RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәй үтте, хоккей етте

11.09.2010 Йәй үтте, хоккей етте

Йәй үтте, хоккей еттеЭй, рәхәт. Йәй үтһә, хоккей миҙгеле етә. Хоккей тамамланһа, йәй етте, тигән һүҙ... Моғайын, минең һүҙҙе күптәр йыҡмаҫ. Сөнки, нисек кенә булмаһын, йәй көнө кеше ял итеп ҡыуанһа, ҡышын иһә яратҡан «Салауат Юлаев» командаһының уйынын ҡарап кинәнә.
Шулай итеп, КХЛ беренселегенең сираттағы өсөнсө миҙгеле старт алып, оҙайлы юлға сыҡты. Беренсе булып боҙға уҙған йылғы финалсылар – еңеүсе «Аҡ барс» хоккейсылары менән көмөш миҙал призеры, йәғни МВД менән «Динамо» клубтарының берләшкән командаһы сыҡты. Хәҙер улар берләштерелгән «Динамо» хоккей клубы булып һаналасаҡ.
Шуғалырмы икән, берләшкән команда көслөрәк булып сыҡты һәм чемпионды 3:1 иҫәбенә отоп, асыу кубогына эйә булды.
Бронза миҙал призеры «Салауат Юлаев» хоккейсылары беренсе уйынын Силәбенең «Трактор» уйынсылары менән уҙғарҙы һәм, уларҙы еңел генә 7:2 иҫәбенә отоп, ҡумтаһына тәүге өс мәрәйҙе һалып ҡуйҙы. Голдарҙы үҙ иҫәптәренә Владимир Антипов, Патрик Торесен, Роберт Нильсcон, Олег Сапрыкин, Андрей Кутейкин, Александр Свитов һәм Якуб Клепиш яҙҙы. Ғөмүмән, был осрашыуҙа хужалар бар йәһәттән дә үҙҙәрен хужаларса тотто. Хужаларса, тигәндән, ошо уҙған турҙа, өфөләрҙән тыш, тик «Металлург» (Маг­нитогорск) ҡына еңеү яулап, көйәрмәндәрен ҡыуандыр­ҙы. ҡалған уйындарҙа уңыш ҡунаҡтарға юлдаш булды. «Динамо» (Минск) – «Торпедо» – 1:3, «Амур» – «Себер» – 2:5, СКА – «Динамо» (Рига) – 4:5, ЦСКА – «Спартак» – 1:5.

* * *
Йәштәр беренселеге лә старт алып, дүрт тур уҙғарҙы ла инде. Өфөнөң «Толпар» командаһы үҫмерҙәре, дүрт уйында өс еңеү яулап, береһендә буллит серияһында еңелде. Улар иҫәбендә – 10 мәрәй һәм үҙ дивизионында беренсе урын.

Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына