«Йәшлек» гәзите » Иман » 10 июнь – Ҡәҙер кисе



10.06.2018 10 июнь – Ҡәҙер кисе

10 июнь – Ҡәҙер кисеТеләктәр ҡабул булған төн

Ислам динендәге мөбәрәк кистәрҙең иң ҡиммәтлеһе – Ҡәҙер кисе. Ул рамаҙан айының 27-се кисендә билдәләнә. Хәҙистәрҙә: «Ҡәҙер кисенә инанып, сауабын өмөт итеп, ғибәҙәт ҡылғандарҙың бөтә гонаһын Аллаһы Тәғәлә ғәфү итер», – тип әйтелә. Ғибәҙәттә ҡаза намаҙын үтәү, Ҡөрьән Кәримде уҡыу, доғалар ҡылыу, тәүбә итеү, саҙаҡа биреү, мосолмандарҙы һөйөндөрөү һәм башҡа сауаптарға ирешеү – быларҙың барыһы ла был кискә хөрмәт күрһәтеү ишараһылыр. Хөрмәт күрһәтеү гонаһлы эштәрҙе эшләмәү менән дә хасил булыр.

m Ҡәҙер кисенең сауабы мең айҙан да хәйерлерәк, мең ай ҡылған ғибәҙәттәрҙән дә артығыраҡтыр.
m Ҡәҙер кисендә Раббыларының рөхсәтенән төрлө бойороҡтар менән күктәрҙән фәрештәләр төшә.
m Был кистә намаҙ, Ҡөрьән уҡып, ураҙа тотҡан мөьминдәргә фәрештәләр Алланан сәләм уҡыр.
m Ҡәҙер кисенең дауамы ҡояш байығандан башлап таң атҡанға саҡлылыр.
m Ҡәҙер кисе тураһында хәҙис-шәрифтәрҙә былай тип бойорола:
m «Ҡәҙер кисендә бер тапҡыр «Иннә әңзәлнәһү» сүрәһен уҡыған башҡа замандарҙа Ҡөрьән Кәримде даими уҡыусынан да һөйкөмлөлөр».
m «Ҡәҙер кисендә бер тәсбих «Собхан Алла», бер тәсбих «Әлхәмдүллилла», бер тәһлил «Аллаһу Әкбәр» әйтеүсе минең янымда ете йөҙ мең тәсбих һәм тәһлил әйтеүсенән ҡиммәтлелер».
m «Ҡәҙер кисендә өс тапҡыр «Лә иләһә илләл ла» тип әйтеүсенең беренсеһендә гонаһтары кисерелер, ғәфү ителер, икенсеһендә йәһәннәмдән ҡотолор, өсөнсөһөндә йәннәткә инер».
m «Ҡәҙер кисендә «Әл-Ҡәҙер» (Ҡөҙрәт) сүрәһен уҡыған кеше Ҡөрьән Кәримдең дүрттән берен уҡыған кеүек булыр».
m Ҡәҙер кисендә күк ҡабағы ла асыла, тиҙәр. Ул тик бәхетлеләргә генә күренә.
Рамаҙан айында күңелегеҙҙе зекерҙәр, тәсбихтәр, Ҡөрьән уҡыу менән биҙәгеҙ! Теләгәндәрегеҙ тормошҡа ашыр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға