«Йәшлек» гәзите » Иман » Һәр йән эйәһе үлем кисерер



29.03.2019 Һәр йән эйәһе үлем кисерер

Мәрхүмдәргә ғәмәлебеҙ ниндәй булырға тейеш?

Беҙҙең халыҡтың ҡайһы берҙәре (күпселеге) туғандары вафат булһа, ни эшләргә белмәй аптырап ҡала. Был уларҙың диндән алыҫ икәнен күрһәтә. Әсә ҡарынынан сығып, ошо яҡты донъяға килгәс тә, үлемебеҙгә яҡыная башлай­быҙ. Сабый тыуғас та һыуҙа йыуындырып алалар, аҡ биләүгә урайҙар. Олоғайып, вафат булып һуңғы юлға оҙатҡанда ла, шәриғәт ҡанундары буйынса, һабынлап йыуып, аҡ кәфен­леккә төрөп ер ҡуйынына һалалар.

Әгәр берәйһе үлеп ҡалһа, беҙҙең бурысыбыҙ – динебеҙ ҡушҡанса хөрмәт менән ерләү. Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһиүәс­сәләмдең бер хәҙисендә: “Кем мәйет йыуып оҙата, шуның ҡырҡ ҙур гонаһы ғәфү ителә”, – тиелгән. Мәйетте ҡырҡ аҙым күтәреп барыу ҙа сауаплы эштер. Быны эшләгән кеше­ләрҙең 40 гонаһы кисерелер. Кем уны кәфенләй, уға йәннәттә ебәктән кейем булыр. Ҡәбер ҡаҙыусыларға ла сауап­тары етерлек.

Мәрхүмгә, икенсе төрлө әйткәндә, мәйеткә ҡарата, хөрмәтебеҙ бер булырға тейеш.

Ауырыу йән биргәндә “Йәсин” йәки “Мүлк” сүрәләрен уҡырҙар. Былары сауаплы эштер. Үлем хәлендәге бән­дәнең янында Ҡөръән Кәрим­дән сүрә йәки аяттар уҡый белмәһәгеҙ, доға ҡылығыҙ. Шунан Әхирәт доньяһына китеп барһа, күҙҙәрен ҡаплағыҙ, ауыҙы асылһа, эйәк аҫтынан башына табан ауыҙын яптырып, тартып сепрәк бәйләгеҙ.

Мәрхүмде берәй һалҡыныраҡ бүлмәгә ҡуйырға кәрәк. Кәүҙәһен бороп, аяҡтарын ҡиблаға ҡаратып, ҡулдарын ике яҡҡа һуҙып һалырға. Өҫтөнә еңел, йоҡа япма ябырға. Шулай уҡ, ҡатын-ҡыҙ булһа, башына яулыҡ бөркәргә.

Һеҙҙең мәрхүмдәрегеҙ өсөн дә, һеҙҙең алдығыҙҙа ла мулланың бер ниндәй ҙә бурысы юҡ. Хәлегеҙҙән килә икән, йыназаны үҙегеҙ уҡығыҙ, килмәй икән, дин әһеленә тапшырығыҙ.

Мәрхүмгә аҡ материалдан кәфенлек әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Ирҙәргә – 12, ә ҡатын-ҡыҙҙарға 15 метр талап ителә.

2,5 метрҙан өс таҫтамал, 6 – 8 метр марля, йыуғанда фай­ҙаланыу өсөн 3 метр тирәһе полиэтилен, 5 – 6 пар резина бирсәткә, халаттар әҙер­ләнә. Зыяраттан ләхет таҡтаһын алып килергә кәрәк.

Йыуыу өсөн ауыҙ-танауға алты сепрәк, истинжәгә алты сепрәк һәм ғәүрәттәрен ҡапларға ике ҙурыраҡ сепрәк хәстәрләйҙәр.

Йыуыр алдынан истинжә ҡылдыралар. Истинжә ул – алғы, артҡы юлдарҙы паклау тигән һүҙ. Мәйетте ләхет таҡтаһына һалалар. Ғәүрәт­тәрен ҡаплап ҡуялар. Истинжә ҡылдырғанда нәжес сыҡһын өсөн бер аҙ ҡорһағына баҫып алалар. Шунан мәйеткә тәһәрәт алдыра башлайбыҙ, тәһәрәтте үҙебеҙ нисек алабыҙ, мәйеткә дә шулай алдырабыҙ. Ауыҙ-танауҙарын алдан әҙерләгән сепрәктәрҙе еүешләп, бар­маҡҡа урап таҙартабыҙ, ә аяҡтарҙы иң аҙаҡ йыуабыҙ. Һуңынан башынан йыуа башлайбыҙ. Уны ултыртып та, ятҡырып та йыуалар. Мәйет ауыр икән, уны ятҡырып йыуһаң да ярай. Иң элек һул яғына ятҡырып, уң яғын йыуырға, бер ыңғай ләхет таҡтаһын сайып, уң яғына ятҡырып һул яғын йыуырға кәрәк. Был эште өс тапҡыр ҡабатлайһың. Йыуып бөткәс, таҙа сепрәктәр менән ҡоротабыҙ. Әгәр мәйет оҙаҡ ятып тарҡала башлаған булһа, ғөсөл фарызын ғына үтәйбеҙ, йәғни ауыҙ-моронона, бөтә тәненә һыу ҡойоп сығабыҙ. Был осраҡта тәһәрәт алдырып, өсәр тапҡыр йыуып булмай. Әгәр төрлө сәбәп менән кәүҙәнең формаһы юғалған булһа, табутҡа һалып та күмәләр. Башҡа дингә оҡшаған тип ҡурҡаһы юҡ, бындай осраҡта ул дөрөҫ һанала.

Ир кешене — ир-ат, ҡатын-ҡыҙҙы ҡатын-ҡыҙ йыуа. Ире үлһә, уның ҡатыны йыуа ала, ә ҡатыны үлһә, ире йыуа алмай. Мәрхүмде кәфенләп бөткәс, тәһлил әйтеп, Ҡөрьән уҡып ҡәбергә алып китергә әҙер­ләйҙәр. Мәйетте йорттан аяғы менән алға табан күтәреп сығаралар. Зыяратҡа алып барғанда башы алда була. Йыназа намаҙын өй эргәһендә кеше күп ерҙә уҡыһаң да була, йә зыяратҡа индермәҫ борон шул тирәлә. Әгәр берәй сәбәп менән бер ҡәбергә ғаиләһе менән ҡуйыла икән: Ҡибла тарафына иң башта ир кеше, шунан бала, аҙағынан ҡатын-ҡыҙ, тик ҡабырғаларын бер-береһенә тейҙермәй әҙерәк ара ҡалдырыла. Шул буш араға кәүҙәләрен айырып, тупраҡ һалына.
Үлгән кешене шул уҡ йәки икенсе көндө ерләргә мөмкин.

Ҡәбер өҫтөнә фотоһүрәттәр менән мәрмәр таҡтаташтар ҡуйыу мосолманға ярамаған эш. Бәйғәмбәребеҙҙең бер хәҙисендә: «Һүрәтле урындарға (өй, ҡәбер беҙҙең икенсе өйөбөҙ) фәрештә ултырмаҫ», — ти. Фәрештәләр яҡын ке­шеңдең ҡәберенә ултырмағас, улар өсөн доға һәм сәждә ҡылмағас, шунда ятҡан мәр­хүмдәр ниндәй ҡаты язала булғанын аңлайһығыҙмы?

Мосолман кешене ҡайһы ерҙә ерләһәң дә дөрөҫ. Әллә ҡайҙан алып ҡайтыу кәрәкмәй. Беҙҙең доғалар һәм саҙаҡалар уларға ҡайҙа ла барып етә. Мәрхүмдәрҙең рухтарын ҡы­уандырыу өсөн хәйер биреп, һәр саҡ уларға доға уҡып торайыҡ.

Әбйәлил районының Таштимер ауылының
имам-хатибы Нәзир САБИТОВ яҙҙы





Автор: Н. САБИТОВ
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға