RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рөстәм ХӘЙРУЛЛИН: «Бейеү дәрт, илһам бөркә»

18.09.2010 Рөстәм ХӘЙРУЛЛИН: «Бейеү дәрт, илһам бөркә»

Рөстәм ХӘЙРУЛЛИН: «Бейеү дәрт, илһам бөркә»Сәхнәгә Стәрлетамаҡ бейеү театры артистары сыҡһа, валлаһи, иң һүлпән тамашасы ла йәнләнеп, дәртләнеп китә. Гүйә коллектив үҙендәге кәйефте, урғылып торған көс-ҡеүәтте шәлкем-шәлкем итеп тамашасыларына һирпә. Бөркөттәй талпынып, сәхнәне деү килтереп сығыш яһаған бейеүселәрҙең береһе ул бөгөнгө ҡунағыбыҙ, талантлы бейеүсе Рөстәм Хәйруллин.
– Рөстәм, ҡайһы яҡ егете һин?
– Әбйәлил районының Асҡар ҡасабаһында тыуып үҫтем. Урындағы беренсе мәктәптең туғыҙынсы синыфын тамамлағандан һуң Магнитогорск ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсегә уҡыным. Ғаиләлә ике бала үҫтек. Һеңлем Гүзәл – һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре, ике бала үҫтерә. Әсәйем Миңзәлә Миңлеғәле ҡыҙы оҙаҡ йылдар төҙөлөштә, һуңынан ашнаҡсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Атайым Рамаҙан Фәхерғәле улы Сорғотҡа йөрөп аҡса таба.
– Бейеүгә килеүең нисегерәк булды?
– Диплом алғас, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына йүнәлдем. Уҡырға ингән йылда уҡ бейеү театрына эшкә урынлаштым. Хәлил ағай Ишбирҙин нәҡ шул ваҡытта егеттәрҙе йыя ине. Нәҫелебеҙҙә бейегән кешеләр бар, тип маһая алмайым. Әсәйемдең атаһы гармунда уйнаған, әсәй үҙе мандолина ҡылдарынан моң сығара белә. Атайым яҡлап өләсәй китапханала эшләгән, олатайым – ат ҡараусы. Уның ҡарауы, туғандар араһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙ итеүселәр күп. Барыһы ла тиерлек Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй.
Бәләкәй саҡта ҡурай түңәрәгенә йөрөнөм. Милли музыка ҡоралы мине шул тиклем арбаны, һаманғаса уйнайым. Әле Күсәрбай урта мәктәбендә ҡурай түңәрәген етәкләйем. Унда һигеҙ бала шөғөлләнә. Стәрлетамаҡтан ун биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауылға йөрөп эшләйем. Ошонда уҡ бейеү түңәрәге лә алып барам.
Тәү бейегән бейеүем – «Гөлнәзирә». Тәүҙә, мәктәптәге бейеү коллективына егеттәр етмәгәнгә, әллә, бейеп ҡарай­һыңмы, тип саҡырып ҡарағайнылар, һигеҙенсе синыфта район мәҙәниәт һарайында шөғөлләнә башланым. Бейеү арҡаһында тарыған ҡыҙыҡ бер ваҡиға иҫкә төштө. Туғыҙынсы синыфты тамамлаған йылда сығарылыш имтихандарына әҙерләнгән осор, әйҙә, бейегән өсөн һиңә «автомат» ҡуялар ул, тип ай-вайға ҡуймай, «Яҡтыкүл» шифаханаһына бейеү өйрәнергә алып киттеләр. Бейеү һалыусы оҫта ошонда ял итә ине. Бейеү өйрәнәм тип, имтихандарҙан торҙом да ҡалдым. Ниндәй «автомат» ти инде?! Имтихандарҙы һуңынан, бер үҙемә бирергә тура килде. Ошо хәлдән һуң, мәктәптән китәм, сварщикҡа уҡырға барам да ҡуям, тинем. Тик күңел барыбер бейеүгә тартты шул.
Рөстәм ХӘЙРУЛЛИН: «Бейеү дәрт, илһам бөркә»
– Талантлы кешеләрҙе күп осраттыңмы?
– Минең ҡарамаҡҡа, беҙҙә таланттар күп, уларға ярҙам итеүселәр әҙ. Был йәһәттән минең үҙемә талантлы ла, талапсан да булған оҫталар күп осраны. Педагогтарым Рәлиф Сафиуллин­ды, Гүзәл һәм Роберт Ишмаков­тарҙы, Светлана Обуринаны оло хөрмәт менән иҫкә алам. Сәхнәләге бәләкәй генә уңышымда ла күренекле балетмейстерҙар Хәлил Ишбир­ҙин менән Риф Ғәбитовтың өлөшө булыуын таныйым. Йәштәр араһында тәбиғәттән бирелгән һәләтлеләр күп. Уларға бәләкәй генә йүнәлеш бирһәң дә, юл ярып китергә әҙер генә торалар. Әммә шуны оноторға ярамай: бигерәк тә бейеүҙәге талант юғала торған нәмә. Әҙ генә формаңды юғалтһаң да, ҡыйын була башлай. Бер килоға артһаң да, сәхнәлә ныҡ һиҙелә. Бейеүсе үҙен күбәләктәй еңел хис итергә тейеш. Уҡытыусыларымдың ба­ры­һына ла рәхмәт, уларҙың һәр береһе миңә үҙ оҫталығын бирҙе.
– ҡайһы саҡта һәр кем дә кәңәшкә мохтаж... Һиңә аҡыллы кәңәш биреүселәр булдымы?
– Күптер инде ул. ҡапыл ғына хәтергә төшкәнен әйтәйем улайһа. Техникумды тамамлағандан һуң әлеге лә баяғы уҡытыусым Рәлиф Хафиз улы: «Рөстәм, Һамарҙа сәнғәт академияһы бар. Һин һәләтеңде, алған белемеңде камиллаштырырға тейеш. Шунда хореография бүлегенә уҡырға инеп ҡара», – тине. Педагогымдың һүҙен йыҡмау маҡсатында юғары уҡыу йортона уҡырға индем. Биш йыл уҡыу осоронда «Волга казактары» ансамблендә бейенем. Уҡып бөткәс, әллә бында ҡалайым да ҡуяйыммы икән, тип тә уйлап ҡуйҙым. Шулай ҙа Мәскәүҙе һайланым. «Кристалл» тип исемләнгән төнгө клубта эшләнем.
– Ишетеүемсә, һин сит илдә лә эшләп ҡайтҡанһың?
– Бер көн иптәш егет: «Рөстәм, Израилгә набор бара, әйҙә, барып ҡарайыҡ», – тине. Турҙы үтеп, Израилдең шоу-балетында бер йыл эшләп ҡайттым. Башҡортостаныма ҡайтһам, Өфөгә, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә килермен тип уйлағайным. «Өфө – Сибай» поезында килә ятҡанда, ниш­ләптер, ҡарламанда төшөп, Стәрлегә барып, иптәштәрҙе, уҡытыусыларҙы күреп сығыу теләге уянды. Стәрлетамаҡ бейеү театрында тороп ҡалыуым шулайыраҡ булды. Әлеге көнгә тиклем ошонда эшләп йөрөйөм.
– Сит илдә һинең һәләтеңде нисек баһаланылар?
– Сит илдекеләр Рәсәйҙә хореография мәктәбе көслө икәнлеген яҡшы белә. Уларҙың үҙҙәренең кимәле беҙҙекенән, ысынлап та, ҡайтышыраҡ. Опера театр­ҙарына барһаң да, бейеүселәренең күпселеге беҙҙән булыуына инанаһың.
– Сит илдә бейеү аҡса килтерә торған һөнәрме?
– Аҡса килтереүҙән дә бигерәк, халыҡ мәҙәниәткә ҙур иғтибар бүлә. Беҙҙә иһә тамашасыны концерттарға ауырлыҡ менән йыяһың. Ярай, ауылдарҙа кеше тамашаларға йөрөй әле ул. Ә район үҙәктәрендә хәл бөтөнләй икенсе. Израилдә көн һайын икешәр концерт бирһәң дә, зал шығырым тулы булыр ине.
– Бының сәбәбе тураһында уйланғаның бармы?
– Бер сәбәбе аҡсаһыҙлыҡ булһа, икенсеһе – беҙҙә халыҡ эш тип яна. Ә сит илдекеләр ял итә белә. Дөрөҫ, унда кешенең түккән көсөнә тәғәйен хеҙмәт хаҡы ла түләнә шул.
– Ымһындырғыс, ылыҡтырғыс сит ил тамашасыһын да күргән артисҡа барыһын да ташлап ҡайтып китеүе ауыр булманымы?
– Тәүҙә контракт буйынса өс айға тип киткәйнем, был хаҡта өйҙәгеләр хатта белмәй ҙә ҡалды. Тәүге алты ай һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Шунлыҡтан килешеүҙе йәнә өс айға оҙайттым, әммә, оҙаҡ та үтмәй, тыуған яҡ һағындыра башланы. Шуға, бер йылдан ҡайтырмын тип, килешеүҙе артабан оҙайтып торманым. Ә былай унда өс ай һайын бейеүселәрҙе алмаштырып торалар. ҡайтам, тигәс, тағы ла бер йылға ҡал, тигән тәҡдим булды. Тик, ҡуй, ҡайтайым, үҙ тыуған илеңдән артыҡ ер юҡ, тип ҡайтып киттем. Тәүҙә Мәскәүгә барҙым, тап шул мәлдә Анита Цой үҙенә бейеүселәр йыя ине. Бер аҙнанан эшкә килерһең, тип мине лә һайлап алдылар. Башҡортостанды, башҡорт бейеүен һағыныуым шул тиклем көслө булғандыр инде, тәҡдимдән баш тарттым.
– Йыш ҡына сит илдә эшләп йәшәп ҡайтҡан кешеләр ауыҙынан, Рәсәйгә кире әйләнеп ҡайт­ҡас, күңел төшөнкөлөгө ялмап ала, тигәндәрен ишеткәнем бар. Шул дөрөҫмө?
– Яҡшыға тиҙ өйрәнәһең, тиҙәр бит. Эш, йәшәү урыны бар, аҡсаны етерлек түләйҙәр. Ә беҙҙә барыһын да үҙ көсөң менән бөртөкләп тупларға кәрәк. Хәйер, шуға тапҡаныңдың ҡәҙере лә бар. Ә күҙгә ташланған икенсе мөнәсәбәт – беҙҙең яҡта халыҡ бер-береһен ашап алып бара. Сит илдә кеше бер-береһенә ихтирамлы, иғтибарлы. Мәҫәлән, беҙҙә ҡайҙа ти инде ул туҡтап, йәйәүлене үткәреп ебәреү, һүгеп, әрләп китәләр әле ул. Шундай бәләкәй генә мөғәмәләләр дөйөм матур мөнәсәбәтте хасил итә. Беҙҙәге һымаҡ эсеп, болғанлап йөрөүселәр ҙә юҡ.
– Бейеү һинең өсөн нимә ул?
– Бейеү – ул минең донъям. Халҡыбыҙ бейеүҙәре – мәңгелек моң, һүнмәҫ илһам, ҡайнар дәрт сығанағы. Уйҙарыбыҙҙы, хыялыбыҙҙы гүзәллеккә әйҙәүсе, күңелдәрҙе яҡты хис-тойғоларға күмеүсе бейеү – ул хәрәкәт менән йәндең аралашыуы, тормоштоң үҙе. Мин үҙем, бейемәһәм, кәйефһеҙләнәм, хатта, отпускы ҡасан үтә инде, тип йонсоп бөтәм.
– Коллективығыҙ менән дә таныштырһаң ине...
– Татыу, ижади коллектив тупланған беҙҙә. Сағыу, башҡорт халыҡ хореографияһында үҙенсәлекле стиле менән айырылып торған театр 1991 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин тарафынан ойошторола. Тимәк, тиҙҙән егерме йыллыҡ юбилейыбыҙҙы билдәләйәсәкбеҙ. Руслан Сөләймәнов, Айҙар Ишбулатов, Эльвира Дауытова, Линар Вәлиев кеүек талантлы бейеүселәребеҙ менән ғорурлана алабыҙ. Рудомир Басиров, Илгиз Ниғмәтуллин кеүек дәртле егеттәргә лә ҙур өмөт бағлайбыҙ. Мин театрҙа репетитор вазифаһын да башҡарам. Әле ун өс пар булып киттек, ун бишкә тултырырбыҙ, тип торабыҙ. Күберәк йәштәрҙе ылыҡтырырға тырышабыҙ. Әлеге ваҡытта репертуарыбыҙҙа иллеләгән башҡорт, Кавказ халыҡтары, ирланд, аргентин бейеүе бар... Көс-ҡеүәт етерлек, эшләргә лә эшләргә кәрәк. Көйҙәр яҙҙырабыҙ, программа әҙерләйбеҙ. «Бүреләр», «Джигитовка», «Күбә­ләк» бейеүҙәрен тергеҙәбеҙ. Был бейеүҙәр шул тиклем һағындыр­ған... Уларҙы башҡарғанда хатта күҙҙән йәштәр атылып сыға торғайны.
– Бейеү театрының үҙенсәлеген ниҙә күрәһең?
– Янып, бирелеп бейергә тырышабыҙ. Бирелеп бейемәһәң, Хәлил ағай, аяғыңды хет ҡолағыңа тиклем еткер, сәхнәлә ул кәрәкмәй, күҙҙәрең янып торорға тейеш, тип өйрәтер ине. Әле лә шул талаптарҙы үтәргә, ҡағиҙәләргә таянырға тырышабыҙ. Концерттарҙа шуға иғтибар иткәнебеҙ бар: Стәрлетамаҡ бейеү театрын хәҙер күп тарафтарҙа яҡшы таныйҙар, көтөп алалар. Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов етәкләгән коллектив «Бүреләр», «ҡыпсаҡ яугирҙары», «Любезники-любизар» кеүек героик тарихты сағылдырған, халыҡ тормошон күрһәткән йөкмәткеле бейеүҙәре менән башҡорт бейеү сәнғәтен тулыландыра.
Стәрлетамаҡ филармонияһының бейеү ансамблен халыҡ талантлы бейеүсе Хәлил Ишбирҙиндың бейеү театры итеп белә. Беҙҙән балет кимәленә күтәрелгән, халыҡ йырҙарына нигеҙләнгән бейеүҙәр ижад итеүҙе өмөт итә. Беҙ тамашасының өмөтөн аҡларға тырышабыҙ. Залда ултырыусының: «ҡайҙа бында төнгө ут яҡтыһында, ямғыр аҫтында, һыуҙа ялан аяҡ бейегән сая башҡорт егеттәре?» – тип кәйефе ҡырылырға тейеш түгел.
– Рөстәм, солист булыу һәр кемгә лә тәтемәй, көнләшеүселәр булмаймы?
– Ышанаһығыҙмы, юҡмы, беҙҙә уның һымаҡ нәмәгә бик урын юҡ. Булһа ла, ул сәм кеүек яҡшы ниәттә генәлер, бәлки. Беҙ үҙебеҙ ҙә солоға күберәк йәштәрҙе ҡуйырға тырышабыҙ. Бер үк бейеүсе кешенең күҙен ялҡыта башлай бит ул. Шуға ике-өс йылдан һуң солистарҙы алмаштырыуҙы отошло һанайбыҙ. Йәштәрҙең дә дәрте күтәрелә. Шулай ҙа, алмашты­рыр­ға кәрәк тип, ниндәйҙер хилафлыҡҡа ла юл ҡуймайбыҙ. Сөнки ҡайһы бер солистарҙы алмаштырһаң, бейеүҙең йәме юғала. Бер мәл «Саптар»ҙа был алымды ҡулланып ҡарағайныҡ, тамашасы ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Тамашасы ҡабул итмәһә итмәй ҙә ҡуя шул.
– Бер ваҡытта ла, ташлайым шул бейеүҙе, тигән уй инеп сыҡҡаны булманымы?
– Бер мәртәбә... Йоматауға концерт менән барғайныҡ. Сәхнәлә тайып ҡолап, аяҡты һындырҙым. Һынғанын да һиҙмәй бейеп бөттөм. Шул мәл ниндәйҙер ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әллә йәлләү, әллә асыуланыу кеүек тойғо кисерҙем. Гипсты сискәндән һуң барыһы ла онотолдо.
– Һине гәзит уҡыусыларыбыҙ «Салауат йыйыны»нда милли батырыбыҙ образын кәүҙәләндереүсе булараҡ та танып белә...
– «Салауат йыйыны»нда 2006 йылдан Салауат образын башҡарам. Үҙем өсөн йылдан-йыл образ асыла төҫлө. Әммә күренекле актер Әхтәм Әбүшаһмановҡа берәү ҙә еткерә алмайҙыр. Ундағы оҫталыҡ, мөһабәт кәүҙә, ҡеүәт... Мин ролгә әҙерләнгән саҡта Әхтәм ағай башҡарыуындағы яҙманы ҡараным. Ошо яҙма миңә төп ярҙамсыларҙың береһе булып хеҙмәт итте, ҡайһы бер һыҙаттарҙы шунан алдым. Актер һөнәре махсус белем талап иткән ҡатмарлы һөнәр икән.
– ҡатының кем?
– Наташа. Мулла ҡысҡырған башҡортса исеме – Нәйлә, Бәләбәй районынан. Ғаиләләрен­дә үҫкән биш ҡыҙҙың ул иң кин­йәкәйе. ҡатыным – бейеүсе, шулай ҙа беҙ сәхнәлә бергә бейергә тырышмайбыҙ. Өйҙә лә бергә, эштә лә... Шуға алдан уҡ был турала һөйләшеп килештек.
– Бейеүселә ниндәй сифат­тарҙы хөрмәт итәһең?
– Иң мөһим сифат – тырышлыҡ. Сөнки талантың булып та, үҙең тырышмаһаң, бер нәмәгә лә өлгәшеп булмай. Ныҡышмал булырға кәрәк. Классик күнегеүҙәрҙе илке-һалҡы ғына башҡарһаң, ике-өс йылдан уҡ бейеүсенең тубыҡтары һыҙлай башлай.
– Бейеүсене егерме йылдан хаҡлы ялға оҙатыуҙарына нисек ҡарайһың?
– Килешәм. Бейеүсе биш йыл бейергә өйрәнә, алдағы ун йылда матур итеп бейей. Ун биш йылға тиклем формаһын һаҡлап бейеүен дауам итә, ә артабан кемдең биле, кемдең аяғы һыҙлай башлай. Был ысынлап та шулай.
– Бик үкенесле кеүек... Ә һинең үҙеңә бейеү оҡшаймы, әллә бейеү һалыумы?
– Икеһенә лә берҙәй ихласлыҡ һалам. ҡалала «ҡояшҡай» студияһында ла түңәрәк алып барам. Быйыл төркөмдә шөғөлләнгән өс малайҙы Рудольф Нуриев исемендәге хореография училищеһына һайлап алдылар. Балалар менән эшләүе ҡыҙыҡ. Бейергә теләктәре көслө булғандары бар. Мин үҙем тиктормаҫ балаларҙы яратам. Сәхнә өсөн нәҡ шундай ут һымаҡ балалар кәрәк тә инде. Беҙҙең коллективтың Стәрлета­маҡ бейеү театры эргәһендә балалар студияһы асырға тигән теләге лә юҡ түгел. Юғиһә беҙ әлегә кемде күреп ҡалабыҙ, эҙләп йөрөп саҡырабыҙ. Йәш бейеүселәр техникумдан килһә лә, араларында егеттәр әҙ. Быйыл уҡырға инеүселәр араһында ла дүрт кенә егет бар.
– Әйткәндәй, һин үҙең бала саҡта ниндәйерәк инең?
– Шуҡ. Мәктәптә лә йыш ҡына шелтәләйҙәр ине. Бәләкәй саҡта көтөү көтөргә яраттым. Фәхер­ғәле олатайым ат ҡараусы булып эшләй ине. Шуға мин дә хайуандарҙы яратып, ат йәнле булып үҫтем.
– Башҡорт бейеүен нисек баһалайһың?
– Ныҡ стилләштерелә, бейеү­ҙәр ҙә, костюмдар ҙа. Миңә шул оҡшап етмәй. Туфли кейҙергән булалар, элек бит ситек кейгәндәр. Төҫтәр гаммаһын дөрөҫ һайларға өйрәнергә кәрәк, костюмдар сыбар булмаһын, бейеү элементтарын үҙгәртеүгә юл ҡуйылмаһын. Бер уйлаһаң, стилләштереү яҡшы, әммә сама белергә кәрәк. Беҙ үҙ тәжрибәбеҙҙә ошо ҡағиҙәләрҙән тайпылмаҫҡа тырышабыҙ.

Рәйлә КҮСЕМХАНОВА
әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы