«Йәшлек» гәзите » Иман » Иманға әйҙәүсе, ауылды күтәреүсе



15.03.2019 Иманға әйҙәүсе, ауылды күтәреүсе

Юлдаш ауылының бөгөнгө матур йәшәйеше менән күптәргә өлгө булып тороуында “Сәлимә” мәсетенең имам-хатибы Фазулла Ҡолдәүләтовтың өлөшө ҙур

Күп милләтле республикала йәшәү, 70 йыл буйы “Алла юҡ!” тип тәрбиәләү, заман технологияларының әхлаҡ һәм әҙәп сиктәренән сығыуы эҙһеҙ үтмәне: ислам динен ҡабул иткәне бирле уға тоғро ҡалған башҡорт (шул иҫәптән башҡа милләт тә) халҡының тәрбиә ҡанундары ҡаҡшаны, иманы кәмене. Намаҙ уҡыу түгел, хатта “амин” тип аш ҡайтарыу ҙа оло ғәйеп һаналған йылдарҙа дини белем юҡҡа сыҡты. Бөгөн үҙен аҡыллы тип күрһәтергә теләүсе монафиҡтар дөрөҫ булмаған ағымдарҙы алға сығарырға тырышып, халыҡтың башын бутай. Ә кешеләрҙе иманға әйҙәүсе, дини белем биреүсе шәхестәр булһа, бөгөнгө замандың күп афәтенә юл ҡуйылмаҫ ине.

Был йәһәттән Ейәнсура районының Юлдаш ауылы халҡы бәхетле: уларҙы ислам тәғлимәттәре буйынса йәшәргә өндәүсе, уның ғилемдәрен өйрәтеүсе, изгелеккә әйҙәүсе имам-хатибы бар. Фазулла Шәүәли улы Ҡолдәүләтов – ошо ауылда тыуып, ошонда ғүмер кисергән кеше. Оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ҡатыны Рәйлә Мөхәмәтшәриф ҡыҙы ла ошо ауылдан, улар 49 йыл бер-береһенә терәк булып, матур тормош көтә. Ике яҡтың да нәҫел ептәре зыялылар, уҡымышлылар затына барып тоташа. Шуғалыр ҙа Фазулла ағай үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағында, совет тыйыуҙары юҡҡа сығып, һүҙ азатлығы барлыҡҡа килгәс, дин менән ҡыҙыҡһына башлай. Тәүҙә уны китаптарҙан өйрәнә, доғалар ятлай. Ауылдаштары уны сабыйға исем ҡуштырыу, никах уҡытыу, һуңғы юлға оҙатыу кеүек йолаларҙы атҡарырға саҡыра, мәрхүмдәр рухына аят-доғалар бағышларға һорай. Төрлө сетерекле хәлгә тарығандар, хатта тормош мәғәнәһен юғалтҡандар кәңәш һәм ярҙам һорап мөрәжәғәт итә башлай. Шул саҡта Фазулла ағай махсус белем алырға һәм ауылда мәсет һалдырырға кәрәклеген аңлай.

Аллаға шөкөр, уның ике ниәте лә тормошҡа аша. 2009 йылда Рәсәй ислам институтын тамамлап, диплом ала. 2004 йылда Ураҙа ғәйетендә Юлдаш ауылы халҡының берҙәм көсө менән “Сәлимә” мәсете үҙ ишектәрен асты. Кешенең үҙаңын, йәшәйешен бер нисә көндә генә үҙгәртеп булмай. Шулай ҙа Юлдашта намаҙға баҫыусылар, мәсеткә йөрөүселәр, ураҙа тотоусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Ауыл халҡы элек-электән берҙәмлеге, ярҙамсыллығы менән айырылып торҙо. Мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыу, зыяратты тәртипкә килтереү өсөн дәррәү йөрөйҙәр. Мәсет тә ике йылда төҙөлөп бөттө. Һәр йорт аҡсалата ярҙам күрһәтте, төҙөлөш эштәре өмәләрендә лә кеше күп булды. Изге эштән сит тарафтарҙа йәшәүсе ауылдаштар ҙа ситтә ҡалманы. Башлап йөрөүсе Фазулла ағайҙың абруйы ла ҙур роль уйнаны.

Махсус белемле булыуы ғына түгел, үҙенең өлгөлө йәшәйеше менән дә ауылдаштарының ихтирамын яуланы ул. Сабыр, кәрәк саҡта талапсан һәм ҡәтғи, кеше хәленә инә белгән, мохтаждарға ярҙамсыл, ауыл биләмәһендә килеп тыуған проблемаларға ҡарата үҙенең фекерен еткерер ҡыйыу – күркәм сифаттарын һанап бөтөрөп буламы икән? Ә мәсеттә һәм Ҡөрьән табындарында һөйләгән вәғәздәре һәр ваҡыт бөгөнгө көн проблемаларын күтәрә, кешеләрҙе иманға, тәртипкә, изгелеккә әйҙәй. Кәңәш һорап килеүселәрҙе сабыр ғына тыңлар һәм төплө кәңәш бирер. Кешеләр хәйергә биргән малды ул ҡорбан итеп сала, аҡсаһын мәсет өсөн тотона, күп өлөшөн мохтаждарға тарата.
Юлдаш ауылының бөгөнгө матур йәшәйеше менән күптәргә өлгө булып тороуында “Сәлимә” мәсетенең имам-хатибы Фазулла Ҡолдәүләтовтың өлөшө ҙур. Ул, уҡытыусылар, ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр менән бер рәттән, тәрбиә эше алып бара. Әлбиттә, бер эш тә еңел генә бирелмәй: эскелектән һәм иманһыҙлыҡтан аңы томаланғандар ғәйеп эҙләй, ҡаршы дәлилдәр килтерә, битараф ҡалғандар ҙа бар. Хаҡлы икәнен аңлап та, ихтыяр көсө аҙ булғанлыҡтан ярты юлда туҡталып ҡалыусылар ҙа осрай. Нисек кенә булмаһын, Фазулла ағай күңелен төшөрмәй. Ауылда эскелекте тамырынан ҡоротоу, ололарҙы ғына түгел, йәш быуынды ла иманға әйҙәү, хәләл менән хәрәмде, изгелек менән яманлыҡты аңлап, Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәп йәшәргә өйрәтеү – быларҙы ул үҙенең изге бурысы тип һанай.

Фазулла ағайҙың оло эшен, изгелеген баһалап, беҙ уға сәләмәтлек, иман ныҡлығы, уңыштар һәм бәрәкәтле оҙон ғүмер теләп ҡалабыҙ. Ауылыбыҙҙың рухи терәге булып, тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәргә насип итһен һеҙгә!



Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Ғаилә архивынан



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға