RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Президент фатиха бирҙе

14.09.2010 Президент фатиха бирҙе

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов «Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры Вячеслав Быков менән осрашты.
Улар, башлыса, республикала хоккейҙың үҫеше, спортсылар менән эшләүҙең яңы алымдарын индереү, балалар хоккей командаларына ярҙам итеү тураһында һөйләште. Әлбиттә, был миҙгелдәге Континенталь хоккей лигаһының өсөнсө чемпионатындағы сығыш хаҡында ла һүҙ булды. Бер нисә көн элек кенә юлаевсылар, БР Президенты кубогында ҡатнашып, сираттағы еңеүен яулағайны. Рөстәм Хәмитов уйынсыларҙы һәм тренерҙарҙы лайыҡлы еңеүҙәре менән тағы бер тапҡыр тәбрикләне. Вячеслав Быков иһә Президенттың матчҡа килеп, үҙ командаһы өсөн ысын көйәрмән булыуы менән ғорурланыуын белдерҙе.
КХЛ-да «Салауат Юлаев»ҡа ҙур өмөттәр бағлана. Бөтә Башҡортостан халҡы түҙемһеҙлек менән сағыу еңеүҙәр көтә. Рөстәм Зәки улы ла баш тренерға шундай теләктәр еткерҙе.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына