RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Олатайым – беҙҙең ғорурлыҡ

11.09.2010 Олатайым – беҙҙең ғорурлыҡ

Берҙән-бер олатайым Хәйретдин Фәтхетдин улы Нәзиров 1910 йылда Ғафури районының ҡауарҙы ауылында тыуған.
Атаһы Фәтхетдин ете йыл Төркостанда хеҙмәт иткән. Бик ауыр шарттар арҡаһында, дүрт балаһын ҡалдырып, ул үлеп киткән. Иң бәләкәй улы – олатайым биш йәштә генә булған. Уны күрше латыш хуторынан (хәҙерге Архангел райо­нының Максим Горький ауылы) алдынғы ҡарашлы латыш ғаиләһе уллыҡҡа алған. Һәйбәт тәрбиә биргәндәр: олатайым урыҫ һәм латыш телдәрен белеп үҫкән. Октябрь революцияһы, граждандар һуғышы йылдары уның балалыҡ осорона тура килгән.
Латыштар хуторҙан ауылдарға берләшә башлағас, егет ҡорона етеп, тыуған ауылына ҡайт­ҡан һәм өләсәйем Фатиха Мырҙагилде ҡыҙына өйләнгән.
1941 йылдың көҙөндә олатайым ҡыҙыл Армия сафына алынған. Алкинда әҙерлек үткән һәм Ленинградтан күсереп килтерелгән хәрби мотор­ҙар эшләү һәм нефть эшкәртеү заводтарын эшкә ебәреүҙә ҡатнашҡан. «Заводты күсереп төҙөү һуғыштан да ауырыраҡ ине», – тип хәтерләй торғайны ул. Сөнки фронтты тейешле техника һәм яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булған.
Күп тә үтмәй, олатайымды фронтҡа оҙаталар. Ул Белоруссия фронтының 444-се уҡсылар полкында немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡан.
1945 йылдың 14 ғинуарында, ҡаты һуғыш барған ваҡытта, олатайым бик ҡаты яраланған һәм 30 майға тиклем 1397-се ялан госпиталендә дауаланған. Контузия һөҙөмтәһендә ул 9 майға тиклем иҫһеҙ ятҡан.
«9 майҙа ғына аңыма килгәнмен. Обход ваҡытында хәрби медицина полковнигы Поповтан: «Как на фронте?» – тип һорағас, ул: «Мы победили!» – тип мине ҡосаҡлап алды. Кеҫәһенән «Казбек» папиросы сығарып, үҙенә лә, миңә лә тоҡандырҙы. Еңеү шатлығын шулай билдәләнек», – тип хәтерләй торғайны.
Шуныһы ҡыҙыҡлы, ошо полковник һуғыштан һуң күрше Архангел районына ҡайтып, оҙаҡ йылдар табип булып эшләгән. Дауаханаға барған һайын олатайымды, яҡын туғанылай күреп, ҡосаҡлап алыр булған.
Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн олатайым 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградланған.
Тура һүҙле, намыҫлы кеше ине ул. Алдаҡсыларҙы, ике йөҙлөләрҙе, ялҡауҙарҙы йәне һөймәне. Үҙен кемдәндер айырып күрһәтергә лә тырышманы. «Бөтә ил менән һуғыштыҡ! Еңеүҙә бөтә халыҡтың да өлөшө бар!» – тип тыйнаҡ ҡына әйтә торғайны. Тыл хеҙмәтсәндәрен ныҡ ихтирам итте. Сөнки: «Фронт кәрәкле әйбер­ҙәр менән тәьмин ителмәһә, беҙ еңә алмаҫ инек», – тип иҫләне.
Фронттан ҡайтып, яралары бер аҙ уңалғас, олатайым ҡул ҡаушырып, инвалидлыҡҡа ҡарап ятмаған, колхозда мал көткән, яратҡан эшенә тотонған – ат ҡараусы булып эшләгән. Ә илдә сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү башлан­ғас, пар ат егеп, 50 саҡрым алыҫлыҡтағы Табын ауылынан ауыл хужалығы техникаһына яғыулыҡ-майлау материалдары ташыған. Ошо тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн олатайыма 1957 йылда СССР Юғары Советының указы менән «За освоение целинных земель» миҙалы бирелгән.
Һуңынан һөтсөлөк фермаһына эшкә күскән. Был тынғыһыҙ хеҙмәте өсөн ул заманда орденға тиң иҫәпләнгән «Владимир Ильич Лениндың тыуыуына – 100 йыл» юбилей миҙалына лайыҡ булған. Быларҙан тыш, олатайымдың Бөйөк Еңеү һәм Совет Армияһының юбилейҙары уңайы менән бирелгән бик күп миҙалы, шулай уҡ колхоз идараһы һәм район советының Маҡтау грамоталары бар.
Олатайымдар нәҫеленән өс бер туған – Айытбай, Хәйретдин, Ғәлимйән Нәзировтар 1941 йылда һуғышҡа алынып, өсөһө лә фронттың алғы һыҙығында була. Әлеге көндә Ғәлимйән бабайыбыҙ ғына иҫән-һау. Хоҙай уға сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер насип итһен!
Олатайым өләсәйем менән 50 йыл татыу ғүмер итте. Һөйөклө атайыбыҙ Мәүлимбирҙе Хәйретдин улына яҡшы тәрбиә, юғары белем биреп, оло тормош юлына баҫтырғандар. Атайыбыҙ күп йылдар ҡауарҙы урта мәктәбе директоры булып эшләне. Ғәҙел, үҙ һөнәренә тоғро, изге йөрәкле кеше ул беҙҙең ҡәҙерлебеҙ.
Олатай нигеҙендә бөгөн атайыбыҙ менән әсәйебеҙ донъя көтә. Тамырыбыҙ ҙа киңәйә бара, Аллаға шөкөр! Беҙ, биш ейән-ейәнсәре, хәҙер үҙебеҙ ғаиләле, балаларыбыҙға олатай-өләсәйебеҙ миҫалында өлгөлө тәрбиә бирергә тырышабыҙ.
Һуғышта бармаҡтарын юғалтып ҡайтһа ла, олатайым бер ваҡытта ла буш ултырманы. Бигерәк тә баҡса үҫтерергә яратты. Алмаларҙың ниндәй генә төрө юҡ ине. Муйылдары, гөрләп сәскә атып, бар донъяға хуш еҫен тарата торғайны. Ә ҡарағаттарҙың аҡ, ҡара, ҡыҙылдарын, һәр беребеҙгә исемләп, рәт-рәт итеп ултыртҡайны. Әле лә, ҡарағат япраҡтарына ҡағылған һайын, кескәй генә ҡулым олатайымдың сөйәлле йылы устарына һыйынғандай була.
Олатайлы үткән бала сағыбыҙға мең-мең рәхмәтлемен! Сөнки уның наҙын, тәрбиәһен, тормош тәжрибәһен алып, намыҫлы һәм илһөйәр булып үстек.

Миңлегөл ТАЙСИНА.
Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»