«Йәшлек» гәзите » Иман » Дин белгестәре ҡайҙа әҙерләнә?



09.08.2011 Дин белгестәре ҡайҙа әҙерләнә?

Ислам дини уҡыу йорттары тураһында мәғлүмәттәр бирһәгеҙ ине.
Вилдан.
Иглин районы.

Башҡортостан мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжында дин белгестәре әҙерләнә. Уҡыу йортоноң төп маҡсаты –республикабыҙ мәсеттәре өсөн белемле кадр­ҙар әҙерләү. Ислам колледжында шәкерттәргә «Әл-Әзһәр», Мәккәнең Әр-Рияд университетынан, Мәскәү дәүләт университетынан юғары квалификациялы белгестәр белем бирә. Уҡытыу М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан эшләнгән программа һәм уҡытыу методикаһы буйынса алып барыла. Өҫтәмә рәүештә студенттар информатика һәм программалаштырыу серҙәренә лә өйрәнә һәм уларға был курсты тамамлау тураһында дәүләт өлгөһөндәге сертификат тапшырыла.
Уҡыу өсөн бөтөн шарттар ҙа бар: иркен аудиториялар, китапхана, ашхана, ятаҡ. Шәкерттәр заманса йыһазландырылған компьютер класында шөғөлләнә. Шулай уҡ колледж күп функциялы ҡеүәтле полиграфия ҡорамалы менән дә йыһазландырылған. Колледжды тик яҡшы билдәләргә тамамлаусыларға «Әл-Әзһәр» университетына һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Исламды ентекле өйрәнеү менән юриспруденция» бүлегенә юллама ла бирелә.
Уҡыу ваҡыты – 4 йыл. Шуға ла, Вилдан, теләгең булғас, 30 авгусҡа тиклем М. Солтанова исемендәге Ислам колледжына (Өфө ҡалаһы, М. Кәрим урамы, 3) документтарыңды бирергә ашыҡ.
Уҡырға тик егеттәр генә алына.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға