RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡөрьәнде яндырыу нимәгә килтерер?

21.09.2010 Ҡөрьәнде яндырыу нимәгә килтерер?

Интернет селтәрендәге яңылыҡтарҙа Америка руханийының ҡөрьәнде яндырырға ниәтләүе хаҡында ишетелеп ҡалғайны. Йәнәһе, ул Ислам террорсыларына (был төшөнсәнең ысындан да барлығы икеле) яуап рәүешендә шулай эшләй. Ниәтте ишеткән һәр кем артабан ни булырын хәүефләнеп, ә кемдер, бәлки, ҡыҙыҡһынып көттө. Флорида штаты пасторы Терри Джонс АҡШ Президенты Барак Обаманың, Ираҡ, Бөйөк Британия премьерҙары, Чечня башлығы Рамзан ҡадировтың, Пентагон шефы Роберт Гейтс, актриса Анджелина Джолиҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалды һәм ниәтенән кире ҡайтты. Хатта башҡаларҙы ла изге китапты яндырмаҫҡа саҡырҙы. Әммә... Джонс ҡайһы берәүҙәрҙең күңеленә ойотҡо һалғайны шул.
11 сентябрҙә ҡөрьәнде яндырыусылар табылды. Юҡ, улар аҡылһыҙ ғәҙәти кешеләр түгел, ә Теннесси штатында йәшәүсе евангелист-руханиҙар. Бында инде бәхәсле – был әҙәмдәр ысынлап та диндарҙармы? Күңелдәрендә сабырлыҡ, иман йөрөткән кешеләр түгел инде һәр хәлдә. Шундай ҡылыҡтары менән мосолмандар изге тип йөрөткән китапты яндырыусылар үҙ диненә тап төшөрҙө. Ошондай уҡ инцидент Нью-Йоркта ла теркәлгән.

Александр Владимиров, генерал-майор, Рәсәй хәрби эксперттар коллегияһының вице-президенты (kp.ru сайтынан):

– ҡөрьәнде бар халыҡ алдында утҡа яғыу, йыртып ташлауҙың ниндәй хәрби эҙемтәләре булыуын күҙалларға ғына ҡала. Беҙ ике идеология бәрелешен танырға тейешбеҙ. Бер яҡта АҡШ демократтары байраҡ күтәреп торһа, икенсе яҡта – сәйәси Ислам. Шуны ла аңларға кәрәк: «демократия һалдаты» ҡайҙа аяҡ баҫа, шунда терроризм көсәйә. Быны Косово, Ираҡ, Афғанстан миҫалында күрәбеҙ. Шундай һәр төбәктә Американың көсләп тағылған демократияһына ҡаршы Ислам хәрби лагеры үҫеп сыға. Изге китапты яндырыу – йыртҡыслыҡ һәм үтә аңралыҡ. Бының ҡораллы бәрелештәргә килтереүе ихтимал. АҡШ сәйәсәте арҡаһында хәл-торош «тотороҡло рәүештә тотороҡһоҙлана».

Мөхәммәт Сафин, Өфө ҡалаһы:

– Изге китапты яндырыусылар язаһын көтһөн. Был донъяла бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәй. Аллаһы Тәғәлә ҡөрьәндә әйткән: «Кем булһа ла туҙан бөртөгө ауырлығында хәйерлек итһә лә, Ул (Аллаһ) уны күреп алыр. Кем булһа ла туҙан бөртөгө ауырлығында яуызлыҡ эшләһә лә, Ул уны күреп алыр» («әз-Зәлзәлә» – «Ер тетрәү» сүрәһе, 7-се аят). Кеше үҙен шул тиклем ергә мәңге килгәндәй тоя башланы. Беҙ революциянан һуң нисек мәсеттәрҙе емереүҙе, изге китаптарҙы юҡ итеүҙе, муллаларҙы ҡырыуҙы күрҙек инде. Һәм, рәхим итегеҙ, нимәгә килеп төртөлдөк? Бала саҡтан бер ауылдаштың яҙмышы иҫтә ҡалған: мәсет манараһын йән асыуына емереп төшөргән дә, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, үҙе лә һис уйламағанда ярым айлы манара кеүек ергә ауып үлгән.

Әбделғәни хәҙрәт, Күгәрсен районының Тәүәкән ауылы мәсетенең имам-хатибы:

– Динебеҙҙе, Аллаһы Тәғәләне йәшерен инҡар итеүселәр бар. Ә ҡөрьәнде яндырыусылар асыҡтан-асыҡ кафырлыҡ (дошманлыҡ) ҡылды. Изге китапты яндырыу Аллаһтың һүҙҙәрен яндырыу тигән һүҙ. Әммә вәхшиҙәр был ҡылыҡтары менән Ислам диненә яуызлыҡ килтермәне, бәлки үҙҙәренәлер. Хоҙай Тәғәлә ҡөрьәндең «әл-Хижер» сүрәһенең 9-сы аятында былай тигән: «Беҙ бит иҫкә төшөрөүҙе (йәғни ҡөрьәнде һәм сөннәтте – авт.) индерҙек һәм Беҙ уны һаҡлайбыҙ ҙа».










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?