«Йәшлек» гәзите » Иман » Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе



11.08.2019 Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Ҡорбан ғәйете — иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Хаж тамамланыуын белдерә. Зөлхизә айының 10-сы көнөндә, йәғни Ураҙа ғәйетенән һуң 70 тәүлек үткәс, байрам ителә һәм өс-дүрт тәүлеккә һуҙыла.

Ҡөрьән буйынса, Ибраһимдың төшөнә Алла беренсе улы Исмәғилде ҡорбан итеп килтерергә ҡушҡан икән, тип инә. Ибраһим Алла бойороғон башҡарыу өсөн хәҙерге Мәккә ҡалаһы урынлашҡан ергә килә. Әммә Ибраһим өсөн был һынау ғына була. Алла ҡорбанға килтереләсәк улын һарыҡ бәрәсенә алмаштырырға бойора.


Ҡорбан малы


Һыйыр, буйвол, дөйә, һарыҡ, кәзә, ҡуй кеүек айыра тояҡлы хайуандар ҡорбан малы була ала. Ғәҙәттә, һарыҡ-кәзәнең тәкәһе, инә дөйә, тыу һыйыр ҡорбанға килтерелә. Һарыҡ-кәзә кәмендә бер йәшлек булырға тейеш, 6 – 7 айлыҡ бәрәстәрҙе лә ҡорбан итергә мөмкин. Һыйыр малына ике йәш тулып үткән булырға тейеш.
Ҡырағай хайуандар (мышы, болан, ҡыр кәзәһе) ҡорбан була алмай. Салына торған малдың күҙе һуҡыр булмауы, ағзаларының теүәл булыуы шарт. Ҡолағы йәки ҡойроғоноң өстән бер өлөшөнән артыҡ киҫелгән булһа, уны ҡорбанға салырға ярамай. Әтәс, тауыҡ, ҡаҙ һәм ҡыр ҡоштары, шулай уҡ ите ашарға яраҡлы ҡыр боланы, ҡыр һыйыры, илек (ҡыр кәзәһе), ҡуян кеүек хайуандар ҙа был маҡсатта тотонола алмай.
Бер баш һарыҡ йәки кәзә – фәҡәт бер кеше, ә дөйә йәки һыйыр ете кеше исеменән салына ала. Был осраҡта һәр ҡайһыһының мосолман булыуы һәм Алла ризалығы өсөн салырға ниәт итеүе кәрәк.
Ҡорбанлыҡ итенең өстән бер өлөшөн салыусы үҙе файҙалана, ҡәрҙәш-ырыуына, фәҡир-етемдәргә өләшә. Уның итен һатыу хәрәм. Тиреһен фәҡирерәк кешегә бирергә йә булмаһа, Ҡөрьән кеүек изге китапҡа ла алмаштырырға мөмкин.

«Башҡорт Википедияһы»нан.


Өфөлә ҡорбан салыу урындары


Баш ҡалала был ғәмәлде үтәр өсөн ике майҙан бүленде. Зинин ҡасабаһындағы «Каруан» сауҙа үҙәге һәм төньяҡ автовокзал биләмәһендә.
Былтыр Зининда дөйөм урын эшләнгән булған. Черниковка, Инорс яҡтарында йәшәүселәргә лә уңайлы булһын өсөн төньяҡ автовокзал территорияһын да һайлағандар.

Ҡорбан салғанда уҡыла торған доға


«Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Аллаһүммә һәзә миңкә үә иләйкә иннә сәләти үә нүсүхи үә мәхйәл үә мәмәти лилләһи рабил ғәләмин. Лә шәрикә ләһү үә бизәликә үмертү үә әнә әүүәүл мүслимин. Аллаһүммә таккабөл миннә һәҙиһил әдхыййә», – тип кем исеменән ҡорбан салыныуы әйтелә һәм: «Бисмилләһи Аллаһу Әкбәр», – тип малды боғаҙлайһың.
Мәғәнәһе түбәндәгесә: «Эй, Аллам, минең намаҙым үә ғибәҙәттәрем үә тереклегем үә үлемлегем бар ғаләмдең хужаһы Аллаһы Тәғәлә өсөн һәм Уның ҡөҙрәтенәндер. Эй, Алла, ошо ҡорбанды фәлән улыңдан һәм фәлән ҡыҙыңдан ҡабул ит».



Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға