«Йәшлек» гәзите » Иман » Ауырыуҙан шифа табыу өсөн уҡыла торған доғалар



12.04.2019 Ауырыуҙан шифа табыу өсөн уҡыла торған доғалар


«Бисмилләһир-рахманир-рахим. Үә йәшфи судура ҡаумим- мүмининә үә йүҙһиб ғайҙа ҡулүбиһим».

Мәғәнәһе: «Рәхмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым. Аллаһы Тәғәлә иманлы бәндәләрҙең күкрәктәренә шифа бирер. Күңелдәрендәге үс алыу һәм дошманлыҡ тойғоларын бөтөрөр».

«Йә әййүһән- нәс. Ҡад жәткүм мәүғиҙатүн мир-раббикүм үә шифә үл-лимә фис-сүдүри үә һүдәү – үә рахмәтәл – лил-мүъминин».
Мәғәнәһе: «Эй, кешеләр Һеҙгә Раббығыҙҙан өмөт һәм күңелдәрегеҙҙә булған нәмәнән шифа килде һәм иман килтергән кешеләргә тура юл һәм рәхмәт килде».

«Үә нүнәззилү минәл – Ҡуръәни мә һүә шифәүн үә рахматуллил- мүъминин».
Мәғәнәһе: «Беҙ Ҡөрьәндән иман килтергән кешеләргә шифа һәм рәхмәт булған нәмәне индерәбеҙ».



Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға