RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәшит ШӘКҮР: «Үҙаллылыҡ барыбер беҙҙең аңыбыҙҙа йәшәй ул»

09.10.2010 Рәшит ШӘКҮР: «Үҙаллылыҡ барыбер беҙҙең аңыбыҙҙа йәшәй ул»

Рәшит ШӘКҮР: «Үҙаллылыҡ барыбер беҙҙең аңыбыҙҙа йәшәй ул»Тарихта сағыу эҙ ҡалдырған, Ваҡыт тулҡындарын бороп, донъя ағымдарын үҙгәрткән ваҡиғалар була. 1990 йылдың 11 октябре – Башҡортостандың ғүмер яҙмаһында иң иҫтәлекле көндәрҙең береһе. Шанлы замандарҙың шаһиттары, ваҡиғалар уртаһында ҡайнаған тарихи шәхестәр һәм тарих тыуҙырыусылар ҙа бар. Шуларҙың береһе – күренекле ғалим, шағир, йәмәғәт эшмәкәре Рәшит ШӘКҮР. Арҙаҡлы шәхес менән, тарихҡа байҡау яһап, ҡайһы бер ҡиммәттәрҙе барлап, бөгөнгөбөҙ тураһында бер аҙ фекер алыштыҡ.
– Рәшит Закирович, егерме йыл элек булған был тарихи мәлдәр хәтерегеҙҙә нисек ҡалған?
– 1990 йылдың 11 октябре халыҡтың ысын рухи күтәрелеше, рухи энергияһының уяныу күренеше булды. Ул ваҡиғаға беҙ оҙаҡ ҡына ваҡытҡа һуҙылған халыҡ хәрәкәте аша килдек. Әле 1989 йылда уҡ, дөйөм яңырыу процесы айҡанлы, республикабыҙҙа ижтимағи хәрәкәт башланды. 1990 йылдың майында Республика башҡорт мәҙәниәте клубы тигән ойошмабыҙҙы төҙөнөк. Ул быға тиклем эшләп килгән «Аҡтирмә» клубы менән бергә илдә һәм республикала барған үҙгәрештәр процесына бик әүҙем ҡушылып китте. Ошо ваҡыттан беҙ Башҡортостандың социаль, иҡтисади, рухи, мәҙәни тормошондағы, республиканың хоҡуҡи хәл-торошондағы проблемаларҙы өйрәнеп, үҙебеҙҙең тәҡдимдәрҙе көн тәртибенә ҡуя башланыҡ. Бының өсөн төрлө өлкәләрҙәге, фән-белем, сәнғәт-сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында эшләгән белгестәрҙе, зыялыларҙы йәлеп иттек. Әленән-әле йыйылыштар үткәреп, халыҡ менән осрашып, уларҙың фекерен, ҡарашын өйрәндек, һәр проблема буйынса етәкселеккә конкрет тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт иттек. Республикала ошо осорҙа барлыҡҡа килгән бүтән ижтимағи, милли хәрәкәттәр менән диалогҡа инә алдыҡ һәм барыбыҙ өсөн дә мөһим тип иҫәпләнгән проблемаларҙы алға ҡуйыуға өлгәшергә тырыштыҡ.
Нәҡ ошо осорҙа илдә, СССР-ҙа, автономиялы республикаларға – Башҡортостанға, Татарстанға, Яҡутстанға – союздаш республика статусын алыу өсөн хәрәкәт барҙы. Ул хәрәкәт көслө ине.
Әгәр СССР тарҡалмаған булһа, союздаш республика статусын алып, Башҡортостанға өр-яңы дәүләтселек хоҡуғын яулай алған булыр инек, тип фараз итәм бөгөн. Һәр хәлдә, бүтән төрлө юлыбыҙ юҡ ине шикелле.
Башҡортостандың дәүләт суверенитетын даулаған хәрәкәткә тиҙҙән республиканың күпселек йәмәғәт ойошмалары ҡушылып китте. КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ла был хәрәкәтте аңлап, хуплау юлына баҫты. Күрше республикаларҙа ла ошондай уҡ хәрәкәт йәнәш барҙы. Беҙҙә, үкенескә күрә, татар ижтимағи үҙәгенең етәкселәре генә суверенитетҡа ҡаршы сығыш яһаны. Хатта суверенитет иғлан ителгән көндә шул хәрәкәттең бер ағзаһы Совет майҙанында палатка ҡороп, аслыҡ иғлан итеп ятҡан булды. Ләкин уның һымаҡ үҙе йәшәгән республикаға ҡаршы булып, ашаған табағына төкөрөп йөрөгән әҙәмдәрҙең ҡотҡоһона, Аллаға шөкөр, депутаттар ҙа, башҡалар ҙа бирелмәне. Был турала, был әтрәгәләмдәр хаҡында телгә алмаҫҡа ла мөмкин булыр ине. Тик ысынбарлыҡтан китергә ярамай, ерәнгес факттар, тип ҡул һелтәп, мәсьәләне бөтөнләй еңелләштерә башлайбыҙ ҡайһы берҙә.
Ә инде суверенитет иғлан иткән көн баш ҡала һәм республика өсөн тарихи ваҡиғаға әйләнде. 11 октябрҙә, болотло, һыуығыраҡ көн булыуға ҡарамаҫтан, иртәнге сәғәт 8-ҙән үк барса халыҡ Өфөнөң Ижтимағи-сәйәси үҙәге (ОПЦ) йорто алдына йыйылды, уның янындағы паркҡа, урамдарға килеп тулды. Өфөгә райондар, ҡалаларҙан да килделәр. Был йорт алдында башҡорт йәмәғәтселеге ҙур пикет ойошторҙо, суверенитетты талап итеп яҙыл­ған транспаранттар, өндәмәләр тотҡан йәш егеттәр, ҡыҙҙарҙың булыуы икеләтә ҡыуаныслы ине. Тимәк, дөрөҫ юлдан барабыҙ, киләсәк тә беҙҙең менән, тигән уй күңелде йылытты. Бөтә депутаттар, ошо пикетта ҡатнашыусы халыҡ эргәһенән үтеп, уларҙың һүҙен-талабын ишетеп, ултырышҡа йыйылды.
Халыҡ ҙур йәнлелек, өмөт-ышаныс, түҙемһеҙлек менән Юғары Совет ултырышындағы сығыштарҙы тыңлап торҙо. Уларҙы урамда ла микрофон аша яңғыраттылар. Ғөмүмән, был көндөң һәр минуты, һәр сәғәте көсөргәнешле көтөү менән үтте. Ниһайәт, көн тәртибендәге суверенитет иғлан итеү тураһындағы декларация өсөн тауыш биреү ваҡыты етте. Барыһы ла ыңғай, риза. Яңылышмаһам, бер генә кеше ҡаршы булды шикелле. Һөҙөмтәне ишетеп, урамдағы халыҡ геү итеп ҡалды. ҡотлау, шатлыҡ ауаздары, ура, азатлыҡ, тип ҡысҡырыуҙар бөтә урамға тулды. Кемдәрҙер ҡосаҡлаша, кемдер тыпырҙап бейеп ала, ҡул саба, кемдер шатлығынан күҙен һөртә... Был көн шулай беҙҙең быуын өсөн һәм, ғөмүмән, Башҡортостан өсөн тарихта һирәк була торған онотолмаҫ ваҡиға булып иҫтә ҡалған.
Рәшит ШӘКҮР: «Үҙаллылыҡ барыбер беҙҙең аңыбыҙҙа йәшәй ул»– Был мөһим һәм тарихи ҡарар үтмәҫкә мөмкин тигән шик бар инеме?
– Юҡ, икеләнеү тойғоһо булманы. Нисек булыр тигән көсөргәнешлек булды. Ышаныс бар ине, сөнки ул саҡта ла, беҙ хаҡлы бит, хаҡлыҡ еңергә тейеш, тигән өмөт менән йәшәй инек.
– Башҡортостандың үҙаллылығы башҡорт халҡы, милли мәҙәниәт, әҙәбиәт үҫешенә ниндәй өлөш индерҙе тип уйлайһығыҙ?
– 90-сы йылдарҙа тормош ауырлыҡтарына, ғәҙелһеҙлегенә бөгөлөп йәшәгән халҡыбыҙ билен турайта бирҙе. Үҙаллылыҡ беҙгә иң элек иҡтисади, социаль йәһәттән ҙур мөмкинлектәр асты. Суверенитет биргән хоҡуҡтар аша республика һалымының 70 проценты үҙебеҙҙә ҡалыуы оло эштәр башҡарыуға юлдар асты, һәм беҙ бынан тейешенсә файҙаландыҡ та. Республика күҙгә күренеп үҫте, яңы төҫ алды. Социаль, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә ҙур үҙгәрештәр булды, төҙөлөш киң йәйелдерелде, шул уҡ юл, газ... – һанай китһәң, тауҙы аҡтарырҙай мөмкинлек тә, көс-ҡеүәт тә булды. Тик һуңғараҡ Мәскәү беҙҙән был хоҡуҡтарҙың күбеһен тартып алды.
Шул уҡ ваҡытта был йылдар халҡыбыҙҙың рухын күтәрҙе. Әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, рухиәтебеҙгә өр-яңы һулыш бирҙе. Ғәҙәттә, әҙәбиәт тураһында һүҙ барғанда, үткән быуаттың алтмышынсы йылдарындағы Хрущев «оттепеле» иҫемә төшә. Ысынлап та, ул йылдар әҙәбиәткә яңы бер күтәрелеш алып килгәйне. Ә инде 90-сы йылдар алтмышынсы йылдар ише генә түгел. Рухи яңырыу әҙәбиәттең дә яңырыуына алып килде. Ирекле темала, ирекле формала йөҙөп йөрөп эшләргә мөмкинлек тыуҙы. Халыҡҡа барып етер өсөн матбуғат баҫмалары, радио каналдарының һаны артты, телевидениела ваҡыт күберәк бүленде. Был осорҙа башҡорт әҙәбиәте өр-яңы юғарылыҡҡа күтәрелеп, үҙгәреш дәүеренә аяҡ баҫты. Башҡорт әҙәбиәтенең төп сифаты, мәртәбәһе – үҙ иленә, халҡына тоғро хеҙмәт итеүҙә, ил тормошонда, үҙгәрештәрендә үҙ һүҙен белдерә белеүендә, үҙәк телевидениела ҙур урын алған әҙәпһеҙлек, әхлаҡһыҙлыҡ күренештәренә, осһоҙ уңышҡа өлгәшеү тенденцияһына ҡушылмауында. Халыҡ рухына хыянат итмәй, үҫеүен дауам итте әҙәбиәтебеҙ.
Өҫтәүенә, беҙ бит суверенитет иғлан ителгәндән һуң эҙмә-эҙ ҙур хоҡуҡтарға өлгәштек. Мәҫәлән, Мәскәү, үҙәк власть менән 1919 йылдан һуң беренсе тапҡыр мөнәсәбәттәрҙе килешеү нигеҙендә төҙөнөк. Республикабыҙҙа үҙебеҙҙең Президентыбыҙҙы һайланыҡ. Өр-яңы Конституция, үҙебеҙҙең хоҡуҡтарҙы бермә-бер киңәйтә торған закондар ҡабул ителде. Республиканың электән иҡтисади яҡтан ныҡ артта ҡалған төньяҡ-көнсығыш райондарында әҙме-күпме ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр барлыҡҡа килде.
Беҙҙең милли хәрәкәт талап иткән мәсьәләләрҙең береһе – Сибайҙа БДУ-ның филиалы асылды. Ниһайәт, «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында» Закон ҡабул ителде. Шул закон нигеҙендә республиканың бар халыҡтары ла үҙ туған телен өйрәнеү мөмкинлеген алды. Башҡорт теленең, рус теле менән бергә, дәүләт теле хоҡуғы раҫланды. Был иһә республикала башҡорт теленең ҡулланылыш даирәһен киңәйтеү, үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр асты. Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы, «Башҡортостан» киностудияһы һ. б. – шулай уҡ суверенитет емеше.
Һанай китһәң, ҡаҙаныштарыбыҙ, ырамлы эштәребеҙ күп. Бөгөн был уңыштарыбыҙҙың ҡәҙерен белергә, уларҙы артабан үҫтереү өсөн ең һыҙғанып эшләргә, үҙебеҙҙең хоҡуҡтарҙы һаҡларға тейешбеҙ.
– Был йылдар эсендә республика тормошонда бик күп ыңғай күренеш-ваҡиға булды. Шулар араһында иң ҡәҙерлеһе тип ҡайһыһын атар инегеҙ?
– Төп ваҡиға, алда әйтеүебеҙсә, «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында» Закон ҡабул ителеү һәм уны тормошҡа ашырыу юлында атҡарылған эштәр. Был йәһәттән һуңғы ун бер йыл эсендә күп уңышҡа өлгәштек. Башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ бойомға ашырылыуы – икеләтә ҡәҙерле күренеш. Беҙ быны аңларға, һаҡларға, артабан үҫтерергә бурыслы. Өҫтәүенә, йәнә килеп, халҡыбыҙҙың бер өлөшө – төньяҡ-көнбайыш райондарындағы башҡорттарыбыҙҙың милли үҙаңы уяныу процесы шулай уҡ әһәмиәтле.
Ваҡытында Хөкүмәтебеҙ Шәжәрә байрамдарын үткәреүҙе хуплап ҡарар сығарҙы. Бер ҡараһаң, ябай ғына ҡарар, ябай ғына эшмәкәрлек кеүек, ә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, ул халыҡҡа үҙ тамырын үҙе барлап, үҙенең кем икәнен таныр өсөн бик ҙур ерлек барлыҡҡа килтерҙе. Бөгөн төньяҡ-көнбайыштың йөҙәрләгән ауылында тарихын өйрәнеүсе энтузиас­тар үҙ шәжәрәһен төҙөп, архив документтарын өйрәнеп, өҫтән кемдеңдер ҡушҡанын көтмәй, үҙҙәренең кем икәнен белеп тора. Ваҡыт, яуланған рухи үҙаллылыҡ халыҡта үҙаң уяныу процесын барлыҡҡа килтерҙе. Был процеста Бөтә донъя башҡорттарының ҡоролтайҙарын үткәреү, ҡоролтай башҡарма комитетының, бүтән йәмәғәт ойошмаларыбыҙҙың эшмәкәрлеге ҙур роль уйнаны.
Миңә ваҡытында башҡорт энциклопедияһы тигән фән тармағын башлап ебәреү, уны төҙөү принциптарын һәм йүнәлештәрен билдәләү эше насип булды. Күп йыллыҡ хеҙмәт һөҙөмтәһендә 1996 йылдың аҙағында рус телендә «Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия» тигән ҙур бер томлыҡты ҡулыбыҙға алдыҡ. Бер йыл үтеүгә был томды башҡортса баҫтырҙыҡ. Шуны ла билдәләге килә, милли республикалар араһында Рәсәйҙә беренсе булып үҙ энциклопедиябыҙҙы сығарыуға өлгәштек. Һәм был эштең бөгөн дә туҡтағаны юҡ.
Республика дәүләтселеге атрибуттары – флаг, герб һәм гимн да раҫланды. Ә бына ике йыл элек Дәүләт гимнының башҡорт һәм рус телдәрендәге тексы ҡабул ителеүе, был текс­тың авторҙашы булараҡ, шәхсән минең өсөн икеләтә шатлыҡлы.
– Һүҙ юҡ, Рәсәйгә ышанып, һыйынып йәшәйбеҙ. Тик ҡасандыр Ельцин «күпме теләй­һегеҙ, шунса йотоғоҙ» тигән суверенитет бөгөн юҡ тиерлек. Нисек уйлайһығыҙ, бөгөн беҙҙең үҙаллылыҡ нимәлә сағыла һуң?
– (Уйлана). Беҙҙең үҙаллылыҡ барыбер беҙҙең аңыбыҙҙа йәшәй ул. Иң ҡиммәте ошо. 1990 йылда алынған хоҡуҡтарыбыҙ хаҡында беҙ онотмайбыҙ, тарих та онотмай, уларҙың барыһы ла билдәле документтарҙа нығытыл­ған. Әгәр Үҙәк беҙҙең хоҡуҡтарҙың күбеһен тартып алған икән, беҙ бит быға ҡул һелтәп, риза ғына булып ултырмайбыҙ. Аңыбыҙҙа, хәтеребеҙҙә бар икән, эшебеҙҙә, тормошобоҙҙа шуға ынтылып йәшәйәсәкбеҙ.
– Быйыл был тарихи ваҡиғаға әһәмиәт биреп бармауҙарын нисек аңларға? Байрамдың тантаналы төҫ алмауында, бәлки, хаҡлыҡ та барҙыр?
– Дөрөҫөн әйткәндә, аңлап етеүе ҡыйыныраҡ (оҙаҡ уйланып ултыра). Бәлки, яңы етәкселектең дөйөм эш стиленә бәйле түгелме икән? Әллә элек байрам итеүгә нығыраҡ бирелеп киттекме? Ысынлап та, артыҡ йыр-бейеү менән мауығыу теңкәгә лә тейеп ҡуя ине. Йыр-бейеү ни тиклем ҡәҙерле булһа ла, артығыраҡ ине булһа кәрәк. Һәйбәт нәмәнең дә самаһы булырға тейеш, артыҡ тылҡыһаң, ҡәҙерле нәмә лә ҡәҙерһеҙгә әйләнә.
Хәҙер тәнҡиткә киңерәк юл асылды. Был бик яҡшы. Ул халыҡтың тормошон яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк, тип ышанғы килә. Шул уҡ ваҡытта, тәнҡит, тип, бер яҡҡа ғына һуғылып, зарланыуға бирелеп, үткәндәрҙән тик етешһеҙлектәр генә эҙләү юлына төшөп китмәһәк ине. Шуныһы әҙерәк өркөтә. Йәйғорҙоң ете төҫө лә ҡәҙерле. Бар төҫтәр үҙ урынында булһа ғына яҡшы, тәбиғәттең гармонияла йәшәүен күрһәтә ул. Ошо гармонияның ҡәҙерен беләйек!
Ә инде байрам барыбер байрам булырға тейеш. Өҫтәүенә, был бит түңәрәк дата – егерме йыллыҡ. Күңелдәребеҙҙә ошо байрам рухын, азатлыҡҡа ынтылыш, үҙаллылыҡ рухын һаҡлайыҡ. Беҙ быға хаҡлыбыҙ! Байрам менән!

Мөнир ҡУНАФИН әңгәмәләште.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә