RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъяға нисек ҡарарға күҙҙе асалыр мәктәп

14.07.2010 Донъяға нисек ҡарарға күҙҙе асалыр мәктәп

Донъяға нисек ҡарарға күҙҙе асалыр мәктәпӘгәр театр кейем элгестән башланһа, мәктәп нимәнән башлана? Күрәһең, уҡыу йортоноң тупһаһынандыр – белем усағының ишеген асып инеү менән айырым бер серле лә, ылыҡтырғыс та, мауыҡтырғыс та донъяға барып эләгәһең. Хәйер, мәктәп һәр кем өсөн үҙенә генә хас тәьҫораттар менән бәйле «асыла»: берәүҙәрҙең күңелендә белем усағына һөйөү «Әлифба»нан ярала, икенселәрҙә – тәүге уҡытыусынан, өсөнсөләрҙә – аҡбур еҫе аңҡыған таҡталы бүлмәнән... Буранғол мәктәбенең туҡһан йыллыҡ юбилейын билдәләргә төрлө тарафтарҙан йыйылған ҡунаҡтар – элекке уҡыусылар, хаҡлы ялдағы уҡытыусылар, яҡты хәтирәләре менән бүлешеп, ошо хаҡта һөйләне.

Буранғол ауылы мәктәбе рәсми тарихын 1920 йылдан алып иҫәпләһә лә, уға нигеҙ йөҙ йыл әүәл үк һалынған була: архив материалдары буйынса 1829 йылда ун биш шәкерттең өйҙә уҡытылыуы билдәле. Бәлки, шуға ҡәҙәр ҙә уҡыу-уҡытыу алып барылғандыр. Сөнки буранғолдар элек-электән белемгә ынтылған халыҡ булараҡ билдәле. Буранғол мәктәбе уҡытыусыһы Мәрйәм Сәлмәнованың мәктәп тарихына ҡағылышлы туплаған материалдары ла шуны раҫлай: ниндәй генә ауырлыҡтар, ҡыйынлыҡтар тыумаһын, Буранғолда егет-ҡыҙҙар һаман мәктәп һуҡмағын таҡырайтҡан, бер ҡасан да белемгә ынтылыштары кәмемәгән. Бөгөн улар менән – РСФСР-ҙың атҡа­ҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы Әхтәм һәм БР-ҙың атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре Әҡсән Әбүшаһмановтар, атҡаҙанған ауыл хужалығы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, данлыҡлы металлург, мәғариф алдынғылары Вәлит, Ғабдулла, Мәүҙиға, Илдар, Мәҫкүрә һәм Мөхтәримә Ғәбитовтар, Зиннәт һәм Шамил Заһитовтар һәм башҡа күренекле хеҙмәт кешеләре менән ауылдаштары ғына түгел, бар республика халҡы хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Юбилей тамашаһы ваҡытында сәхнә түренә сыҡҡан һәр кем мәктәп менән бәйле иҫтәлектәрен дә тергеҙҙе, йәштәргә өгөт-нәсихәтен дә еткерҙе. Шунһыҙ ҙа бул­майҙыр. Сөнки ололар гел генә үҫеп килеүсе быуынды хаталарҙан араларға, яңылыш аҙымдарын алдан иҫкәртергә, уларға тура юлды өйрәтергә тырыша. Магнитогорск ҡалаһының почетлы гражданы, СССР-ҙың атҡаҙанған металлургы Ғабдулла Ғәбитов та, бар халыҡ алдына сығып телмәр тоторға уңайһыҙланһа ла, «Йәшлек» гәзите уҡыусыларына, һайлаған һөнәр буйынса бар тырышлығыңды һалып эшләү – үҙе бер бәхет, тип, данлы ғүмеренең «тылсым»ын систе: «Һин һөнәреңде күтәрһәң, һөнәрең һине бейеклектәргә күтәрер».
Буранғол мәктәбе тарихы биттәрен аҡтарғанда, шул да күҙгә сағылды: баҡтиһәң, белем усағы – мәктәп кадрҙарын тәрбиәләүсе сығанаҡ та. Мәғариф алдынғыларын ғына ла атай башлаһаң, исемлек әллә күпмегә һуҙылыр: Р. Сәмиғуллина, М. Хашимова, И. Фәттәхов, Р. Ғүмәров, С. Хисмәтуллин, И. Килдейәров, Н. Хәйруллина, Р. Усманова, Х. Усманова, Л. Ғүмәрова һ.б. «Был донъяға юҡҡа килмәгәнмен: йәшәйештә кәрәк булған төрлө белгестәр, ғаилә йөгөн тартыусы­ларҙы уҡытҡанмын», – тип ҡыуанған беренсе дипломлы уҡытыусы Бәширә Усмано­ваның аяғы еңел булыуына шунан һуң нисек инанмай­һың?!
Шөкөр, эшһөйәр, һәләтле шәхестәргә лайыҡлы алмаш үҫә. Миҫалға игеҙәктәр Рә­милә һәм Рәзинә Моратова­лар, Айрат Зиннәтов, Нәзифә Хашимова, Ғәзиз Мөхәммәтов, Фәнзиә Оморҙаҡова, Нурия Сәлмәнова, Дилә Килдейәрова, Алһыу Мөхәмәтйәнова, Замир Солтановтарҙы килтерергә мөмкин. Һәр береһенең ижади багажы йыл һайын яңы еңеүҙәр менән тулылана. Хәйер, бөтә коллектив менән «Йәшлек»кә яҙылыуҙы матур йолаға әйләндергән буранғолдарҙан башҡаны көтмәйбеҙ ҙә – еңеү уҡыусыларына ла, уҡытыу­сыларына ла гел юлдаш. Рухлы, зыялы педагогтар балала туған теленә, милли мәҙәниәткә ҡарата һөйөү һәм ихтирам, милли аң, рух һәм зауыҡ тәрбиәләүҙе, уны милләт-ара аралашыу мәҙәниәтенә ылыҡтырыуҙы, уҡытыу-тәрбиә процесында шәхсән йүнәлешле уҡытыу алымдарын ҡулланып, белемдең сифатын күтәреүҙе алғы планға ҡуя һәм шуның менән ота ла.
Юбилей мәлендә Ринат Моратов етәкләгән коллективтың «Иң матур мәктәп», «Йыл мәктәбе», район мәктәп музейҙары конкурстарындағы еңеүҙәре хаҡында ла һүҙ алып барылды. Был да уңышлы эш һөҙөмтәһе, ғорурланырға тағы бер уңай сәбәп. Нисек һәр ваҡыт маҡтаулы, өлгөр, бар йәһәттән башҡаларға өлгө булырға һуң? Бының серен математика уҡытыусыһы Фатима Вәлиеваның һүҙҙәре сисә: «Беҙҙең мәктәп коллективы үҙенең татыулығы, берҙәмлеге менән башҡаларҙан айырылып тора. Һөнәрен, балаларҙы яратҡан һәр уҡы­тыусы уҡыусыларҙы үҙе уҡытҡан фәндән генә түгел, тормош һабаҡтарына ла өйрәтергә тырыша. Беҙҙә ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Ғөмүмән, балалар ихлас күңелдән мәктәпкә ҡыуанып килһен, һәләттәрен асһын, киләсәктә үрҙәр яулаһын өсөн күңелде һалып эшләйбеҙ ҙә эшләйбеҙ».

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә