RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

21.09.2010 Өс һөйләм менән

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Рәсәйҙең Паралимпия йыйылма командаһы спортсыларына һәм уларҙың тренерҙарына наградалар тапшырҙы. Тантанала туғыҙ тапҡыр донъя, өс тапҡыр Олимпия уйындары һәм Европа чемпионы булған, ете донъя рекорды ҡуйған яҡташыбыҙ Оксана Савченкоға юғары йәмәғәт наградаһы – «Милләт ғорурлығы» орденының йондоҙо бирелде. Әлеге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты 2012 йылда Лондонда үтәсәк Паралимпия уйындарына әҙерләнә.

Өфөлә икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар һуңғы аҙнала ярты процентҡа күтәрелгән. Бөтә төрҙәге фатирҙарҙың бер квадрат метрына тәҡдим ителгән хаҡ әлеге ваҡытта 42,97 мең һум тәшкил итә. Хаҡтар бер бүлмәле, өс бүлмәле һәм күп бүлмәле фатирҙарға – 0,5, ике бүлмәлеләргә 0,4 процентҡа артҡан.

Йәйге айҙарҙа Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһендә 21 меңдән ашыу пассажир интернет аша билет һатып алған. Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда әлеге хеҙмәт менән ете мең самаһы кеше файҙаланған. Әйткәндәй, алыҫ араға йөрөүсе поездарға «виртуаль» билет өсөн өҫтәмә түләү ҡаралмаған.

30 сентябрҙән 1 октябргә тиклем Иваново ҡалаһында Рәсәй еңел сәнәғәтендә һәм туҡыу, тегеү продукцияһы баҙарында төп ваҡиға – «Алтын ҡулса» V халыҡ-ара туҡыу-сәнәғәт форумы үтәсәк. Форумдың эшлекле программаһын туҡыу, тегеү сәнәғәте һәм мода индустрияһының мөһим мәсьәләләре буйынса сессиялар, яңы һәм уңышлы тормошҡа ашырыл­ған проекттарҙы презентациялауҙар тәшкил итә. Форум барышында Рәсәйҙең төп модельерҙары һәм дизайнерҙары ҡатнашлығында «Туҡыу салоны – 2010» халыҡ-ара күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.

Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты төбәк биләмәһендә проектланған биналарҙа алынмалы күсмә пандустар һәм портатив тартыу ҡоролмаһын индергән конструкциялар ҡулланырға тәҡдим итә. Бындай конструкциялар инвалид кресло-коляскаларында хәрәкәт итеүсе физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға кәрәк. Уны әҙерләүгә һәм монтажлауға биш меңдән ун мең һумға тиклем аҡса талап ителә икән, әле ҡулайлама, һынауҙы уңышлы үтеп, РФ Дәүләт уйлап табыуҙар реестрында патент алған.

Башҡорт дәүләт университетында дистанцион техник уҡытыу үҙәге асмаҡсылар. Был билдәле сәбәптәр арҡаһында уҡырға йөрөй алмаусыларға ҙур ярҙам булыр һәм белем алыу мөмкинлектәрен киңәйтер тип көтөлә. Уҡыу йортонда дистанцион уҡытыу быйылдан индерелә.

Өфө биләмәһендә йәштәр сәйәсәте учреждениелары белгестәренең эш хаҡына ҡушып бер мең һум күләмендә өҫтәмә түләнә башлаясаҡ. ҡала советы рәйесе Ирек Ниғмә­туллин хәбәр итеүенсә, яңы ҡарар 2011 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә. Депутаттар, сара үҫмерҙәр клубына йәш хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итәсәк, тигән фекерҙә.

Иртәгә «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында «Гигиена фәне һәм хеҙмәт медицинаһының хәҙерге заман проблемалары» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы асыла. Өс көн дауам итәсәк сарала табиптар, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнаша. Форумда ауырыуҙарҙы һәм производствола имгәнеүселәрҙе медик-социаль реабилитациялауҙы камиллаштырыу, хәҙерге металлургия производствоһы хеҙмәткәрҙәренең тын юлдары менән ҡолаҡ ауырыу­ҙарының үҙ-ара бәйләнеше, химия предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренең һөйәк туҡымаһы метаболизмына хлорорганик ҡушылмаларҙың остеотоксик йоғонтоһо мәсьәләләре тикшереләсәк.
Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә