RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ерҙе лә, хеҙмәтте лә биҙәйҙәр

18.09.2010 Ерҙе лә, хеҙмәтте лә биҙәйҙәр

Ауырғазы районы биләмәһендәге Кәлсер тауында урман булып үҫеп килгән ағас үҫентеләрен күреп һоҡланмайынса мөмкин түгел. ҡасандыр соҡор-саҡырлы ҡотһоҙ тау битләүе хәҙер күркәм йәшеллек донъяһына әүерелгән. 13 гектарҙағы урманға нигеҙ һалыу, ундағы һәр үҫентене ҡарап үҫтереү өсөн күпме көс кәрәклеген булмышы менән ысын урмансы, әлеге ваҡытта «Стәрлетамаҡ урманы» дәүләт унитар предприятиеһы директоры вазифаһын башҡарыусы Вәзир Сәғәҙиев яҡшы белә. Әлеге ағас­тарҙы ул Туҡай лесничествоһына етәкселек иткән осорҙа ултыртҡайнылар. Хәйер, туранан-тура уның ҡатнашлығы менән нигеҙ һалған йәш урмандар Туҡай, Түрҫәгәҙе, Әхмәт ауылдары йәнәшәһендә лә шаулап үҫә. Вәзир Әсхәт улы уларҙы үҙ баҡсаһындағы емеш ағастары кеүек даими иғтибарҙа тота.
Ғөмүмән, Вәзир Сәғәҙиевтың тормош һәм хеҙмәт юлы менән яҡындан таныш­ҡас: «Урмансы булыу – ул һөнәр генә түгел, ә талант», – тип әйтке килә.
Бәләкәйҙән тәбиғәткә мөкиббән булып үҫә ул. Тыуған ауылы Төбәк эргәһендәге урмандар­ҙы байҡап йөрөй, йәнлектәр донъяһын күҙәтә. Мәктәпте тамамлап, армияла хеҙмәт иткәндән һуң ул саҡтағы Башҡортостан урмансылыҡ мәктәбендә уҡый. Артабан Быҙаулыҡ урман хужалығы техникумында, Башҡортостан ауыл хужалығы институтында белем ала. Урмансылыҡта 1985 йылдан эшләй, ябай лесниктан директор кимәленә күтәрелә, абруйлы һөнәр эйәһе, булдыҡлы етәксе булып таныла. Бөгөн ул етәкләгән «Стәрлетамаҡ урманы» предриятиеһы ҡарамағында 100 мең гектарға яҡын урман майҙаны иҫәпләнә. Предприятиеға урмандарҙы яңыртыу, өлгөргән ағастарҙы ҡырҡыу, үҫентеләр ултыртыу, ағас эшкәртеү кеүек мөһим эштәр йөкмәтелгән. Һәр ҡайһыһы ҙур яуап­лылыҡ, һаҡсыллыҡ менән һәм киләсәкте күҙаллап башҡарыуҙы талап итә.
– Урман – килер быуындарға хеҙмәт итә торған байлыҡ. Шуға унда бик һаҡ һәм намыҫ менән эш итергә кәрәк, – тип хаҡлы әйтә Вәзир Әсхәт улы.
Уның һүҙҙәрен хуплап, урмансылар – ҡыйынлыҡҡа сыҙам халыҡ, тип тә өҫтәге килә. Сөнки уларға йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә тәбиғәт ҡосағында булырға, уның проблемалары менән йәшәргә тура килә. Миҫалға, быйыл­ғы йәйҙе алайыҡ. Урмансылар ал-ял белмәй эшләне. Тәүлектәр буйы урманда дежурҙа торорға тура килде уларға. Янғын һүндереү техникаһы ла тулы әҙерлектә булды. Бигерәк тә ҡала тирәһендәге урмандарға ҙур иғтибар йүнәлтелде. Һөҙөмтәлә һәр ут сығанағын кисекмәҫтән һүндереп барҙылар һәм ҙур янғындарға юл ҡуйманылар.
Шул уҡ ваҡытта пландағы эштәр ҙә билдәләнгән график буйынса барҙы. Тәүге ярты йыллыҡта 130 гектарҙа (шуның 5 гектарында сәсеп) урман культуралары ултыртҡандар. Был йәһәттән үҙҙәренең 6 питомнигы һөҙөмтәле файҙаланыла. Быйыл уларҙа бер гектар­ҙан ашыу майҙанда сәсеү үткәрелгән. Предприятие йылдың тәүге яртыһында урмандарҙы тергеҙеү һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге буйынса пландарҙы уңышлы үтәгән. Барлығы 6 миллион 118 мең һумлыҡ продукция һатылған. 5 миллион 42 мең һумлыҡ тауар продукцияһы, шуның 1085,7 мең һумлығы дәүләт контракты буйынса етештерелгән. Бөгөнгө көндә урман хужалығын һәм административ объекттарҙы ҡышҡа әҙерләй­ҙәр.
Дөйөм уңышта Юрий Зайкин етәкселек иткән Ауырғазы, Моисей Германовтың Стәрлетамаҡ, Айҙар Сәхипгәрәевтың Стәрлебаш, Иван Рогожаның Федоровка участкаларының өлөшө ҙур. Директор урынбаҫары, атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре Риф Мостафин, баш иҡтисадсы Зөлфиә Иҙрисова, баш хисапсы Эльвира Шакирова, хисапсылар Нәфисә Уразбахтина, Гөлнара Бикҡолова, кадрҙар бүлеге мөдире Эльвира Рафиҡова, инженер Инир Нагаев та – маҡтаулы хеҙмәткәрҙәр.
ҡыҫҡаһы, предприятие эшсәндәре үҙҙәренең фиҙакәр хеҙмәте менән еребеҙҙең йәшел ҡалҡанын байыта һәм урмансы хеҙмәтенең абруйын күтәрә.

Лира Кәримова.
Ауырғазы районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”