RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

28.09.2010 Өс һөйләм менән

Салауат районының «Дуҫлыҡ» үҫмерҙәрҙе социаль реабилитациялау үҙәге етәксеһе вазифаһын файҙаланғаны өсөн енәйәттә ғәйепләнә – директор үҫмерҙәрҙе үҙенең ярҙамсы участкаһына эшсе көсө булараҡ йәлеп иткән. Тикшереү органдары ике фактты билдәләй: май башында директор дүрт баланы әсәһенең баҡсаһына картуф ултыртырға ебәргән, балаларҙы начальниктың ире, туҡмай-туҡмай, ҡарап тороп эшләткән, ай аҙағында тағы ла дүрт үҫмерҙе әсәһенең хужалығына утын ташырға ебәрә. Әле был факт буйынса тик­шереү бара.

Кисә Өфөнөң «Динамо» стадионында Рәсәй Эске эштәр министрлығының ҡул һуғышы буйынса шәхси-команда чемпионаты үтте. Ярыштарҙа хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәт­кәрҙәре, белем биреү учреждениеларының йыйылма командалары көс һынашты. 660 ҡатнашыусының 219-ы – спорт мастеры, 276-һы – спорт мастерлығына кандидат.

«Урал авиалиниялары» авиакомпанияһы тарафынан Өфөнән Дубайға осоусы рейс асылды. 170 кешегә иҫәпләнгән аэробусҡа тәүге рейста уҡ 130 пассажир билет һатып алған. Аҙнаһына бер тапҡыр осасаҡ самолет туристар, эшҡыуарҙар өсөн бик уңайлы буласаҡ, тип иҫәпләй белгестәр.

«Башгидромет» үҙәгенең баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итеүенсә, аҙна уртаһына тиклем һауа торошо 15 – 20 градус буласаҡ. Аҙнаның икенсе яртыһында ямғырҙар көтөлә. Йомала иһә һауа температураһының 2 – 4 градусҡа тиклем түбәнәйеүе, урыны менән ямғыр, епшек ҡар яуыуы ихтимал.

Республика аграрийҙары алдында техник культураларҙы йыйып алыу бурысы тора. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, шәкәр сөгөлдөрө майҙандың 9 процентынан йыйып алынған да инде. Әммә уңыш ауыл эшсәндәрен бик ҡыуандырмай, уңыш гектарынан 74 центнер самаһы тәшкил итә.

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар бер аҙнала 0,4 процент­ҡа күтәрелгән. Бөтә төрҙәге фатирҙар буйынса бер квадрат метрға тәҡдим ителгән уртаса хаҡ 43,15 мең һум тәшкил итә. Йыл башынан алып икенсел торлаҡҡа хаҡ 7,8 процентҡа артҡан.

Бөгөн Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында «Рус музейы: виртуаль филиал» мәғлүмәт-белем биреү үҙәге асыла. Бөгөн был уникаль үҙәк Рәсәйҙең 52 ҡалаһында һәм 17 сит илдә бар. Киң аудитория өсөн иҫәпләнгән инновацион проекттың йөкмәткеһен медиатека, интерактив мультимедиа программалар һәм рус сәнғәте тураһында тарихи программалар һәм фильмдар тулыландыра.

Үткән аҙнала «Мәк» операцияһы барышында законһыҙ әйләнештән 6,5 кг марихуана, 15 г героин, 300 г гашиш майы тартып алынған. 22 йәшлек Дүртөйлө егетендә, Салауат ҡалаһында йәшәүсе эшһеҙҙә 170 г гашиш майы табылған. Йәмғеһе бер аҙнала республика наркополицияһы 34 енәйәтте асыҡлаған һәм 31 енәйәт эше асҡан.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә