«Йәшлек» гәзите » Иман » Әҙ ҙә етә, күп тә бөтә



23.03.2018 Әҙ ҙә етә, күп тә бөтә

Әҙ ҙә етә,  күп тә бөтә
йәки Бәхет менән байлыҡ араһына тигеҙлек билдәһе ҡуйыу дөрөҫмө?

“Тиҙ ярҙам” машинаһында эшләүсе күрше ҡыҙ фәһемле ваҡиға хаҡында һөйләгәйне: “Ишембайҙа баҡсаһы булған ҡатлы-ҡатлы ифрат матур йорттар бар. Шул күркәм йорттарға ҡарап, бында бик бәхетле кешеләр йәшәйҙер инде, тип уйлай торғайным. Бер заман ошондай йорттарҙың береһендә булыр­ға тура килде. Өс ҡатлы йорт. Уның өсөнсө ҡатында оло йәштәге әбей менән бабай “ах-ух” килеп саҡ ултыра, ауыртмаған ерҙәре юҡ. Саҡ торған көйө нишләп аҫҡы ҡатҡа ғына урынлашмағандар – аңламаҫһың. Ғүмер буйы алһыҙ-ялһыҙ эшләгәндәр, һаулыҡтарын ҡайғыртмай, донъя йыйғандар. Хәҙер байлыҡтары күп, тик уның рәхәтен күрмәйҙәр, мәшәҡәтен генә татыйҙар. Йыйған байлыҡтары ла, моғайын, күҙҙәренә күренмәйҙер. Аҙаҡ күрҙем: күп балалы бәләкәй генә йорттарҙа бәхет күберәк”.
Аллаһы Тәғәлә “Һуд” сүрәһендә: “Берәү донъя тереклеген генә үә донъя тормошоноң ғына матурлығын теләһә, Беҙ уларға донъяуи эштәренең файҙаһын донъяла биреп бөтөрөрбөҙ һәм уларға донъяуи эштәренә кәмселек килтерелмәҫ (15). Әммә Әхирәттә уларға уттан башҡа яза булмаҫ үә донъя эштәре һәләк булыр, бидғәт ғәмәлдәре батыл булыр”, – ти (16).
Юҡҡа ғынамы ни, бәйғәмбәребеҙ доғаларында ике донъя бәхетен һораған. Ә беҙҙең күбебеҙ ошо фани донъя бәхетенә – байлыҡ, дан-шөһрәт, аҡсаға һатып алынған төрлө ләззәткә мөкиббән. Намаҙ хаҡында һүҙ сыҡһа, берәү – ғаиләһен, берәү – эшен, берәү – яратҡан шөғөлөн, берәү ижадын һөйләй. Асылда улар ғаиләһен, эшен, шөғөлөн, ижадын Аллаға тиңдәш итеп ҡуя һәм ни ҡәҙәр аҙашҡан булыуын аңлай алмай. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе донъянан ваз кисергә саҡырмай бит: донъяңды көт, эшеңде эшлә, тик намаҙыңды ла онотма.
Күптәребеҙҙе донъя малы, уның алдатҡыс ҡапҡандары ныҡ тота. Таныш бер уҡытыусының яҙмышы тетрәндереп, гел иҫемә төшөп тора. Өфөлә ҙур ғына урында эшләгән ҡыҙы һөйләп торғайны: “Ауылда абруйлы ғына булғас, атайымдан бал менән кәсеп иткән бер эшҡыуар кешеләрҙән фләгәләр йыйҙыртҡан, йәнәһе, аҙаҡ, бал һалып, уларҙы кире ҡайтара. Аҙаҡ был кәсепсе фләгәләре, балы менән зым-зыя юҡҡа сыҡты. Атайым шулай бурыслы булып китте”.
Был хәбәрҙе эсем бошоп тыңланым, тик ул мәлдә, атайыңдың бурыстарын мотлаҡ түлә, хәлен еңеләйт, тип матур кәңәш бирә алманым. Әле, әлбиттә, бурыслы көйө Әхирәткә күскән кешенең ҡәбер ғазаптары, ыҙалары хаҡында аңлата алыр инем, ә ул саҡта өндәшмәй ҡалдым. Ҡайһы саҡ, үҙебеҙсә әҙәп һаҡлаған булып, Әхирәт өсөн бик тә мөһим нәмәне лә әйтмәйбеҙ. Был донъянан китер мәлебеҙҙе беребеҙ ҙә белмәй, шулай булғас, бурыстарыбыҙҙы түләп, ҡылған гонаһтарыбыҙ өсөн ғәфү үтенеп, өс көнлөк был донъя­нан мөмкин ҡәҙәр таҙарынып китергә тырышыу кәрәк. Хоҙай Тәғәлә рәхимле, ихлас тәүбәләрҙе ҡабул итә, уларҙан гонаһтар юйыла.
Бер хәҙистә бәйғәмбәреҙҙең, Аллаһы Тәғәләнең уға сәләме һәм рәхмәте булһын, шундай һүҙҙәре килтерелә: “Мин йәннәт ҡапҡаһы янында баҫып торғанда, унда меҫкендәрҙең инеүен күрҙем. Ләкин бай һәм дәрәжәле кешеләр көтөп тора ине”.
Донъя малына артыҡ иҫе китеп бармаған, инде баҡыйлыҡҡа күскән бер ауылдашым: “Әҙ ҙә етә, күп тә бөтә”, – тип әйтә торғайны. Бәхетле булыу өсөн әҙәм балаһына байлыҡ мотлаҡ түгел. Бай булыуың шәп, әлбиттә, әммә бәхет һәм байлыҡ араһына тигеҙлек билдәһе ҡуйыу – хата. Тура юлда булып, һәр минут һайын Алланың ярҙамын, һине ҡайғыртыуын тойоп йәшәү, күңел тыныслығы – иң оло бәхет шулдыр.
Ә. НИҒМӘТУЛЛИНА.

Бидғәт(ғәр.) – дингә ҡаршы нәмә.
Батыл(ғәр.) – ялған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға