҙың береһенең, беҙҙең күҙҙе ҡыҙҙырып, еләк-емеше, кәбеҫтәһе хәтәр уңа. Сыуаш бабай уларҙы һыу һибеп, тәпкеләп, йомшартып, утап ҡына үҫтерә. Тик көҙ еткәс, кәбеҫтәһен шунда уҡ йыйып ала. Бер көндө яланғас баҡсаны күреп, Римбай:
– Теге мөрти ҡарт берәй баш кәбеҫтәһен ҡалдырмаған бит, рәхәтләнеп кимерер инек, – тип һөйләнде. Уның һүҙен Сафуан эләктереп алып:
– Ах-ах, мин һине кеше икән тип торам, баҡһаң, һин кәзә икән, – тип хихылданы. Унан ул, тырма тештәреләй һерәйеп ҡалған кәбеҫтә төпһәләренә күрһәтеп:
– Ана, бар, кәзәбаш булһаң, шуларҙы кимер! – тип өҫтәне. Римбай, Сафуандың төртмәле һүҙҙәренә иғтибар итмәҫкә тырышып:
– Ысынлап та, әйҙәгеҙ, шул төпһәләрҙе ашайыҡ! – тине.
Беҙ, башҡорт балалары, үҙебеҙ кәбеҫтә сәсеп үҫтереүҙе белмәй инек, сөнки әсәйҙәребеҙ буш урын ҡалыу менән бәрәңге сәсә торғайны. Төпһәне ашап булырын белмәгән ауылдаштар Римбайҙың тәҡдименә оторо ҡаршы төштө:
– Иҫәр, төпһәне ашап була тиме ни? Диуана!
Уны Сафуан ҡеүәтләне:
– Бүстәк һүҙ һөйләмәгеҙ, ашарлыҡ булһа, уны Сыуаш ҡарт күптән урып алыр ине инде! Ишеүһә шул бысраҡ төпһәне нисек ашамаҡ кәрәк? Тфү!
Римбай, үҙенең һүҙен һүҙ итергә тырыштымы, Сыуаш бабайҙың баҡсаһына ситәне аша һикереп, төпһәләр араһына инеп тә китте. Ул берәүһен йолҡоп алып, бәкеһе менән әрсергә тотондо. Ысынлап та, уның ҡулында кишер дәүмәлендә ап-аҡ ашамлыҡ әҙер булып сыҡты. Булды ғына түгел, Римбай рәхәтләнеп кимерергә тотондо. Быны күргән башҡалар ҙа баҡсаға һикереп төштө һәм һәр кем, йолҡоп, ҡулына берәр төпһә алды. Шул мәлдә һис көтмәгән яҡтан Сыуаш ҡарт пәйҙә булды ла ҡуйҙы бит. Кемдер юғалып ҡалды, кемдер, төпһәһен атып бәреп, ситән аша сығып ҡотолорға ынтылды. Ләкин ҡарт Римбайҙы эләктереп алды. Беҙ һағайып ҡалдыҡ. Ә Сыуаш бабай, үҙенең тотҡонон өйө яғына тартып:
– Әһ-һә, эләктеңме, килһә ҡунда! – тип һөйләнде. Беҙ бөтәбеҙ ҙә «Килһә ҡунда» тигәнде ҡундырып алырға уйлай тип аңланыҡ һәм бабайҙы уратып алдыҡ. Ә теге ҡарт һаман да тыныслана алманы, Римбайҙы елтерәтеп өйөнә алып инеп китте. Беҙ бөтәбеҙ ҙә улар артынан эйәрҙек. Ә ҡарт уғрыны тып иттереп бер ултырғысҡа килтереп ултыртты. Был шул тиклем тупаҫ килеп сыҡты, хатта шығырлап торған ултырғыс емерелеп төштө, Римбай иҙәнгә ҡоланы. Ә ҡарт үҙенең табышын ҡулынан ысҡындырырға теләмәне, Римбайҙың яғаһынан эләктереп алып, икенсе ултырғысҡа килтереп ултыртты. Шунан бабай, нимәлер һөйләнеп, күрһәткес бармағы менән Римбайға янаны ла, ситкә тайпылды һәм ҡылыстай ялтырап торған оҙон бысаҡ килтереп сығарҙы. Шунда Римбай сығыу яғына ынтылды. Быны күреп, теге ҡарт бысағы менән һелтәнде лә:
– Ну-ка, килһә ҡунда! – тине.
Беҙ ысынлап та күңелһеҙ хәлгә ҡалыуыбыҙҙы тамам аңланыҡ. Әммә беребеҙ бер һүҙ ҙә әйтә алмай шаҡ ҡатып торабыҙ: был ваҡиғаның аҙағы нимә менән бөтөр?! Етмәһә, бабай руссалап беҙҙең атай-әсәйебеҙҙе һораша башланы. Бынан һуң башҡа тағы ла бер хәтәр уй йүгерҙе: урлашыуыбыҙ тураһында әсәйҙәргә әйтһә, бөттөк, улар ғәфү итмәйәсәк. Ә күптәребеҙҙең атайҙары һуғышта һәләк булғас, әсәйҙәребеҙ, атай ҙа, әсәй ҙә булараҡ, бик ҡырыҫ ине. Нимә эшләргә? Ә ҡарт бысаҡ менән нимә эшләмәксе була? Әллә, тфү-тфү, бысаҡ менән ҡундырмаҡсы буламы? Юҡҡа ғына «Килһә ҡунда» тимәне бит. Беҙ һаман да уға ҡарап, аптырашып торабыҙ, ә ул йылмая! «Табышынан еңеү шатлығын кисерә», – тип уйлап алдыҡ.
Өҫтәүенә, беҙҙең сығып тайыу яғын һиҙеп, ишекте эстән бикләп алды. Шигебеҙ тағы ла арта төштө. Ә мәктәпкә хәбәр итһә? Унан һуң уҡытыусыларыбыҙҙың йөҙөнә нисек ҡарарбыҙ? Синыфташ егеттәр нимә тип әйтер? Хәйер, улар беҙҙе, бәлки, аңлар, ә ҡыҙҙар хихылдашып көләсәк, хатта бармаҡ менән төртөп күрһәтәсәк. Ә теге сәсен тартҡан ҡыҙ нимә тиер? Тилеләр, тип әйтәсәк! Бына һиңә «Елкә»!..
Беҙ төрлө уйҙарға батып торғанда, Сыуаш ҡарт, йәштәрсә йүгергеләп, нимәлер эҙләй башланы. Ул беҙгә мәкерле берәй уй уйлаған кеүек күренде. Кем белә ни булырын: ишек бикле, ҡулында – оҙон бысаҡ... Ләкин беҙгә уны артабан күҙәтеүҙән башҡа әмәл ҡалманы – был уҫал ҡарттың тотҡондары булып сыҡтыҡ. Әммә көтөлмәгән хәлде күреп, бер аҙ йомшара төштөк: бабай ҡайҙандыр бер ҙур кәбеҫтә килтереп сығарҙы һәм уны ҡосаҡлап килтереп, өҫтәлгә ҡуйҙы. Унан ҡулына әлеге оҙон бысаҡты алды ла, Римбайға тоҫҡап:
– Килһә ҡунда! – тине. Был ваҡыт бабай киң йылмая ине. Уның йылмайыуын күргәс, нисектер йылы булып китте. Римбай ҙа, нимәлер көткәндәй, өҫтәл эргәһенә килде. Бабай уға бысаҡты тотторҙо ла:
– Телгелә шуны! – тине, кәбеҫтәгә күрһәтеп. – Тура, тура! Ә һеҙ бөтәгеҙ ҙә яҡын килегеҙ! Килһә ҡунда! Һиҙеп торам бит, һеҙ кәбеҫтә яратаһығыҙ. Ашағыҙ, балалар, ашағыҙ!
Беҙ телгеләнгән кәбеҫтәне, әкиәттәге ҡуяндар кеүек, ихлас кимерергә керештек. Был мәлде беҙ ҙә, Сыуаш бабай ҙа үҙен иң бәхетле кеше итеп тойҙо. Сөнки һәр беребеҙҙең йөҙөндә ҡояш нурылай йылы йылмайыу балҡый ине.
Был хәлдән һуң беҙ Сыуаш бабай менән айырылмаҫ дуҫтарға әйләндек. Ыҙлап торған ҡышҡы һыуыҡтарҙа мәктәпкә барышлай, йылынып сығыр өсөн, йүгерә лә уға килеп инә инек. Ул беҙгә эҫе үлән сәйе эсереп, йылытып сығара ине. Ә еләк-емеш бешкән мәлдәрҙә үҙе беҙҙе ҡаршы алып, һыйлап сығарыр булды. Әммә йылдар үтеү менән бабайыбыҙ көтмәгәндә юҡ булды. Күршеләренән һорашҡас, уны улы менән килене алып китте, тинеләр. Беҙ ҙә мәктәпте тамамлап, аҙаҡ юғары уҡыу йорттарында уҡып, төрлө һөнәр эйәләре булып киттек. Әле ҡолҡан ауылы урамынан үткән саҡта Сыуаш бабай йорто эргәһендә туҡтап, уны иҫкә алып китәбеҙ. Теге ваҡыттағы һуғыш осороноң ас малайҙары һәр беребеҙ:
– ҡайҙа һин, Сыуаш бабай?! – тип өндәшәбеҙ. Ә Римбай иһә, тулҡынланып:
– Килһә ҡунда, килһә ҡунда... – тип бышылдай.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)