RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Крәҫтиән хеҙмәтенән йәм, тәм табабыҙ», –

09.10.2010 «Крәҫтиән хеҙмәтенән йәм, тәм табабыҙ», –

ти шәхси ярҙамсы хужалыҡ башлығы, дүрт ул атаһы Хәлил Хәбир улы Ғәптрәҡипов
«Крәҫтиән хеҙмәтенән йәм, тәм табабыҙ», –ҡапҡа төбөнә килеп туҡтағас та алдағы ихатаға бер күҙ ташлап алыуҙан уҡ хужалар­ҙың буйтым ғына йәшәүен шәйләнем: бер гектарҙай майҙандың һул яғында кирбестән төҙөлгән ҙур ҡаралты, уны артлап күп һәм бейек итеп тиреҫ өйөлгән; уң яғында – киң, оҙон баҡса; уртала – күк төҫтәге «Беларусь» тракторы, арбаһына дүрт-биш феләк тейәлгән мини-трактор. Икеһе ике ерҙә бәйләнгән эттәр, ят кешене күреү менән урындарынан һикереп тороп, абаларға тотондо. ҡурҡаҡ кешегә ни шул етә ҡалды: йөрәгемде усыма йомоп, артҡа сигендем.
– ҡурҡмағыҙ, улар бәйле. Әйҙәгеҙ, өйгә үтәйек, – тине юлдашым, мине тынысландырырға тырышып.
– Ошо өйгәме? – тип, алдымдағы бәләкәй йортҡа ымланым.
– Юҡ, өй арыраҡ, – тип көлөмһөрәне лә юлдашым, алға төшөп, ары китте.
Тыныс ерҙә, урамдан, барлыҡ ығы-зығынан ары урынлашҡан өйҙөң бейек болдорона күтәреләбеҙ.
– Әйҙүк! Үтегеҙ! Нисек килеп еттегеҙ? – Мыҡты кәүҙәле һаҡалтай беҙҙе түргә саҡырҙы ла дивандан урын күрһәтте, ә үҙе ҡаршыбыҙҙағы ултырғыстан урын алды. – Мин ошо шәхси ярҙамсы хужалыҡты алып барыусы Хәлил Хәбир улы булам.
Тотҡан урындан һындыра – әңгәмәбеҙ башында уҡ хужа тураһында күңелгә шундай фекер һалынды. Биргән һорауға һандар һәм факттар менән сатнатып яуап бирә. Яуаптарында икеләнеү-шикләнеүҙәргә, артыҡ хис-тойғоларға урын юҡ. Аҡ икән – аҡ, ҡара икән – ҡара. Бәлки, ысын ир кеше шулай булырға ла тейештер? Ыңғырашыу-һыҡраныуҙар, ризаһыҙлыҡ-ҡәнәғәтһеҙлектәр булһа, бәлки, уның эше лә алға бармаған булыр ине. Сөнки һуңғы ун-егерме йыл эсендә тормошон еңел булмаған игенселек, малсылыҡ менән бәйләргә ҡарар иткән күпме ауыл кешеһе, эшен яйға һала алмайынса, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалып, артҡа сигенде, тормошомдо алға ебәрәм, тигән матур уй-хыялдарынан кире дүнде. Бигерәк тә үҙҙәренә түгел, ә дәүләт ярҙамына өмөт бағлаусылар уңышһыҙлыҡҡа дусар булды... Ә беҙҙең герой ҡамырбатырҙарҙан түгел. Ул – ысын ир уҙаманы, ғаилә башлығы, бына тигән дүрт ул атаһы, белдекле хужа. Өҫтәүенә, ярлы-ябағаны, йәберһетелгәндәрҙе үҙ яҡлауы-иғтибарынан мәхрүм итмәгән ил уҙаманы ла. Хәйер, быларҙың барыһы тураһында ла бәйнә-бәйнә уның, Хәлил Хәбир улы Ғәптрәҡиповтың, үҙенең ауыҙынан һөйләтәйек, булмаһа.

Улдарымды крәҫтиән хеҙмәтендә тәрбиәләнем
ҡатыным Тамара менән икебеҙ ҙә – баш ҡалала тыуып үҫкән, бергә уҡыған кешеләр. Бик йәшләй генә, 18 йәшебеҙҙән, үҙ оябыҙҙы ҡороп ебәрҙек. Ошо йәштән иңебеҙгә ҙур яуаплылыҡ йөкмәгәнебеҙҙе ул саҡта аңланыҡмы икән? Эйе, ҙур яуап­лылыҡ тип һанайым мин был аҙымды. Үҙең, тормош иптәшең, буласаҡ балаларың өсөн... Хәйер, ғаилә тормошо өсөн иртә өлгөрөп етеү минең ғаиләм өсөн хас сифаттыр – улдарым да бик иртә өйләнде. Кәләш алам, тигән теләк белдергәс, беҙ уларға бер ҙә ҡаршы килмәнек.
Үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағында илдә болғаныш-солғаныштар, тәртипһеҙлек, әхлаҡһыҙлыҡ, әҙәпһеҙлек күренештәре, криминал киң солғаныш ала башлағас, улдарымдың киләсәге тураһында борсолдом. Уларҙы нисек итеп ҡала мөхитенән, урам, дөрөҫ йүнәлештә бармаған тиҫтер­ҙәре йоғонтоһонан әрсәләргә? Уйлана торғас, бер ҡарарға килдем: тик ауыл ерлеге генә балаларҙы һаҡлап алып ҡаласаҡ. Һәм, күп тә уйлап тормайынса, ҡатыным менән килештек тә, Өфөнән алыҫ булмаған Благовещен районының Төрөшлө ауылынан ер участкаһы менән бергә бәләкәй генә өй һатып алдыҡ. Урындағы совхозға прораб булып эшкә урынлаштым. Һәм бына ошо ҡарарыма һаман да ҡыуанып бөтә алмайым – дөрөҫ юл һайлағанмын икән. Улдарым аҡыллы, егәрле, зирәк булып үҫте – һәр ваҡыт крәҫтиән эше менән мәшғүл булғас, баштарына юҡ-бар уй инеп тә сыҡманы. Төплө белем алдылар, ҡулдары эшкә өйрәнде. Мәктәпте тамамлағас, һәр береһе артабан үҙ юлын тапты. Ике өлкән улым, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә. Әлеге көндә өс улымдың яратҡан эше бар. Улар – тормошта минең төп таянысым һәм йыуанысым. Дүртенсе улым, кинйәм Исмаил, әлегә янымда, туғыҙынсы класта уҡып йөрөй. Минең уң ҡулым. Хужалығыбыҙҙа ул белмәгән һәм башҡармаған эш юҡтыр.
Ауыл еренә алып ҡайтып, улдарымды ат көтөргә, һыбай йөрөргә, йылҡы ите ашар­ға, ҡымыҙ эшләргә һәм эсергә, мал салыр­ға, һыйыр һауырға, ер эшкәртергә, яҙын сәсергә, көҙөн уңыш йыйып алырға, крәҫтиән хеҙмәтенән йәм, тәм табырға өйрәттем. Йәғни тамырҙарына, булмыштарына ҡайтарҙым. Һәм бының менән бик ғорурланам. Атай булараҡ, улдарыма дөрөҫ тәрбиә бирә алыуыма ҡыуанам. Ғөмүмән, ике-өс туған 16 ағай-эне араһынан миндә генә ергә, тамырҙарыбыҙға тартыу көсө көслө булып сыҡты. Һәм был көстө улдарыма ла һеңдерә алдым. Улар, ҡалала эшләп, унда йәшәһә лә, ял һайын миңә килеп ярҙам итә. Ә һигеҙ ейән-ейәнсәремдең йәйге-ҡышҡы каникулдарҙа беҙгә килеп ял итеүе, эшкә өйрәнеүе ҡаланың ығы-зығыһынан, тәртипһеҙлектәрҙән арындыра.

Халыҡ традицияларына тоғролоҡ һаҡлайбыҙ
Ир булараҡ, үҙемә ҡағылышлы мөһим эштәрҙе атҡарҙым тип һанайым: өй һалдым, улдарым бар, ағас ултырттым.
Ғаиләмдең матур традицияларының күбеһе халыҡ йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәренә таяна. Әйтәйек, ҡунаҡ килгәндә, байрамдарҙа ат йәки башҡа эре мал йығып һуйыу минең өсөн намыҫ эшенә әүерелгән. Өлкән улым Артур армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас – ат, Чечняла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, үгеҙ һуйҙым. Уның иҫән-һау ҡайтыуы бөтә туғандар өсөн дә ысын байрамға әүерелде.
Тағы ла бер изге йола: ҡатындарыбыҙҙы абортҡа ебәрмәйбеҙ. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа – быны беҙҙә һәр кем белә.
Ғөмүмән, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҡанында имселек, табиплыҡ бар. Атайым да дауалаусы булды, ҡатыным яғынан да ғүмерҙәрен медицинаға арнағандар бар. Шунлыҡтан улдарымдың медицина юлын һайлауына бер ҙә аптырарлыҡ түгел. Артурыбыҙ медицина колледжын тамамлағас, армияға киткәйне. Хәҙер юрислыҡҡа уҡыуын дауам итә. Эдуардыбыҙ – хирург. Давидыбыҙ аграр университетты тамамланы – заман иҡтисадсыһы. Кинйәбеҙ Исмаилды туғыҙынсы кластан һуң шулай уҡ медицина колледжына ебәрергә уйлайбыҙ. Яҡшы стоматолог ауыл ерендә лә кәрәк. Ул үҙебеҙҙең янға ҡайтасаҡ. Халыҡ йолаһы буйынса, кинйә ул ата-әсәһе янында, атай нигеҙендә ҡалырға тейеш. Исмаил өсөн ошо уҡ ихатала өй һалырға уйлайбыҙ: ағай­ҙары бала-сағаһы менән ауылға ҡайтҡанда ҡустыһын, уның ғаиләһен тынысһыҙламаһын, ә атай йортона төбәп ҡайтып төшһөн тиеүем.
Беҙҙең ғаилә айыҡ тормош менән йәшәй. Мин үҙем 22 йәшемдән спиртлы эсемлекте йотҡаным юҡ. Улдарымды ла шул рәүешле тәрбиәләнем.

Мин – ирекле крәҫтиән
Заманында «Степановский» совхозында өс меңләп кеше эшләй ине. Благовещен ҡошсолоҡ фабрикаһында алты йөҙләп кеше мәшғүл булды. Совхоз менән фабрика юҡҡа сыҡҡас, халыҡ аптырап ҡалды. Эш артынан кемдер – Өфөгә, икенселәр – Благовещен ҡалаһына, өсөнсөләр Себергә сығып китте. Тик ғаиләңдән ситтә йәшәү, балаларыңды тәрбиәләүҙе ҡатын елкәһенә генә һалыу эшме ни ул?! Ситкә китмәйенсә лә ауылда йәшәп була. Әлбиттә, иренмәһәң. Хатта сәскә лә атырға мөмкин. Тик шуныһы шарт: крәҫтиәнгә дәүләт ярҙамы булырға тейеш. Бында мин агросәнәғәт комплексын күҙ уңында тотмайым. Ул – производство. Уға дәүләт дотациялары, льготалы кредиттар, маҡсатлы субсидиялар, лизингылар һәм башҡалар ҡаралған. Ә бына крәҫтиәнлек, шәхси ярҙамсы хужалыҡ, фермерлыҡ – ул көнкүреш, тормош, быуаттан-быуатҡа килгән тормош-йәшәйеш ҡоролошо. Дәүләт бына ошо крәҫтиәндәргә ярҙам итергә тейеш. Субсидиялар, льготалы кредиттар менән. Юғиһә шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ситтә ҡала. Дәүләт ярҙамы булһа, ауыл халҡы эшһеҙ-ашһыҙ ҡалмаҫ, ситтә йөрөмәҫ, балаларын тәрбиәләү-уҡытыу, аяҡҡа баҫтырыу менән булыр, ауыл да быуынын нығытыр ине. Үҙ ғаиләңде, ҡалала йәшәгән туғандарың-яҡындарыңды аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү үҙе үк яҡшы нәмә бит.
Мин ғүмеремде тәүҙә йылҡысылыҡ менән бәйләргә булғайным. Хатта тоҡомло юртаҡ та һатып алдым. Тик был ниәтемә бойомға ашырға яҙмаған булғандыр – аттар өсөн көтөүлек юҡ беҙҙә. Шуға 2006 йылда Владимир Путин шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға дәүләт ярҙамы тураһындағы өҫтөнлөклө программаны күтәреп сыҡҡас, пландарымды бер аҙ үҙгәрттем – сусҡасылыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар иттем. «Россельхозбанк»тан 300 мең һумлыҡ маҡсатлы кредит алып, хужалығымды нығытыр­ға булдым. Кирбестән һарай һалдым, инә сусҡалар һатып алдым. Эре малымды ла ишәйттем. Мал аҙығы юлланым. Икенсегә тағы ла мал һанын ишәйтеүгә 200 мең һум кредит алып, ҡурама газ, һыу, яҡтылыҡ үткәрттем. Путиндың маҡсатлы программаһы минең кеүек хужалар өсөн бик ҡулай булды-булыуын – кредитымдың яртыһын дәүләт субсидияһы менән ҡапланым, тик икенсе яртыһын түләүгә субсидия юллауым бер файҙа ла килтермәне. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәйем: ай һайын 30-ар мең һум кредит түләй-түләй, донъямды алға алып барырға тырышам. Әлбиттә, республикабыҙ Президенты ла шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға ярҙам итеү кәрәклеге тураһында һүҙ алып бара. Уның ярҙамына өмөт итәм дә инде.
Бер йылда дәүләткә 130 центнер сусҡа ите тапшырҙым. Бынан тыш, баҙарҙа һатам, ит комбинатына тапшырам. Иткә мохтаж булған даими клиенттарым барлыҡҡа килде. Кешеләр малдарымды теләһә ниндәй биоөҫтәмәләр ашатмайынса, таҙа иген менән генә аҫрауымды белә һәм шуға итте минән генә һатып ала башланы.
Тырышлыҡ һалғас, эш бара. Ит тоҡомло сусҡаларҙы ун айҙа 3 центнерға тигәндәй еткереп, һимертеп һатам. Малдарымдың тотороҡло һаны 50 баш булһа, әллә күпмеһе өҙлөкһөҙ әйләнештә йөрөй. Быға тиклем 16 инә сусҡам бар ине, быйыл, аҙыҡ наҡыҫ булғанлыҡтан, 12 башҡа ҡалдырырға тура киләсәк. Дүрт һыйырымдың да берәүһен генә ҡалдырҙым. Итәк-еңде тартып, ҡалған малдарымды ҡышлатып сығар­һам да яҡшы әле. Аҙыҡ запасын булдырыр­ға тырыштым.

Изгелектең сиге юҡ
Эйе, беҙҙә аграрий юҡҡа сыҡты. Сөнки кешеләр дөрөҫ йәшәмәне. Халыҡ ҡиммәттәре, традициялары юғалтылған. Етәксе абруйы, исеме тураһында түгел, ә крәҫтиән тураһында уйларға һәм хәстәрлек күрергә кәрәк ине. Яҡшыға өмөт итеп, тормошто юлға һалыу ниәте менән «Ғәҙел Рәсәй» партияһына индем. «Берҙәм Рәсәй»ҙең, ЛДПР-ҙың урындағы вәкилдәре менән осрашып, районда хужалыҡ эштәрен, халыҡ тормошон юлға һалыу тураһында һөйләштек. Төрлөбөҙ төрлө яҡҡа тарт­ҡанда түгел, ә бер булып, бер төптән егелеп эшләгәндә генә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеү мөмкинлеге тураһында һүҙ алып барҙыҡ. Әлеге көндә бер юҫыҡта эш алып барабыҙ. Бигерәк тә социаль яҡланмаған халыҡ ҡатламына, күп балалы, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә, янғындан зыян күргәндәргә маҡсатлы ярҙамды даими ойоштороп торабыҙ.
Беҙҙең районда 65 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Еңеү көнөндә улар өсөн матур тантана ойошторҙоҡ. Уларҙан тыш, йәш ветерандар ҙа – «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә булып ҡайтҡандар ҙа, һәләк булып ҡалғандар ҙа байтаҡ. Район хәрби комиссариаты аша шундай ғаиләләрҙең исемлеген алып, улар менән яҡындан танышып сыҡтым һәм, хәл-тороштары, проблемалары менән яҡындан танышҡас, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Улар Тыуған иле алдында изге бурысын үтәп һәләк булған, ә ғаиләләре тураһында онотҡандар?! Минең улым да Чечняла булды бит, тип уйланып, бөтәһен дә йөрәгем аша үткәрҙем дә, шул тиклем тетрәндем. Һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре, тимәк, улымдың, шулай уҡ минең дә яҙмышташтарым һәм яҡындарым. Мин түгел икән, кем ярҙам итер уларға? Бына ошо уйым алып килде лә инде һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре йәшәгән йорттарға. Һәр береһе менән яҡындан танышҡас, улар­ға шәхсән рәүештә лә, «Ғәҙел Рәсәй» партияһының урындағы ойошмаһы, йәмәғәтселек аша ла мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыштым һәм тырышам.
Әлфиә ХӘЛИТОВА: «Ирем Рәзиф Хәлитов 1993 йылда Тажикстанда 12-се погранзаставала хеҙмәт иткәндә һәләк булды. Мин 7 йәшлек ҡыҙым һәм өлкән йәштәге ауырыу әсәйем менән яңғыҙ тороп ҡалдым. Әлбиттә, рухи яҡтан да, матди яҡтан да ярҙамға бик мохтажбыҙ. Өҫтәүенә, 83 йәшлек әсәйем түшәккә йығылды – уның янынан китә алмайым, өҙлөкһөҙ тәрбиә кәрәк. Ирем үлгәндән һуң 17 йыл эсендә фатирыбыҙға беҙҙең хәлебеҙҙе белешергә кешеләр тәүгә килде – улар Хәлил Хәбир улы менән уның ҡатыны Тамара Давидовна Ғәптрә­ҡиповтар ине. Улар шулай уҡ Чечняла һәләк булған Юмадиров Игорҙың, Першин Антондың, Көньяҡ Осетияла ятып ҡалған Полушкин Артемдың йорттарына барып, хәл-әхүәлдәрен белешеп, ярҙам ҡулын һуҙҙы. Ярҙам төрлөбөҙгә төрлөсә булды, әлбиттә. Минең, мәҫәлән, фатирымдың тәҙрә рамдары иҫкереп, быяла өлгөләре ҡойолор­ға тора ине. Бер көндө «Галерея окон» фирмаһы белгестәре килеп инде һәм тәҙрәләремде яңыртып сығып китте. ҡыуанғанымды! Хәлил Хәбир улына һәм уның хеҙмәттәштәренә, фекерҙәштәренә ихлас күңелдән рәхмәтемде һәм изге теләктәремде еткерәм!»

Тамырҙарымда – Аҙналиндар ҡаны
Беҙҙең быуын үҙ ҡанына интернационалистик идеяларҙы һеңдереп үҫте. Минең өсөн, мәҫәлән, башҡорт, татар, рус, сыуаш һәм башҡа милләт юҡ. Беҙ барыбыҙ ҙа иң тәүҙә кешеләр һәм бер Аллаһы Тәғәлә аҫтында йөрөйбөҙ, бер үк һауаны һулайбыҙ, бер үк һыуҙы эсәбеҙ. Минең тыуыу тураһындағы таныҡлығымда милләтем татар тип яҙылған, сөнки атайым – татар. Ә яртым минең – башҡорт. Әсәйем яғы тамырҙары Аҙналиндарға барып тоташа. Өләсәйем, Ғәбиҙә Аҙналина, беҙгә үҙ ырыуы тураһында күп нәмә һөйләй торғайны. Хәҙер уйланһам, шуныһы йөрәкте һыҡрандыра: Аҙналиндарға бәйле бөтә тарих, риүәйәт һәм легендалар телдән-телгә, быуындан-быуынға бышылдап ҡына тапшырыла килгән. Бөгөн генә был турала ҡурҡмайынса, ауыҙ тултырып һөйләргә мөмкин.
Минең һигеҙенсе быуын ата-бабам ишан булған, һәм уның килер быуындары тәүҙә батшалар, аҙаҡ влас­тар тарафынан эҙәрлекләүгә дусар ителгән. Ун һигеҙенсе быуатта Башҡорт еренең Шайтан-Көҙәй улусындағы Шайтан ауылының көлө күккә осоуы фажиғәһе һаман да йөрәктәрҙе тетрәндерә...
Эйе, минең тамырҙарымда Аҙналиндар ҡаны тиртә. Миндә – ысын яугир рухы. Тик бының менән кәпәренмәйем. Барыһын да тыныс ҡына ҡабул итәм. Ғәҙеллек, дөрөҫлөк яҡлымын. Һәр нәмәгә ҡарата үҙ фекерем, мөнәсәбәтем бар. Үҙ яйыма, үҙ көйөмә йәшәй бирәм. Кешегә лә зыян итмәйем, үҙемде лә йәберләтмәйем – Аҙналиндар тамырын эҙәрлекләй, ҡорота торғас, беҙҙә һаҡлыҡ, уяулыҡ гены хасил булған. Тормошта бер нәмәне яҡшы үҙләштерҙем: үҙеңә насар энергия йәлеп итмәүең хәйерлерәк, шуның өсөн әйләнә-тирәләгеләр менән мөнәсәбәттәрҙе боҙмайым. Хатта сәбәбе булған хәлдә лә. Иң мөһиме, мин – кеше. Ошо ерҙә, тыуған Башҡортостанымда, тыуып үҫкән кеше. Үҙем дә, улдарым да – Тыуған еребеҙҙең ысын илһөйәрҙәре. Илемде, еремде, халҡымды яратам. Үткән быуынды ихтирам итәм, бөгөнгөһөнә хөрмәтем ҙур, киләсәк быуынға ышанам.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай