RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ефросинья кейәүгә сыға

11.09.2010 Ефросинья кейәүгә сыға

Ефросинья кейәүгә сығаҡатын-ҡыҙҙарҙы әйтәм, телевизор ҡаршыһына ултырып сериал ҡарай башлаһа, донъяларын онота.
Бына әле лә: «Көтөү ҡайтып килә», – тип ҡат-ҡат әйтһәм дә, ҡатын урынынан да ҡуҙғалманы. Көтөүҙе үҙем генә ҡаршылап, өйгә индем.
– Бер һарыҡтың аяғы һынған, ахырыһы, сатанлай, нишләтергә икән? – тим уға.
Ул минең әйткән һүҙҙәрҙе ишетмәне лә шикелле, бары үҙ алдына һөйләнгәндәй итеп:
– Ефросинья кейәүгә сыға, – тип ҡуйҙы.
Ефросинья тигән исемде тәүләп ишетеүем булһа ла: «Кем һуң ул?» – тип һорарға ҡыйманым. Моғайын, берәй туғанылыр, йә күп һанлы ғаилә дуҫтарыбыҙҙың береһенең ҡыҙылыр. Һораһам: «Һин минең туғандарҙы ғүмер буйы белмәнең инде», – тип, тағы үпкәләй башлар.
– Егете кем һуң? – тигән булдым, аптырағас.
– Тәүҙә Максим менән йөрөнө, аҙаҡ Саша менән дуҫлашты, хәҙер профессорға кейәүгә сығырға итә.
– Улай икән. Ә туй ҡасаныраҡ һуң? – тим, тағы аптырап.
– Бөгөн булманы инде, иртәгәлер, моғайын, – тине ҡатын һаман да шул сериалынан айырылмай ғына. Ниңәлер кәйефе лә юҡ һымаҡ.
– Бәй, иртәгә үкме ни, улайһа, сатанлап ҡайтҡан һарыҡты һуяйым, күстәнәс кәрәк бит, – тип, ҡабаланып сығып киттем. Һарыҡты һуйып, итен ашыҡмай ғына турап, бүлгеләгәс, һыуытҡысҡа индереп ҡуйҙым да, тынысланып ял итергә ултыр­ҙым. Бына күстәнәс тә булды. Хәҙер туйға барырға ла мөмкин. Мин инде уй-хыялым менән үҙемде туйҙа йөрөгәндәй хис иттем. Беҙҙе, әлбиттә, ихлас итеп, шатланып ҡаршы аласаҡтар. Тотош бер һарыҡты күстәнәскә килтергән кешене кем яратмаҫ? Шундай уйҙарға бирелеп ултырғанда төпкө бүлмәнән ҡатын да сыҡты. Сериалы бөткән, күрәһең.
– Көтөү ҡайттымы ул? – тип, һарай яғына йүнәлде.
Бер аҙҙан борсоулы тауышы ишетелде.
– Бер һарығыбыҙ ҡайтмаған бит.
– Нисек ҡайтмаһын, ҡайтты, барыһы ла шунда, – тим.
– Һуң, оло һарыҡ күренмәй ҙә баһа.
– Әле генә һуйҙым түгелме ни?
– Һуйҙың?! Ниңә, ҡасан?
ҡатын миңә, әллә юрамал, әллә ысынлап, бик уҫал итеп ҡараны.
– Бәй, үҙең ҡуштың бит, иртәгә туй була, тинең.
– Ниндәй туй тағы?
Хәҙер инде ҡатын аптырауҙан сүкәйә төштө.
– Иртәгә Ефросиньяның туйы була, тип кем әйтте, һин түгелме ни?!
ҡатын бер килке иҫе китеп миңә ҡарап торҙо, көлөргә лә итте, иларға ла.
– Алйот. Мин һиңә сериалдағы Ефросинья хаҡында әйттем бит...
Хәҙер инде мин көлөргә лә, иларға ла белмәнем. ҡатынға ла, телевизорҙан йылдар буйы көнө-төнө күрһәтелгән сериалдарға ла асыуым килеп ярһыным.
Ә бер аҙҙан тынысланып, ҡатын менән икәүләп һимеҙ һарыҡ ите ашап, һурпа эсеп йоҡларға яттыҡ. Әммә тиҙ генә йоҡлап китә алманыҡ. Һәр кем үҙ уйына сумды. ҡатын, моғайын, Ефросиньяның иртәгә буласаҡ туйын күҙ алдына килтергәндер. Ә мин, икенсе сериалдан һуң һыйырҙы һуйырға тура килмәгәйе, тип уйланым..

Фәрғәт ҒӘЛИН.
Ғафури районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)