«Йәшлек» гәзите » Иман » Ислам – илдәрҙе яҡынайтыусы күпер



23.10.2010 Ислам – илдәрҙе яҡынайтыусы күпер

Был мөһим сарала ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға 18 дәүләт вәкилдәре йыйылды. Ике көн барған конференцияла ике йөҙ тирәһе кеше ҡатнашты, һәм унда етди һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар аша бик күп мәсьәлә хәл ителде. Сара маҡсатына иреште, тиергә мөмкин.
Сараны ойоштороусы Ислам конференцияһы ойошмаһы Башҡортостан менән иҡтисади бәйләнештәрҙе лә нығытырға ниәтләй. Билдәле булыуынса, был ойошма, дин мәсьә­ләләренән тыш, фән, мәғариф, мәҙәниәт, иҡтисад һәм яңы технологиялар өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте лә күҙ уңында тота. Башҡортостандың был берләшмә менән хеҙмәттәшлек итеүенә ҙур өмөттәр бағларға нигеҙ бар. Ни тиһәң дә, Ислам конференцияһы ойошмаһы бөтә донъяға билдәле һәм ҙур абруй менән файҙалана. Атап әйткәндә, ул ҙурлығы буйынса, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһынан ҡала, икенсе урында килә. Унда бөгөн 57 дәүләт ингән, шулай уҡ ойошманың эшмәкәрлеген күҙәтеүсе биш дәүләт бар. Рәсәй ҙә улар араһында.
– «Волга – Урал төбәгендә Ислам цивилизацияһы» IV халыҡ-ара симпозиумында ҡаралған проблемалар беҙҙең республикала ғына түгел, тотош илдә лә көнүҙәк, – тине сарала ҡатнашыусы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина. – Башҡортостанда милләт-ара, конфессия-ара дуҫлыҡ, именлекте нығытыуға, традицион диндәрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлегенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән дәүләт сәйәсәте тормошҡа ашырыла. Һәм беҙгә бөгөн был йүнәлештә башҡа төбәктәр һәм илдәр менән хеҙмәттәшлек итергә кәрәк. Сөнки Ислам, Урал менән Волга буйы төбәктәренең традицион дине булараҡ, Рәсәй менән ғәрәп донъяһы илдәрен бәйләүсе күпер булып тора. Әлеге симпозиум Ислам конференцияһы ойошмаһы ярҙамында ойошторолған. Был сара Рәсәйҙә дүртенсе тапҡыр үткәрелә, дүртенсе тапҡыр шундай ҙур конференцияла ҡатнашыу өсөн бик күп илдәрҙән килгән вәкилдәр беҙгә йыйыла. Быға тиклем симпозиум Татарстанда ла үткәйне.
Әлеге симпозиум Ислам конференцияһы ойошмаһы менән Башҡортостан етәкселеге һәм республиканың фәнни берләшмәһе араһында тығыҙ хеҙмәттәшлеккә юл аса. Был хаҡта Ислам конференцияһы ойошмаһының генераль секретары, профессор Экмеледдин Ихсаноглу айырып әйтте. Уның билдәләүенсә, ойошма Рәсәйҙе стратегик партнер булараҡ ҡабул итә. Рәсәйгә, беҙҙең мәҙәниәткә, тарихҡа булған ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта ғына бара.
Симпозиум секцияларының эше Башҡорт дәүләт университеты базаһында үтте. Шулай уҡ ҡунаҡтар Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ла булды, Өфөләге музейҙар, фәнни үҙәктәр менән яҡындан танышты.
Башҡортостан Республикаһы етәкселеге, Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашыуҙа Ислам конференцияһы ойошмаһы һәм беҙҙең республика араһында ике яҡ өсөн дә файҙалы һөйләшеүҙәр булды, киләсәккә пландар ҡоролдо.
Экмеледдин Ихсаноглуға Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының почетлы профессоры исеме лә бирелде. Был вузда ҡунаҡтар кейеҙҙән эшләнгән әйберҙәрҙе ҡарап һоҡланды, хатта уларҙың яҡын көндәрҙә был һөнәргә өйрәнеү өсөн Башҡортостанға уҡыу­сылар ебәреү мәсьәләһен дә хәл итеүҙәре ихтимал.
– Башҡортостанға килеүемә бик шатмын, – тине Экмеледдин Ихсаноглу. – Һеҙҙең халыҡтың ҡунаҡсыллығы, алсаҡлығы һоҡландырҙы.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға