RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Мосолман аш-һыуы рецептары

13.11.2010 Мосолман аш-һыуы рецептары

Ҡорбан байрамы алдынан «Мосолман аш-һыуы. Исламда йолалар һәм байрамдар» тип аталған китап сыҡты. Уның авторы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа эшмәкәре, «Алтын торна» милли премияһы лауреаты, аш-һыу донъяһының ысын оҫтаһы – Индүсә Арыҫланова.
Яңы китапта Ислам ҡанундарын күҙ уңында тотоп әҙерләнгән ашамлыҡтарҙың рецептары тупланған. Унда бик күп илдәрҙең аш-һыуы күрһәтелгән. Бөгөн һеҙгә Индүсә Арыҫланованың яңы китабынан алын­ған бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Ҡорбан байрамы бәлеше
(Башҡортостан аш-һыуы, 14 – 18 кешегә иҫәпләнгән).
Ҡамыр: 700 – 800 грамм он, 150 – 200 грамм һыу йәки һөт, 150 – 200 грамм ҡаймаҡ йәки аҡ май, 2 йомортҡа, тоҙ, аҙыраҡ шәкәр.
Һауытҡа һыу йәки һөттө ҡойоп, йомортҡа, тоҙ, май, шәкәр ҡушып, ныҡлап туғырға. Ошонан һуң массаға он һалып, баҫырға. Билмән ҡамырынан саҡ ҡына йомшағыраҡ булырға тейеш. Әҙер ҡамыр ике өлөшкә бүленә, береһе ҙурыраҡ булһын. Ҙур өлөш 4 – 5 мм ҡалынлығында түңәрәк итеп йәйелә һәм ситтәре сығып, һәлберәберәк торорлоҡ итеп майлан­ған табаға һалына. Икенсе өлөшө менән эслек һалын­ғандан һуң бәлештең өҫтө ҡаплана.
Эслек: 1,5 кг ит, малдың йөрәге, бауыры, үпкәһе, 1 – 1,2 кг картуф, 250 – 300 грамм ҡарабойҙай ярмаһы, 200 – 250 грамм һуған, 150 – 250 грамм аҡ май йәки ҡаймаҡ, 200 – 250 грамм һурпа, тәмләткестәр.
Һөйәктәренән айырылған ит ваҡ ҡына итеп, бауыр, йөрәк, үпкә иттән эрерәк турала. Картуф шаҡмаҡлап ваҡлана, һуған унан саҡ ҡына эрерәк булһын.
Ҡарабойҙай ярмаһын таҙартып, ҡыҙҙырып алыр­ға. Бынан һуң ул яртылаш әҙер булғанға тиклем бешерелә. Ҡарабойҙай һыуынғандан һуң, бөтә ингредиенттар ҙа ҡушылып, тоҙ, лавр япрағы, әнис, май һалып, бутала. Теләгән кеше эсәк тә өҫтәй ала.
Эслек табалағы ҡамыр өҫтөнә һалына һәм ҡалған өлөштән йәйелгән ҡамыр менән ҡапланып, бәлеш ситтәре бөрөлә. Уртаһында тишек ҡалдырылып, ул ҡамыр­ҙан эшләнгән «бөкө» менән тығыла. Был тишек бәлеш бер сәғәт бешкәндән һуң һурпа ҡойор өсөн кәрәк. Байрам бәлеше 2 – 2,5 сәғәттә әҙер була.

Сәтләүекле «торбалар»
2 кг он, 1 кг шәкәр, ярты кило аҡ май, ярты кило әстерхан сәтләүеге, 4 йомортҡа, 4 стакан ҡаймаҡ, 2 стакан бал.
Йомшаҡ аҡ май, ҡаймаҡ, йомортҡа һарыһы һәм ондо һәйбәтләп бутарға. Бынан һуң ҡамыр ярты сәғәт бүлмә температураһында тотола һәм бәләкәй генә өлөштәргә бүленеп йәйелә. Эслек ваҡланған сәтләүек, бал һәм шәкәрҙе ҡушып әҙерләнә.
Эслек һалынған ҡамыр торба һымаҡ төрөлә һәм табаға (противень) һалына. һауыт алдан майланған булырға тейеш. Был татлы аҙыҡ уртаса утта 12 минутта әҙер була.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Бөгөн - Мәүлит кисе

19.11.2018 - Иман Бөгөн - Мәүлит кисе


Доға ҡөҙрәте

12.10.2018 - Иман Доға ҡөҙрәте


Ир һәм ҡатын  хаҡы

05.10.2018 - Иман Ир һәм ҡатын хаҡы