RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » һиндтарҙың тормошо кинола ғына матурмы?

11.09.2010 һиндтарҙың тормошо кинола ғына матурмы?

һиндтарҙың тормошо кинола ғына матурмы?Һинд кинофильмдарын Рәсәйҙә кемдәр генә мөкиббән китеп ҡараманы икән? Ваҡытында бик популяр булды улар. Шул фильмдар аша күптәр Һиндостандың тәбиғәтенә, йырҙарына, бейеүҙәренә ғашиҡ ине. Кинола күргән матур тормоштан һуң, нисектер Һиндостан мөғжизәле бер әкиәт иле кеүек күҙ алдына баҫа. Киноларындағы кеүек, ысынлап та, Һиндостанда тормош шундай матурмы ла, бейеп-йырлап ҡына йәшәйҙәрме? Бөгөнгө ҡунағыбыҙ, ике йыл Һиндостанда магистратурала уҡып ҡайтҡан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты аспиранты Айһылыу Нәзирова менән әңгәмәбеҙ шул хаҡта.
– Айһылыу, Һиндостанға барып бе­лем алырға һиңә нимә этәргес бирҙе?
– Мин дә һинд киноһын яратам, тик ҡасан да булһа был илгә барып сығырмын тип күҙ алдына ла килтермәгәйнем. Әммә был ил менән ҡыҙыҡһыныуым көслө ине. 5-се курс­та, уҡып бөтөр алдынан, ҡайҙа барыр­ға, тип йөрөгән саҡта, Һиндостанға уҡырға ебәрәләр, тигән һүҙ сыҡҡас, ата-әсәйем менән кәңәшләштем дә, бәхетемде һынап ҡарарға булдым. Университеттан барлығы дүрт кеше барҙыҡ. Мин генә филология факультетынан, башҡалар барыһы ла физика-математика факультетынан ине.
– Алыҫ һәм оҙайлы сәфәргә нисә көн ваҡыт китте?
– Өфөнән – Мәскәүгә һәм Мәскәүҙән Делиға самолет менән остоҡ. Делиҙан Силигуриға поезд менән барҙыҡ. Бөтәһе өс тәүлек ваҡыт киткәндер. Шуныһы ҡыҙыҡ, уларҙа поезда билет хаҡына барыһы ла – ашау ҙа, ҡаралтыһы ла индерелгән. Йоҡлап ятҡан ерҙән уятып, таңғы сәғәт 5-тә сәй ҡалдырып китәләр. Шунан 8 – 9-ҙарҙа иртәнге аш тәҡдим итәләр. Унан һуң, бер аҙ ваҡыт үткәс, туңдырма бирәләр. Төшкө аштан һуң йәнә туңдырма килтерәләр. Бер аҙ барғас, тағы ашаталар. Бына шулай һыйлана-һыйлана барып еттек.
– Ниндәй университетта уҡынығыҙ? Ул Һиндостандың ҡайһы өлөшөндә урынлашҡан?
– Төньяҡ Бенгал университеты тип атала ине беҙ уҡыған уҡыу йорто. Ул Көнбайыш Бенгал штатында Силигури тигән бәләкәй генә ҡаланан 12 саҡрым тирәһе алыҫлыҡта үҙе бер район һымаҡ урынлашҡан. Уҡыу йортоноң корпустары ла, дөйөм ятаҡтар ҙа – барыһы ла бер урында. Студенттар ҡаласығы тип әйтһәң дә була. Университет ҙур ғына. Сит илдән килеп уҡыусы йәштәр ҙә бар. – Американан, Тажикстандан, Аф­ғанстандан. Беҙҙән алда Франциянан да студенттар булған. Әйткәндәй, Башҡортостандан да тәүгеләр булманыҡ, беҙгә тиклем ике егет уҡып ҡайтҡайны.
– Һин ниндәй специальность буйынса уҡының? Студенттар беҙҙәге кеүек лекцияларға йөрөй, имтихандар тапшырамы? Уҡыуҙа ниндәй­ҙер айырма бармы?
– Уҡытыу инглиз телендә алып барыла. Мин инглиз филологияһы факультетында уҡыным. Нигеҙҙә, инглиз әҙәбиәтен өйрәндек һәм инглиз телендә яҙған һинд яҙыусыларының әҫәрҙәрен уҡыныҡ. Шулай уҡ беҙгә Оксфорд университетынан, Американан профессорҙар килеп лекция уҡыны. Уҡыу оҡшаны. Уҡыу системаһы беҙҙәге кеүек түгел, шуға өйрәнеүе ауырыраҡ булды. Уҡыйһың-уҡый­һың да, июндә каникул була. Ул имтихандарға әҙерлек осоро һымаҡ үтә. Сөнки июлдә бер ай буйы имтихандар тапшыраһың. Шунан тағы бер-ике аҙна ял бирелә лә, йәнә уҡыуҙар башлана. Иң оҙон каникул һиндтарҙың дини байрамдары ваҡытында, октябрь – ноябрь айҙарында була.
Юғары уҡыу йортонда, ғәҙәттә, магистрға уҡыйҙар, ә бакалавриатты колледжда тамамлайҙар. Магис­тратурала уҡыу – ике йыл. Шулай уҡ нисә йыл уҡыу ниндәй специальность һайлауға ла бәйле. Мәҫәлән, юристар шул уҡ магистратурала 5 – 6 йыл уҡый. Тағы шуныһы үҙенсәлекле: аңлап уҡыуға түгел, китаптағыны нисек бар шулай ятлап уҡыуға ҙур иғтибар итәләр. Бөтә имтихандар ҙа яҙма рәүештә үтә. Яуаптар ҙа тулыһынса китаптағы кеүек булырға тейеш. Студенттарҙың белеме 100 баллы система менән баһалана.
– Инглиз телендә уҡыу өсөн ныҡлы база ла кәрәк. Ә һин был телде ҡайҙа өйрәнгәйнең?
– БДПУ-ла башҡорт-инглиз теле бүлеген тамамланым. Шулай уҡ мәктәптә лә беҙҙе инглиз теленән көслө уҡытыусыларҙың береһе – Клара Мәғәсүм ҡыҙы уҡытты. Телде белеүе бер нәмә, әммә аралашыуы бөтөнләй икенсе. Тәүҙә барғас та инглиз телен­дә аралашыуы еңел булманы. Минең американка менән бергә йәшәүем телде өйрәнеү йәһәтенән отошло булды. Ул башҡа телде белмәй. Теләйһеңме, теләмәйһеңме, инглиз телендә аралашырға тура килде. Тажик ҡыҙы менән дә инглиз телендә генә аралаштыҡ.
– Дөйөм ятаҡта йәшәү шарттары нисек?
– Әлбиттә, беҙҙәгенән күпкә айырыла. Беҙҙең уҡыу йорттарының матди базаһы ла байыраҡ, уҡыу, йәшәү шарттары ла яҡшыраҡ. Беҙ сит ил студенттары өсөн айырым ятаҡта йәшәнек. Унда йәшәү шарттары күпкә яҡшыраҡ, йыуыныу бүлмәһе лә бар, аш-һыу йүнәтә торған урыны ла һәр бүлмәнеке айырым. Мин тәүге йылда бер нисә ай ғына ятаҡта йәшәнем дә, һуңынан американка һәм тажик ҡыҙы менән өсәүләп фатир тоттоҡ. Сөнки һиндостанда түҙеп торғоһоҙ эҫе, көн һайын 35 – 40 градус, ә фатирҙа кондиционер бар.
– Бына шундай белмәгән-күрмәгән илгә барырға нисек баҙнат иттең дә, нисек өйрәнеп киттең?
– Барғас та өйрәнеп китеүе еңел булманы, әлбиттә. Климатҡа яраҡлашыу өсөн генә бер-ике ай тирәһе ваҡыт киткәндер. Тропик климат булғас, ныҡ дымлы һәм томра. Барғас та, бер ай тирәһе бөтөнләй йоҡлай алмай этләндем. Ят кешеләр, яңы мөхит, телде белмәү ҙур ауырлыҡтар тыуҙырҙы. Урамға, баҙарға сыҡһаң, ҡайһы бер кешеләр инглиз телен дә белмәй. Яйлап-яйлап телде өйрәнергә тура килде. Ике йыл эсендә һиндтарҙың телендә ярайһы уҡ аралашырға өйрәндем. Каникул ваҡытында бенгал ғаиләһендә йәшәүем дә телде үҙләштерергә ярҙам итте.
– Был ғаилә менән ҡайҙа таныштың?
– Бергә уҡыған иптәш ҡыҙымдың ғаиләһе. Әхирәтем ҡунаҡҡа саҡырғайны, шунда барҙым. Улар мине ныҡ оҡшатып, яратып, үҙҙәренең балаһы кеүек ҡабул иткәс, йәшәргә ҡалдым. Тәүге йылда бер аҙна тирәһе йәшәнем, икенсе йылда – бер ай. Улар ғаиләлә дүрт кеше ине. Атаһы, әсәһе, әхирәтем һәм һеңлеһе. Кучбиһар тип аталған бәләкәйерәк ҡалала йәшәйҙәр. ҡаланың эргәһендә бәләкәй генә ауыл бар, унда өләсәйҙәре тора. Уға ла барып йөрөй торғайныҡ. Былай һиндтар, бигерәк тә Бенгал халҡы бик ҡунаҡсыл, ихлас. Кешене оҡшатһалар, улар һуңғы тиненә булһа ла нимәлер һатып алып, өйөнә ҡунаҡҡа саҡырасаҡ. Әхирәтемдең ата-әсәһе алдынғы кешеләр ине, сит илдәрҙә лә булғандар. Атаһы спортсы булараҡ, әсәһе физкультуранан уҡытҡанлыҡтан, Австралияла, Индонезия һәм ҡытайҙа үткән ярыштарҙа ҡатнаш­ҡандары бар.
Унда ҙур ҡатлы йорттарҙағы фатир­ҙар тик байҙар өсөн. Ә урта хәлле кешеләрҙең өйҙәре, ғәҙәттә, ике ҡаттан тора. Мин йәшәгән ғаиләнең йорто өс ҡатлы ине. Йортта мотлаҡ Аллаға табына торған бер мөйөш, бүлмә була. Шунда улар мәрмәрҙәнме йәиһә башҡа таштан Алланың һынын эшләп, шуға табына. Көн һайын ҡатын-ҡыҙҙар иртәле-кисле уға табына, беҙҙеңсә әйткәндә, намаҙ уҡый һәм еҫле таяҡтарҙы яндырып, өйгә шул еҫте таратып сыға.
– Һиндостандың тәбиғәте, ауыл-ҡалалары матурлығы менән әсир иттеме һуң?
– Тәбиғәте бик матур. Йыл әйләнәһенә йәшеллек. Йыл уларҙа беҙҙәге кеүек дүрт миҙгелгә түгел, ә алты миҙгелгә бүленә. Ямғырлы осорҙар айырым бер миҙгел кеүек иҫәпләнә. Өс – дүрт ай тирәһе туҡтауһыҙ ямғыр яуа. Майҙың аҙағынан августың уртаһына, аҙағына тиклем ямғырлы осор була. ҡайһы саҡта сентябргә тиклем дә дауам итә. Ныҡ эҫегә ҡарағанда ямғырлы осорҙар рәхәтерәк кеүек. Әммә дымлылыҡ көсәйә һәм, эҫе булғас, барыбер томра була. Беҙҙәге кеүек, ямғыр яуһа, һыуытып ебәрмәй. ҡышҡыһын ғына бер аҙ һалҡынайтып ала. Унда ла +12 – +18 градус тирәһе булалыр.
Ә инде ҡалаларға килгәндә, матур урындар бар, әммә тәү барған кешегә бысраҡлыҡ күҙгә ташлана. Бөтә ерҙә сүп-сар. Айырыуса ярлы райондарҙа. Йәшәй-йәшәй, улар­ға иғтибар итмәй башлайһың.
– Тормош нимәһе менән үҙенсәлекле?
– Һиндостанда каста системаһының роле бик ҙур. Кешеләр бер нисә баҫҡысҡа бүленә. Иң түбән баҫҡыста ҡулы менән дә тейергә ярамаған теләнселәр, хәйер һораусылар тора. Икенсе урында – тегеүсе, урам һепереүсе, рикшалар. Һәм артабан шулай дауам итә. Уҡытыусылар, судьялар бер аҙ юғарыраҡ баҫҡысты биләй. Ә иң юғары ҡатлам кешеләре булып дини кешеләр – рахманиҙар иҫәпләнә. Уларға бөтәһе лә табына, уларҙың ғына һүҙе һүҙ.
Һиндостанда магазиндар юҡ, баҙар кеүек асыҡ павильондар ғына бар. Унда әйбер алғанда мотлаҡ һатыулашырға кәрәк, юғиһә ныҡ ҡына отолоуың бар. Ғөмүмән, улар һатыу­лаша белгән кешене хөрмәт итә. һатыулаш­һаң, әйберҙең хаҡын төшөрәләр. Әйберҙәргә килгәндә, бөтә нәмә беҙҙәгенән күпкә арзан.
– Һиндостанда, ысынлап та, тормош киноларындағы кеүек шулай матурмы?
– Кинола, ысынлап та, ныҡ матур итеп күрһәтәләр, ләкин ысынында улай уҡ түгел. Тормош бөтөнләй икенсе төрлө. Халыҡтың шул уҡ проб­лемалары. Бәлки, унда ҡатыраҡтыр ҙа. Сөнки каста системаһында үҫешергә мөмкинлек әҙерәк, ярлы булһаң, күтәрелеп китеүе бик ауыр, хатта мөмкин түгел, тип әйтергә була. Мәҫәлән, һин рикша икәнһең, ғүмер буйы балаларың да, уларҙың балалары ла рикша буласаҡ. Тегенсенең дә шулай уҡ һөнәре нәҫелдән-нәҫелгә күсә. Был йәһәттән бик ҡаты.
– Һиндтар үҙҙәренең киноларын яратамы һуң?
– Эйе. Кино ҡарайҙар, яраталар, хатта үҙҙәре шул кино эсендә йәшәй тип әйтһәң дә була. Кинола нимә булған, тормошта ла шулай итергә кәрәк, тип уйлай ҡайһы берәүҙәр. Әйткәндәй, «Танцор диско» фильмы буйынса Рәсәйҙә киң билдәле булған Митхун Чакроборти актер булараҡ Һиндостанда бөтөнләй популяр түгел. Шуға күрә уның хаҡында һораш­һаң, аптырайҙар. Ул – бейеүсе. Үҙен Калькутта штатында йәшәй тиҙәр ине. Ғөмүмән, Һиндостанда кино һәм киноиндустрия ныҡ үҫешкән. Голливудтан һуң икенсе урында килә.
– Милли аш-һыуҙарынан нимәләр оҡшаны?
– Беҙҙә иң мөһиме икмәк булһа, уларҙа – дөгө. Көнөнә өс тапҡыр дөгө ашайҙар. Уны төрлөсә бешерәләр. Күберәк һыуҙа бешерәләр ҙә төрлө-төрлө соустар менән ашайҙар. Дин тотоусыларҙың ҡайһы берҙәре ит ашамай. Ашағандары ла тауыҡ менән балыҡ итен генә ашай. Аҙыҡ-түлек, нигеҙҙә, йәшелсәнән әҙерләнә. Һыйыр – уларҙа изге хайуан, шунлыҡтан итен бөтөнләй ашамайҙар. Һыйырҙы һөт өсөн генә аҫрайҙар. Һөттән төрлө сәтләүектәр ҡушып эшләнгән үҙенсәлекле татлы ризыҡтары бар.
– Беҙҙә һинд сәйенең баһаһы ҙур. Һиндтар үҙҙәре сәй яратамы һуң?
– Ундағы сәй бөтөнләй икенсе, ныҡ тәмле. Уның менән сағыштырғанда, беҙҙә һатылған сәйҙәр сүп кенә. Шуға ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ бик сәй эсеп бармай. Улар күберәк һыу эсә. Эҫе булғанға, бәлки, шулай итәләрҙер, өҫтәүенә, аштары ла тоҙло-боросло, телде өтөп алып бара.
Уларҙың төштән һуң сәғәт 3-тән 5-кә тиклем йоҡлап ала торған ғәҙәте бар. Шунан һуң ғына эш башлана. Магазиндар ҙа, баҙар ҙа шул ваҡытта бикле тора. Сөнки был – көндөң иң ҡыҙыу мәле. һиндтар ныҡ иртә тора – сәғәт 4-тәрҙә, 5-тә, 6-ла. Шундай ҡыҙыҡ йолалары бар: торғас, бер аҙ урамда йөрөп киләләр. Кемдер былай ғына йөрөй, кемдер йога менән шөғөлләнә. ҡайталар ҙа душта йыуыналар һәм сәй эсәләр. Сәйҙәре һөткә генә бешерелгән кеүек ныҡ ҡуйы һәм татлы. Өҫтәлгә бер нәмә лә ҡуйылмай, тик ярты сынаяҡ ҡына сәй бирелә. Бына шунда ғына, сәй эсәләр тип әйтергә мөмкин.
– Һинд халҡының ниндәй традициялары, йолалары иҫеңдә ҡалды?
– Яҙғыһын, март, апрель айҙарында, төҫтәр байрамы үткәрелә. Кемуҙарҙан бер-береһен төрлө төҫтәргә буяйҙар. Был көндә барыһы ла тиң. Унда һин баймы, ярлымы, ҡарап тормайҙар, юлда осраған һәр кемде буяп китәләр. Ике көн байрам итәләр. Беренсе көндә ҡоро буяуҙар ҡулланылһа, икенсе көндә һыулы төҫтәр менән буяйҙар. Биҙрә менән өҫтөңә төҫлө һыу ҡойоп китеүҙәре лә бар. Бик күңелле һәм үҙенсәлекле байрам.
– Туйҙа ла ҡатнашҡанһың. Һинд туйы нисек үтә һуң? Йәштәр үҙҙәре бер-береһен табып ҡауышамы?
– Бик матур үтте. ҡайһы бер йолалары беҙҙекенә оҡшаған һымаҡ та. Мәҫәлән, беҙҙә килен төшөргәндә уға бал һәм май ҡаптырһалар, унда кейәү килгәндә кейәүгә ашаталар. Нигеҙҙә, йәштәрҙе өйләндерәләр. Шундай-шундай ғаиләлә ҡыҙ барлығын ишетәләр ҙә, ата-әсәләре килеп һөйләшеп, ҡыҙ менән егетте йәрәштерә. Ниндәй ғаиләнән булыуы, ниндәй кастаға ҡарауы мөһим роль уйнай. Касталар араһы буталырға тейеш түгел. Әммә хәҙер шундай осраҡтар ҙа бар – бер-береһен оҡшатҡан йәштәр ҡасып китеп өйләнешә. Сөнки төрлө кастаға, төрлө дингә ҡараһалар, улар бер ҡасан да ризалыҡ ала алмаясаҡ.
– һиндостандың иң ҙур ҡалаларының береһе Мумбайға барманыңмы?
– Мумбайҙа булдым. Элек ул Бомбей булған, хәҙер исеме үҙгәргән. Мумбай, ысынлап та, бик ҙур ҡала. Дели баш ҡала булараҡ, унда дәүләт вәкилдәре генә урынлашһа, Мумбай –бизнес-ҡала, унда индустрия ныҡ үҫешкән. Ғөмүмән, ул – замансараҡ ҡала. Бында кешеләрҙең үҙҙәрен тотошо ла икенсе, ҡыҫҡа итәктә йөрөүсе ҡыҙҙарҙы ла осратырға мөмкин. Ә беҙ уҡыған һәм йәшәгән яҡ бер төрлө ябайыраҡ һәм унда традициялар көслө ине.
– ҡулдарыңа ниндәйҙер һүрәттәр төшөрөп тә фотоға төшкәнһең...
– ҡулдарҙы биҙәү «меһинди» тип атала. Ул электән килгән йола. Матурлыҡ өсөн ҡатын-ҡыҙҙар бөтәһе лә ҡулдарын биҙәп йөрөгән. Хәҙер уны байрамдар ваҡытында, туйҙарҙа ғына башҡаралар. Туйҙа кәләш мотлаҡ ҡулдарын да, аяҡтарын да буярға тейеш. ҡына менән төрлө биҙәктәр эшләйҙәр. Бының буйынса хатта айырым китаптар ҙа бар.
– Йәштәр нисегерәк кейенә?
– ҡыҙҙарҙың традицион кейемдәре – салбар-камиз. Был кейем бик уңайлы. Салбар-камиздар кизе-мамыҡтан тегелгән һәм эҫелә ундай кейемдә йөрөүе рәхәт. Икенсенән, Һиндостанда ир-егеттәр ныҡ күп һәм Европалағыса кейенһәң, ныҡ иғтибар итәләр. Шуға күрә мин дә ике йыл буйына һинд ҡыҙҙарының традицион кейемендә йөрөнөм.
Сариҙы ҡыҙҙар, ғәҙәттә, кейәүгә сыҡҡас кейә. Ғөмүмән, уға айырыу­са ҙур әһәмиәт бирелә, һәм байрамдар, мөһим ваҡиғалар булған ваҡытта ғына кейәләр. Сари бик матур, әлбиттә, төрлө тауарҙан тегелә, ниндәй генә төҫө юҡ. Бик оҙон, нисә метр икәнен дә әйтә алмайым. Туйҙа кәләш ҡыҙыл сари кейә. Аҡ кейергә тейеш түгел, аҡ – ул үлем төҫө. Әгәр ҙә ире үлә икән, шул ваҡытта ғына ҡатыны аҡ сари ала.
– Йәштәр, уҡып бөткәс, эшкә урынлашыу мәсьәләһен нисек хәл итә?
– Халыҡ күп булғас, эшкә урынлашыуы ауыр. Шуға күрә уҡығанда алған баһаларға ныҡ иғтибар итәләр. Дипломдағы баһалар эшкә урынлаш­ҡанда ҙур роль уйнай. Мәҫәлән, күпмелер балл йыйһаң, колледжда уҡыта алаһың, әгәр ҙә балың түбәнерәк икән, мәктәптә генә эшләйәсәкһең. Шуға күрә студенттар араһында конкуренция ҙур. Бер-береһенән юғарыраҡ балл алырға тырышып, ярышып уҡый­ҙар.
– Әле аспирантурала уҡып йөрөй­һөң. Һиндостанға барып уҡып ҡайтыуыңдың быға йоғонтоһо бармы?
– Ғилми эшемде һинд халҡының мифологияһына бәйле яҙырға уйлайым. Әлбиттә, башҡорт халҡының мифологияһы менән сағыштырма рәүештә, сөнки оҡшашлыҡтар күп. Телдәр ҙә оҡшаш. Уларҙа шулай уҡ «китап», «ҡәләм», «мөхәббәт» тигән һүҙҙәр бар. Ғөмүмән, оҡшаш һәм бер үк мәғәнә аңлатҡан һүҙҙәр байтаҡ ҡына. Ишетеп ҡалған һүҙҙәрҙең мәғәнәһен һорашып яҙып алып, һүҙлек тә төҙөгәйнем. Ғөмүмән, унда өйрәнгәндәрҙе бындағы сығанаҡтар менән байытып, кандидатлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләргә ине, тип уйлайым.
– Мөмкинлек булһа, Һиндостанға тағы барыр инеңме?
– Бик тә барыр инем, тик уҡырға түгел, эшкә. Миңә Һиндостанда ныҡ оҡшаны. Унда тормош арзан, кешеләр ҙә иғтибарлы, итәғәтле. Тәмәке тартыусылар ҙа бик һирәк, ә эскән кешене бөтөнләй күрмәҫһең. Унда эсеү – ныҡ оят һәм мәғәнәһеҙ ғәмәл тип иҫәпләнә. Араҡы ла ҡаланан ситтә, айырым бер урында ғына һатыла. Туйҙар ҙа араҡыһыҙ үтә. Беҙҙә халыҡ ныҡ әҙәпһеҙ, кешенең күңелен ҡыям тип уйламай, ҡаты бәреләләр, һәр береһе үҙенең проблемаларына батҡан, берәү ҙә йылмаймай ҙа, көлмәй ҙә. Ә унда, ярлы булһалар ҙа, йырлап та китеп барыуҙары ихтимал.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
әңгәмәләште.














Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы