«Йәшлек» гәзите » Иман » Көн дә уҡыла торған доғалар



19.09.2015 Көн дә уҡыла торған доғалар

Көн дә уҡыла торған доғаларЯрҙам күрһәтеүсе йә саҙаҡа биреүсе кешегә уҡыла

“Аллаһүмәхм-фәҙ сахибә һәҙиһис-саҡати ғәнил-әфәти үәл-бәлиййәт. Үәғ-фир ҙүнүбәһү үә әккид имәнәһү үә әкҫир әмүәләһү үә үәфиҡҡһү ғәлә хайри мәҡасидиһ”.

Мәғәнәһе: “Эй, раббым! Был хәйер-саҙаҡа эйәһен, саҙаҡа биргән кешене афәттәрҙән һәм бәләләрҙән һаҡла, гонаһтарын ярлыҡа, иманын нығыт, малдарын арттыр һәм изге маҡсаттарына ирешеүҙә ярҙам ит”.

Асыуланғанда уҡый торған доға

Кеше көндәлек тормошта төрлө сәбәптәр арҡаһында кәйефһеҙләнә, ҡыҙып китә, асыуы килә. Асыулы ваҡытта тынысланыр өсөн ошо доғаны уҡырға кәрәк:
“Аллаһүммәғфирли зәнби вәзһүб ғайҙа кәлби үә әжирни минәш- шайтанир-разим”.

Мәғәнәһе: “Аллам, гонаһтарымды ғәфү ҡыл, йөрәгемдең асыуын бөтөр һәм мине шайтандың яуызлығынан һаҡла”. Әгәр асыу уҙмаһа, мөмкинлек булһа, тәһәрәт алып, ике рәҡәғәт намаҙ ҡылып, “Иншираһ” сүрәһен уҡығыҙ.


Вазифалы кешеләр янына барғанда

Мөрәжәғәт йәки ғариза менән вазифалы кешеләр янына барғанда биш йәки ете мәртәбә “Аятел-көрси” ҙе уҡығандан һуң ошо доға уҡыла:
“Лә иләһи илләлаһүл-халимул-хаким. Собхана раббис-сама үәтис үә раббил-ғәршил-ғәзим. Лә иләһә иллә әнтә ғазза жарукә үә жәллә сәнәүк”.

Мәғәнәһе: “Хаким эйәһе булған Алланан башҡа тәңре юҡтыр. Ете күктең һәм бөйөк тәхеттең эйәһе – Раббымды тәсбих итәмен. Һинән башҡа тәңре юҡтыр. Ялбарыуҙар һәм маҡтауҙар Һиңәлер”.... [attachment=8]







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға