RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Республика башлығы төньяҡ райондар менән танышты

05.10.2010 Республика башлығы төньяҡ райондар менән танышты

Республика башлығы төньяҡ райондар менән таныштыТөбәк башлығы Бөрө һәм Мишкә райондарының социаль-иҡтисади хәле менән танышты, сәнәғәт һәм социаль объекттарҙа булды.
Бөрөлә Рөстәм Хәмитов ун йыл элек ойошторолған ярымфабрикаттар, икмәк-ҡалас һәм ит продукттары етештереүсе «Дудин» шәхси предприя­тиеһы менән яҡындан танышты. Был предприятиела әлеге ваҡытта 300 кеше эшләй, айлыҡ эш хаҡы уртаса 15 мең һум тәшкил итә. Предприятиеның кредиттары һәм бурыстары юҡ, консолидацияланған бюджетҡа йыл һайын 10 миллион һум тирәһе аҡса түләй. ҡала халҡының 30 процентын ит изделиелары (шул иҫәптән ҡул менән йәбештерелеүсе 15 төр билмән) һәм ярымфабрикаттар менән тәьмин итә. Сеймалдың 80 проценты – республиканыҡы, 20 проценты Рәсәй төбәктәренән килтерелә, ә сит ил сеймалы, ғөмүмән, ҡулланылмай. Президент, продукция төрлөлөгөнән ҡәнәғәт булыуын белдереп, предприятиела хаҡтар сәйәсәте тормошҡа ярашлы, тип билдәләне.
Мишкә районында Президент «Агротрейд» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә ошо көндәрҙә генә асылған ҡорт балын ҡаптарға тултырыу цехының эшен ҡараны. Бында 50 – 60 кеше эшләйәсәк. Бал Башҡортостанға ғына түгел, ә Силәбе һәм Свердловск өлкәләренә лә оҙатыласаҡ.
Рөстәм Хәмитов, Мишкә районының – 80, Мишкә ауылының 300 йыллығына арналған тантанала ҡатнашып, районда эшһөйәр кешеләр йәшәүен, ауыл хужалығының һәм башҡа тармаҡтарҙың, шул иҫәптән умартасылыҡтың яҡшы үҫешеүен билдәләне. Район иҡтисадын артабан юлға һалыу өсөн инвестициялар йәлеп итеү фарыз, тине төбәк башлығы.
Мишкә ра­йонында төҙөлә башлаған Паралимпия спорты үҙәген ҡарап, Рөстәм Хәмитов, Паралимпия спортына иғтибар һәр яҡлап буласаҡ, тине.
Әле биш cаҡ­рым оҙонлоғондағы саңғы трас­саһы төҙөлгән, унда яҡтылыҡ үткәрелгән. Яҡынса 1000 квадрат метр майҙанлы төп административ бинаны төҙөү тамамланды. Ком­плексты төҙөү 90 миллион һумға тө­ш­әсәк. «Баш­нефть» нефть акционерҙар компанияһы ун миллион һум аҡса бүлгән. Был аҡсаға роллер трассалары төҙөләсәк, тейешле инфраструктура булдырыласаҡ.
– Был үҙәк төрлө кимәлдәге спорт ярыштарын үткәреү майҙаны булһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Өҫтәүенә, Мишкә районы үҙенең спортсылары менән дан ҡаҙана. Ванкуверҙа үткәрелгән X Паралимпия уйындарында биатлон буйынса чемпион Кирилл Михайлов менән 2006 йылда Туринда Паралимпия чемпионы Григорий Андреев Рәсәйҙең йыйылма командаһында тора.
Атлеттар менән осрашыуҙа республика башлығы тиҙҙән Өфөлә лә паралимпия үҙәге барлыҡҡа киләсәге тураһында белдерҙе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә