RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был аҙнала беҙҙе...

04.09.2010 Был аҙнала беҙҙе...

...һоҡландырҙы
Был аҙнала беҙҙе...Мишкә районының Бай­тур ауылында 57 йәшлек ҡатын янғындан күршеләренең малайын ҡотҡара. Йорт тәҙрәләренән төтөн күтәрелеүен күргән ҡатын, күп уйлап тормай, йорттоң эсенә ынтыла. Унда дүрт йәшлек малайҙы табып ала. Баланың иҫән-һау икәнен күргәс, тиҙерәк урамға алып сыға. Шул ваҡытта башҡа ауылдаштары янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Улар утҡа таралырға юл ҡуймай. Үкенескә күрә, малайҙың әсәһен ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр.

... иҫкә төшөрҙө
3 сентябрҙә Бесландағы теракт ҡорбандары иҫтәлегенә Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында «Аҡ таҫманы таҡ» тигән акция үтте. Уны «Дорожное радио» менән берлектә Башҡортостан йәштәренең демократик союзы ойошторҙо. Акцияның маҡсаты – Бесланда һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу. Иҫләүегеҙсә, 2004 йылдың 1 сентябрендә террорсылар мәктәпте баҫып алғайны. Өс көн буйы енәйәтселәр уҡыусылар, ата-әсәләр, уҡы­тыусыларҙы сығармай тотто. Фажиғәлә 300 кеше, шул иҫәптән 186 бала һәләк булды.

... уйландырҙы
Пермь ҡалаһында «Аҡһаҡ ат» төнгө клубындағы янғын өсөн яуаплылыҡтан ҡасыусы Константин Мрыхинды Испанияла ҡулға алғандар. Europa Press матбуғаты хәбәр итеүенсә, Испанияның милли полицияһы агенттары ҡасҡынды Барселона янында тотҡан. Белеүегеҙсә, 2009 йылдың 5 декабрендә булған фажиғәлә 156 йәш кешенең ғүмере өҙөлгәйне.
Константин Мрыхин төнгө клубтың коммерция директоры була. Тәүҙә ул фажиғәнең шаһиты булараҡ күрһәтелә. Әммә енәйәти тикшереүҙәр барышында уны шаһиттан ғәйепләнеүсегә күсерәләр һәм айырым эш асалар.

... хәүефләндерҙе
Башҡортостанда профессиональ уҡыу йортон тамамлаусыларҙың 6 проценттан ашыуы эшкә урынлаша алмаған. «Былтыр профессиональ белем биреү учреждениеларын тамамлаусы 46 мең йәш белгестең 70 проценты эшкә урынлаштырылһа, 13 проценты артабан уҡыуын дауам итте. ҡайһы бер райондарҙа һөнәрселек училищеларын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе ауыр хәл ителә. Башҡорт дәүләт аграр университетын һәм Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһын тамамлаусылар араһында ла шундай уҡ тенденция күҙәтелә», – тине БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров БР Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә