RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бабич эҙҙәре буйлап

02.10.2010 Бабич эҙҙәре буйлап

Силәбе өлкәһенең Ш. Бабич исемен йөрөткән башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, өлкәнең «Айгөл» йыр һәм бейеү ансамбле артистарының Башҡортос­тан­ға мәҙәни миссия менән килеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде.
Осрашыу Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы М. Ғафуриҙың йорт-музейында башланып китте: ҡунаҡтар музей менән танышты, республика яҙыусылары менән күреште. Баш­ҡортос­тандың Мәҙәниәт министрлығы тарафынан «Рәсәй Федера­цияһы башҡорттары» федераль программаһы сиктәрендә ойошторолған сараның Мишкә ерендәге дауамы хаҡында һөйләмәксебеҙ.

Китапхана менән танышайыҡ

Бөгөн халыҡ теленән төшмәй шағир Шәйехзада Бабичтың исеме. Ә бит булған шундай дәүерҙәр: Вәлидиҙе лә, уны ла иҫкә алыу ҙа тыйылған. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев был хаҡта, өс тапҡыр юҡ ителеп, өс тапҡыр исеме ҡайтарылған Бабич, тип телгә алғайны бер сығышында.
Ш. Бабич үҙ дәүерендә бик популяр, һәр сығышы көтөп алынған шағир була. Уға яҙыу маһирлығы Күктән ебәрелгәнлегендә һис шик юҡ. Әгәр ул үҙе был шөғөлөн, «этлек» өсөн генә яҙғайным, тип атай икән, тимәк, юмор, сатира аша әйтелгән шиғри юлдар уның тел осона килеп торған. Халыҡ яҙма әҫәрҙәрен генә түгел, сәхнәлә, майҙанда тороп сығыш яһауын да көтөп алған.
Импровизация, ялҡынлы телмәр берәүҙе лә битараф ҡалдырмаған. Башҡорт, татар йәштәре, ҡәләм тибрәтеүселәр шағир янында тупланған. «Тулҡын» әҙәби берекмәһе – быға бер миҫал. ХХ быуат башында, бында Силәбе, бында Ырымбур өлкәһе, бында Өфө ҡалаһы, тип административ бүлеп ҡарау булмаған.
Милләттәштәребеҙ аралашып, ҡатнашып йәшәгән. Шуға күрә Силәбе өлкәһенең 1906 йылда изба-читальня формаһында барлыҡҡа килгән түләүһеҙ китапхана-читальняһына егерменсе йылдар башында Ш. Бабичтың исеме бирелеүе һис кенә лә аптырарлыҡ хәл түгел, ә әҙәбиәт һөйөүселәрҙең даһи замандаштарының ижадына мөнәсәбәте. Китапхананың бөгөнгө хеҙмәткәрҙәре Бабичтың эҙҙәренән тыуған ере – Башҡортостандан үтергә һис икеләнмәй юлға сығыуы – быуаттарҙан-быуатҡа күскән эҙмә-эҙлекле эш.
Китапханаға 1899 йылда нигеҙ һалынған. Тап ошо йылда Силәбелә Аҡ мәсет төҙөлә, һәм урындағы халыҡ бер юлы мәҙрәсәле һәм китапханалы ла була. Шулай ҙа, алда әйтелгәнсә, китап йортоноң тыуған йылы тип 1906 йыл һанала: был осорға китаптар тупланып, ул даими эшмәкәрлеген башлай. Китапханаға нигеҙ һалыусы – мулла улы Шакир Сәлимов. Ғәфүр Һөйөндөков һәм Хөснөтдин Әйүпов менән бергәләп улар эште башта йәмәғәт башланғысында ойоштора. Өс йылдан һуң, китапхананың фондында китаптар һаны меңдән ашҡас, штатҡа Әүхәҙи Хәкимов китапханасы итеп тәғәйенләнә. Ун йылға яҡын ул был вазифала эшләй, әммә, М. Ғафури, Ғәлимйән Ибраһимов, Владимир Лениндың яҙмаларын, «Урал» гәзитенең төпләмәһен һаҡлай, тип, ҡулға алалар. Ә ул арала китап йортоноң абруйы арта: 1908 йылда унда 980 китап тулана, 1180 уҡыусы мөрәжәғәт итә. Йыл һайын китапхананың фонды тулылана, А. Пушкин, Н. Гоголь, И. Тургенев, Л. Толстой һәм башҡа рус яҙыусыларының әҫәрҙәре лә күренә башлай. Октябрь ваҡиғаларынан һуң, исеме үҙгәреп, ул башҡорт, татарҙың китапханаһына әйләнә.
Алда әйтелгәнсә, 20-се йылдарҙа уға Ш. Бабич исеме бирелә. Тап ошо осорҙа китапхана мөдире Нурислам Бабичев була. Ул – Шәйехзада Бабичтың нәҫеленән. Ниндәй генә ҡатмарлы мәлдәр булһа ла, әйтәйек, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла, китапхана эшләүен туҡтатмай.
1950 йылда китапхана советы менән Шәүкәт Ғәйнуллин етәкселек итә башлай. Ул ғүмеренең ахырынаса – 2000 йылға тиклем ошо вазифаһын башҡара. 60-сы йылдарҙа китапхана эргәһендә башҡорт һәм татар яҙыу­сыларының М. Йәлил исемендәге әҙәби берекмәһе ойошторола.
Ш. Бабич исемендәге китапхана Силәбе үҙәкләштерелгән китапханалар системаһына ингән. Уның мөдире Көнһылыу Әйүпова әйтеүенсә, китап йорто даими рәүештә уҡыусылар өсөн саралар үткәреп тора, сөнки бында китап яратыусылар ғына түгел, ә башҡорт, татар рухиәтен һаҡлау­сылар тупланған.
Мишкә үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Силәбе ҡунаҡтарын бик ихлас ҡаршы алды. Махсус ойошторолған күргәҙмәләр, уҡыусылар өсөн уҙғарылған саралар планы менән силәбеләр ҡыҙыҡһынып танышты. Киләсәктә был ике китапхананы туғандаш итеү хаҡында ла һүҙ алып барылды. Бабичтарҙың тамыр­ҙары нигеҙләнгән ерҙәге китапхана менән шағирҙың исемен йөрөткән китап йортоноң аралашыу ептәрен район хакимиәттәре башлыҡтары ҡарарҙары менән нығытыу яуаплылыҡ, бурыс йөкмәтә, шул уҡ ваҡытта киләсәктә үҙ емештәрен бирерҙәй сара. Мишкә районы хакимиәте башлығы Виталий Андреев китапхана­ларҙың ғына түгел, райондарҙың туғандаш булыуына ла ҡаршы түгел. Әйткәндәй, Мишкә районы – үҙ ерендә тыуған шәхестәренең исемен мәңгеләштереүгә ҙур иғтибар биреүсе район. Шағир Ш. Бабичтың та­мырҙары береккән генә түгел, мари классиктары Яныш Ялкайн, Юрий Байгузаны бүләк иткән төбәк тә ул. Оло Шаҙы ауылы – башҡорт әҙәбиәте классиктары Али Карнай, Флорид Бүләков тыуған ер. Йырсы Шамил Хәмәҙинуров та ошо ауылдан. Фольклорсы Кирәй Мәргән дә Мишкәнән. Был әле исемлектең бер өлөшө. Һәр бер шәхес хаҡында бында яҡты иҫтәлектәр һаҡлана, даими рәүештә исемдәрен мәңгеләштереү эше алып барыла.

Сәхнәлә – «Айгөл»

Мишкә районында «Айгөл» йыр һәм бейеү ансамбле ҡыйғаҙытамаҡ ауылында, район үҙәгендә ҙур концерт бирҙе. Халыҡ бик яратып ҡабул итте сығыштарын. Ансамбль менән таныштырып үтәйек. Ул – Силәбе өлкәһендә билдәле төркөмдәрҙең береһе, мәҙәни сараларҙа даими ҡатнашыу менән бергә, халыҡ-ара, Рәсәй һәм төбәк конкурстарында лауреат исемен яулаған. Коллектив Металлургтар мәҙәниәт йорто эргәһендә илдә халыҡ ижады сәскә атҡан мәлдә ойошторолған. 1959 йылдан уның менән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағир Рамаҙан Шәғәлиев етәкселек иткән. «Айгөл»­дөң бөгөнгө режиссеры Марина Вәлитова әйтеүенсә, балалар һәм өлкәндәрҙән торған ансам­блде халыҡ бик үҙ итә, унда шөғөлләнеүселәр ҙә – милли сәнғәткә ғашиҡ заттар. Мишкә ерендә лә ансамбль уңыш һәм иғтибар менән файҙаланды. Өлкәндәрҙең бейеү төркөмө етәксеһе Инвир Хисаметдиновты Башҡортостан тамашасыһы ла яҡшы белә. Ул «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.
«Айгөл»дөң йырсылары, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Факия Сафина менән Гөлнур Искәндәрованың сығыштары Силәбе ерлегендә тыуған йырҙар менән хәтерҙә ҡалды.
Мишкә район мәҙәниәт йорто эргәһендә «Эрвел» халыҡ ансамбле эшләй. Уның исеме республиканан ситтә лә билдәле. Ике халыҡ ансамбленең ағзалары үҙ-ара аралашып, бейеүҙәр менән алмашты. Район мәҙәниәт йортонда силәбеләр кискеһен ҙур концерт күрһәтте.

ҡыйғаҙытамаҡ
хаҡында бер кәлимә

Алда әйтеүемсә, ҡыйғаҙытамаҡта силәбеләр, концерт күрһәтеү менән бергә, Ш. Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһының күсмә күргәҙмәһен тәҡдим итте. Ауылда Бабичтар нәҫеленән Нәзир бабай Кәримов ҡунаҡтарға Мөхәмәтзакир мулланың – Ш. Бабичтың атаһының ҡәберен күрһәтте. Мәктәп ихатаһында ша­ғирға ҡуйылған һәйкәл янында ла, сә­фәрҙәрен мәңгеләштереп, фотоға төштө ҡунаҡтар. БР Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре Заһир Кашапов, Алһыу Сирғәлина Мишкә халҡын дуҫлыҡ байрамы менән ҡотланы, бүләктәр тапшырҙы.
Мишкә еренең силәбеләрҙе бик йылы ҡабул итеүенә беҙ ҙә шаһит булдыҡ. Яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән бергә иҫтәлекле урындарға сәйәхәт ҡылыу, шағир Шәйехзаданың исемен мәңгеләштереү эшенең дауам итеүенә шаһит булыу, моғайын, эҙһеҙ үтмәҫ. Сәфәр барышында, кәрәҙ кеүек, күңелдәре «бал» туплар. Көндәр, айҙар, йылдар үтер һәм был аралашыу йыр-моң, яңы идея, асыш булып уҡыусылар, тамашасылар күңеленә һирпелер. Быуат аша шағир Ш. Бабичтың исеме милли рухиәт һағында тороусыларҙы йәнә бер сафҡа тупланы.

Лариса АБДУЛЛИНА.
Ильяс ЯХИН фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)