RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ни өсөн доғалар ҡабул булмай?

24.05.2013 Ни өсөн доғалар ҡабул булмай?

Бер көндө Ибраһим ғәләйһиссәләмгә баҙарҙа китеп барғанда кешеләр килә лә: „Эй, Әбү Исхаҡ! Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә, доға уҡығыҙ, ҡабул булыр, тип әйтә. Беҙ доға уҡып, Аллаһыға ялбарабыҙ ҙа бит, ләкин доғабыҙ ҡабул булмай”, − ти.
Ибраһим бәйғәмбәр: ”Һеҙҙең йөрәктәр үлгән һәм түбәндәге нәмәләр менән ҡапланған”, − ти:

1. Һеҙ Хоҙайҙың барлығына ышан­һағыҙ ҙа, уға тоғро ҡолдар булараҡ вазифаларығыҙҙы үтә­мәй­һегеҙ.

2. Һеҙ Ҡөрьән уҡыйһығыҙ, әммә Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәмәй­һегеҙ.

3. Шайтанды үҙегеҙҙең төп дошманығыҙ тип таныһағыҙ ҙа, уны ҡыуандыр­ған нәмәләрҙе генә башҡараһығыҙ.

4. Раббыбыҙҙан Ожмах менән ҡыуандырыуын үтенһәгеҙ ҙә, уны яулай торған эштәрҙе үтәмәйһегеҙ.
5. Тамуҡтың ҡурҡыныс икәнен аңлаһағыҙ ҙа, унан ҡасырға ашыҡмай­һығыҙ.

6. Үлемдең ҡотолғоһоҙ икәнлеген беләһегеҙ, әммә уға һис тә әҙерләнмәй­һегеҙ.

7. Кешеләрҙәге етешһеҙлектәрҙе таба, күрә беләһегеҙ, әммә үҙегеҙҙең күңелегеҙҙе пакландырыу өҫтөндә эшләмәйһегеҙ.

8. Аллаһы Тәғәлә биргән ниғмәттәр менән файҙаланаһығыҙ, әммә уға рәхмәтле була белмәйһегеҙ.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Иманға әйҙәүсе, ауылды күтәреүсе

Уҡыған доғалар ҡабул булһын тиһәгеҙ

Рәжәб айында намаҙ ваҡыты

Бисмилла

01.03.2019 - Иман Бисмилла


Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йомадиәл ахыр айында намаҙ ваҡыты

Тәҡдиргә яҙылһа...

01.02.2019 - Иман Тәҡдиргә яҙылһа...


Ғәйбәт – оло гонаһ

25.01.2019 - Иман Ғәйбәт – оло гонаһ


Ауырыуҙан шифа табыу өсөн уҡыла торған доғалар

Өйрәнәйек доға

23.01.2019 - Иман Өйрәнәйек доға


Йомадиәл әүүәл айында намаҙ ваҡыты

Дини ғөрөф-ғәҙәттәрҙе онотмайыҡ!