RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өфөлә йәрминкәләр башлана

11.09.2010 Өфөлә йәрминкәләр башлана

Өфөлә  йәрминкәләр башланаБаҡсаларҙа уңыш йыйып алынып бөтөп бара тиерлек. Быйылғы йәй баҡсасылар өсөн ҡыуанырлыҡ булмаһа ла, кемдәрҙер ғаиләһенә етерлек тә, баҙар­ға алып сығырлыҡ та емеш-еләк, йәшелсә үҫтереп ала алды. ҡала халҡы ауыл хеҙмәтсәндәренең итенә, һөтөнә, май-ҡаймағына, картуф-һуғанына ҡытлыҡ кисермәне тиерлек. Ә көҙ етеү менән ҡалаларҙа ҙур йәрминкәләр ҙә башланасаҡ.
Баш ҡалабыҙҙа 25 сентябрҙән 31 октябргә тиклем ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк. Улар, ғәҙәттәгесә, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә ҡаланың Спорт һарайы, Йәштәр һарайы, Серго Орджоникидзе майҙандарында, элекке «Аврора» кинотеатры һәм Профсоюздар йорто алдында, «Зинино», «Ауыл хужалығы йәрминкәһе», «Шаҡша», «Тополя», «Менделеев», «Йүрүҙән» сауҙа комплекстарында үтәсәк. Шулай уҡ 2 октябрҙә Йәштәр һарайы ҡаршыһында профессиональ училище һәм лицей уҡыусылары эшләгән тауарҙар һәм ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәһе ойоштороласаҡ. 4 – 26 декабрҙә өфөләрҙе ҡышҡы Яңы йыл алды йәрминкәләре көтә.
Бындай йәрминкәләр уҙғарыу ауыл хеҙмәтсәндәре өсөн дә, ҡалала йәшәүселәр өсөн дә берҙәй файҙалы. Иң мөһиме, ышаныслы ла. Сөнки йәрминкәләрҙә тик сифаты тураһында документтары булған тауарҙарҙы ғына һатырға мөмкин. Был талаптарҙы үтәүҙе контролдә тотоу бурысы Өфө ҡала ветеринар станцияһы инспектор­ҙарына йөкмәтелгән.

Р. ДӘҮЛӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә